«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мөхәббәт һауыты төпһөҙ була



20.02.2013 Мөхәббәт һауыты төпһөҙ була

Бер ҡатындың улы ҡаты ауырып китә. Әсә төндәр буйы уның карауаты эргәһендә, Алланан ғәзиз балаһына һаулыҡ һорап ялбара. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатын күңеле менән үлем фәрештәһен һиҙә һәм:
– Алмасы һин улымды! – тип үтенеп ҡысҡырып ебәрә. – Ул бит әле йәш, үҫмәгән, иң мөһиме, мөхәббәтте тоймаған.
– Күктә, – ти фәрештә, – ерҙәгегә ҡарағанда бик күпкә яҡшыраҡты осратасаҡ.
– Ул үҙе менән нимә алып барасаҡ һуң? Һин уға мөхәббәтте берәй тамсы ғына булһа ла йыйырға рөхсәт ит, аҙаҡ үҙем уны һиңә ебәрермен, – тип үтенә әсә.
– Яҡшы. Һин һорағанса булһын. Улың бынауы уймаҡты мөхәббәт тамсылары менән тултырғас, мин уның артынан ҡабат килермен, – ти фәрештә һәм әсәнең ҡулына алтын уймаҡ тоттора.
Улы һауыҡҡас, әсәһе уға бөтәһен дә һөйләй һәм:
– Улым, беҙҙең килешеүҙе иҫеңдән сығарма, һәм иң мөһиме, ғашиҡ булырға ашыҡма, – тип киҫәтә.
Йөрәккә бойороҡ биреп буламы ни? Егет бар донъяны ярата һәм ул ошо матур ғәҙәтен яҡындарына, туғандарына ҡыҙғанмай өләшә. Ә әсә, ҡайғырып, моңһоу­ланып, уймаҡтың тулғанын көтә.
Йылдар үтә, улы үҫә, егет ҡорона етә. Ул үҙ ғаиләһен, эшен һәм дуҫтарын ярата. Әсәһе менән атаһын ҡәҙерләй, хөрмәт итә, ә уймаҡ һаман тулмай икән.
Әсә теге үлем фәрештәһен үҙе күккә менгәс кенә күрә.
– Һин мине алданың, – тип көлөп ебәрә фәрештә. – Бер генә һауыт та үҙенең эсенә артығын һыйҙыра алмай, ә бына мөхәббәт һауыты төпһөҙ була, – тип фәрештә үҙ юлынан китә…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға