15.02.2013 Тәбиғәтте килер быуындарға һаҡлайыҡ
Йыл тамамланыу менән һәр ойошма-предприятие үҙ эшенә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар билдәләй. Был үткәндәрҙең ҡаҙаныштарын ҙурларға, хәл ителмәгән мәсьәләләргә яңынан әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышында ла мөһим проблемалар күтәрелде. Мәғлүм булыуынса, комитетты оҙайлы йылдар етәкләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булған Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров үҙ теләге менән был вазифаны ҡалдырҙы. Хәҙер был вазифаны тыуған яғыбыҙҙың билдәле шәхесе, оҙайлы йылдар район гәзитенең мөхәррире булып эшләгән Ғәлимйән Ситдыҡ улы Баймырҙин етәкләй.
Ултырышта тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленде. Ысынлап та, бар илдәге кеүек, беҙҙең республика, районда ла экологик проблема киҫкен ҡала. Шуға күрә ҡоролтай составынан махсус комиссиялар төҙөргә ҡарар ителде. Улар Һаҡмар, Таналыҡ, Төйәләҫ, Урғаҙа, Яманйылайыр йылғаларының экологик хәлен тикшерәсәк. Артабан уның һөҙөмтәләре ҡоролтай ултырышында ҡараласаҡ. Шулай уҡ ауыл биләмәләре янындағы ҡоролтайҙарҙың йыйынында ла Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған саралар планын ҡарау төп маҡсат буласаҡ. Был йәһәттән ауыл халҡын тыуған тәбиғәтте һаҡлау эшенә йәлеп итеүҙең мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Ватан һуғышының 200 йыллығына ҡарата эстафета үтте. Унда һәр ауыл биләмәһенең “Атайсал” клубы, ветерандар советы һәм ағинәйҙәре ҡатнашты. Сараның юғары кимәлдә үтеп, оло кешеләрҙең тарихыбыҙға бәйле бик күп мәғлүмәт йыйыуы ла билдәле. ҡоролтайҙа үҙенсәлекле эстафетаның йомғаҡтары буйынса йыйын үткәрергә лә ҡарар ителде.
Ултырышта айыҡ йәшәү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсаты менән мәктәп уҡыусылары араһында “Айыҡ йәшәү рәүешен нисек аңлайһың?” тигән темаға иншалар конкурсы үткәреләсәк. Шулай уҡ йәштәрҙә юғары әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү зарурлығы тураһында киңәйтелгән кәңәшмә үткәреләсәк.
ҡоролтайҙа атайҙар ҡорон уҙғарыу, эшҡыуарлыҡты йәнләндереү мәсьәләләре тураһында ла фекерҙәр яңғыраны. Ултырышта әйтелгән мөһим проблемалар хәл ителһен өсөн бар тырышлыҡ һалыныр, тип ышанғы килә.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.