«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хәрәм ырыҫ килтермәй



15.02.2013 Хәрәм ырыҫ килтермәй

Өфө ҡалаһында йәшәүсе 30 йәшлек егет урам ҡыҙырып йөрөгәндә телефон табып ала.
“Самай булды әле, өҫтө яңыртып алырға кәрәк”, – тип, табышына бик шатлана. Урамдағы осраҡлы кешегә алты мең һумға уны һатып та ебәрә. Ошо урында ят та үл – аҡса ялған булып сыға!
Ир бер килке баш ватҡас, Дим биҫтәһендәге Вьетнам баҙарына китә. Урыҫ телен ярты-йорто белгән һатыусылар ялған аҡсаны танымаҫ тип ышана ул. Хаҡлы булып сыға, өс мең һумға кейем-һалым ала, хатта “легаль сдача”лы була. Бындай уңыштан башы әйләнеп китә, абайлыҡ хаҡында бөтөнләй онота. Ул аҙыҡ-түлек магазинына барып, байтаҡ ризыҡ ала. Ирҙең бәхет­һеҙлегенә, һатыусы аҡсаның ялған икәнен һиҙә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ генә килеп етә, улар мең һумлыҡ ялған банкнотты тартып ала. Әле иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәрәм мал бәхет килтермәй шул.
Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға