12.02.2013 Енәйәт һәм яза
Шартлатырға йыйынғандар
3 февраль төнөндә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы янында, тротуар буйында полиэтилен пакетта ятҡан шартлатыу ҡорамалы табыла.
ОМОН төркөмө ҡурҡыныс табышты тиҙ арала хәүефһеҙләндерә. Алюмин пудраһы һәм аммиак селитраһынан яһалған шартлатҡыс пластик һауытта ятҡан. Ярай әле уны ваҡытында тапҡандар. Юғиһә төрмә һаҡсылары идаралығы янында күңелһеҙ ваҡиға булыуы ихтимал ине.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйеплеләрҙе асыҡлау менән шөғөлләнә. РФ Енәйәт кодексының “Законһыҙ юл менән ҡорал әҙерләү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Ишегең асыҡ ҡалһа...
Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы бер нисә шәхси йортҡа ҡараҡ төшкән.
Өйҙән кеҫә телефондары, эш ҡоралы, электр инструменттары, ҡышҡы кейемдәр, ҡатын-ҡыҙ сумкалары һәм башҡа әйберҙәр зым-зыя юҡ булған. Полиция бер ҡайҙа ла эшләмәгән 35 йәшлек ирҙе эләктергән. Ул Һамар өлкәһенән килгән, аныҡ йәшәү урыны юҡ. Бур бер ҡасан да ишекте емермәгән, асҡыс яратып аҙапланмаған. Ул асыҡ ҡалған ишектән тауыш-тынһыҙ ғына инеп, күҙенә нимә күренгән – шуны эләктереп һыҙған. Был ваҡытта өйҙә булған хужалар бер нәмә лә аңғармаған. Ир быға тиклем шундай енәйәт өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан. Әле ул ҡулға алынған.
ҡасҡалаҡтың сәйәхәте тамам
Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә ДПС полкы хеҙмәткәрҙәре шикле автомобилде туҡтата.
Руль артында 15 йәшлек үҫмер ултырыуы асыҡлана, ә пассажирҙары – уның йәшендәге дуҫ-иштәре.
Малай ҡартатаһының “Лада – Приора”һының асҡысын ала ла ихатаға сыға. Шул асҡыс менән ВАЗ – 2104 автомобиленең ишеген асып ҡарай ... һәм ул асыла, хатта двигатель бер ауырлыҡһыҙ ҡабына. Әммә бер нисә метр үтеүгә машина һүнә. Малай шул уҡ принцип менән ВАЗ – 2106 машинаһын ҡабыҙа. Дуҫтарын ултыртып ала ла ҡала буйлап сығып китә. Йәш водитель автомобилде заправкалау станцияһында туҡтап, бензин ҡойоп ала.
Полиция машинаны туҡтатҡас, малайҙың бөтә мажараларына сик ҡуйыла. Үҫмер Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе булып сыға. Унан декабрҙә үк ҡасҡан булған. Әлеге мәлдә малай шунда ебәрелгән. Машина ҡыуып алып киткәне өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Машиналар һәм ундағы ҡиммәтле әйберҙәр хужаларына кире ҡайтарылған. Шуныһы ҡыҙыҡ – уларҙың урланғанын белмәгәндәр ҙә.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.