«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ир менән сит ҡатын дуҫ була алмай



15.02.2013 Ир менән сит ҡатын дуҫ була алмай

(«Ир менән ҡатын дуҫ була аламы?», «Йәшлек», N8, 1 февраль, 2013 йыл)
Башта, кем ул дуҫ, тигәнгә асыҡлыҡ индерәйек. Дуҫ – ул ике тәндә йәшәгән бер йән, тигән Аристотель. Үҙ-ара сим­патия, эскерһеҙлек, ур­таҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булһа, кешеләр дуҫтарға әйләнә. Бар серҙәрең дә батҡан дуҫың булыу бик шәп күренеш. Ләкин бында, ир менән ҡатын араһында, тигәндәр бит әле... Йәш саҡта егеттәр ме­нән ҡыҙҙар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булыуы мөмкин. Ә ғаилә ҡорғандан һуң бындай хәлгә барыбер һағайып ҡарайҙар. Мин үҙем дә ир-менән ҡатын дуҫлығын аңламайым. Ғаилә­ләр менән дуҫлашырға мөмкин. Ә ире йә ҡатыны менән генә дуҫ булып йөрөшөү йәм­һеҙ ҙә, мәҙәниәтһеҙлек тә. Күҙ ал­дына килтерегеҙ, дуҫы ҡатыныңды ғына тыуған көнөнә саҡырҙы, йыш ҡына шылтыратып та тора, үҙ-ара ғына серҙәре бар, ти. Был хәл һиңә лә, ул кешенең ҡатынына ла оҡшамаҫ. Тормош иптәше көнләшмәгән, ышанған хәлдә лә матур күренеш түгел. Ир менән ҡатын яҡшы коллегалар ғына була ала. Эштә аралашыу, шылтырат­һа ла, эш тураһында һөйләшеү, кәңәшләшеү – ошоноң менән бөттө. Йәш саҡтағы дуҫлыҡ дауам итһен тиһәгеҙ, иң башта, мәҫәлән, ҡатынға ир дуҫының ҡатыны менән дуҫлашып алырға кәрәк, ә үҙе менән иреңде таныштырырға. Арта­бан бергәләп дуҫлашыу фарыз. Әлеге лә баяғы ғаиләләр дуҫлығы килеп сыға инде. Тол ҡалған, айырылған дуҫыңа ярҙам итеү ҙә ир менән ҡатын араһында килешеп башҡарылһа ғына яҡшы.
Мин иремде ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ менән киноға ебәрә алмаҫ инем. Дуҫы булһа ла. Үҙем дә, дуҫым бит әле, тип кемдеңдер ирен ҡунаҡҡа саҡырмаҫмын. Был уның ҡатынын хөрмәт итмәү, унан көлөү, мыҫҡыл итеү, минеңсә. Парлыларға айырып ҡарарға ярамай. Дуҫ икән, икәүһе лә дуҫ.
Хәҙер күп кенә әхлаҡ нормалары европалашты. Шу­ның арҡа­һында беҙҙең күп кенә проблемаларыбыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ тәртибен, мосолман дине әҙәбен һаҡлаһаҡ, шуларҙы күңелебеҙгә һеңдерһәк, бының ише һорауҙар, бәхәстәр ҙә тыумаҫ ине. Ир менән ҡатын дуҫ була аламы, имеш...

Ай Нуры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға