12.02.2013 Бәхет асҡысы – мөхәббәттә
Мөхәббәт… Кешенең барлыҡҡа килгәненән алып был хис күпме донъя-ҡитғаны гиҙҙергән, ете ҡат күктәргә мендергән, иҫерткән, тилмерткән, күпме шиғыр-хикәйә яҙылған, күпме йыр бағышланған уға… Ә мөхәббәт темаһы һәр саҡ йәш, яңы булып ҡала, бер ҡасан да сиселмәҫтәй сер йәшеренгән уға…
Бәхетле йәш ғаилә Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтарҙан нисек танышыуҙары хаҡында һорағас, икеһе лә йылмайып ебәрҙе.
– Беләһегеҙме, мин Сәлимәгә уны күрмәҫ борон уҡ ғашиҡ булғайным, дөрөҫөрәге, уның тауышына, – тине Салауат.
“Ысын мөхәббәт бер-береңде ысын шәхес итеп яратып, хөрмәтләп йәшәүгә бәйле”, – ти Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар
Хәл былайыраҡ була. Юғары синыфта уҡып йөрөгән үҫмер, дискотекала бер йыр ишетеп, ҡыҙҙың моңон бик ныҡ оҡшата. Тик Заһит ҡунафин менән бергә “ҡалдырма” йырын башҡарыусы ҡыҙҙың кемлеген берәү ҙә белмәй. Был йырҙы ишеткән һайын, тауышына ҡарағанда егеттәрҙең һушын алып йөрөгән һылыу ҡыҙҙыр, ахыры, тип уйлай Салауат, тыңлаған һайын йыр нығыраҡ күңеленә ята. Һүҙҙәрен дә ятлап ала. Их, был сибәркәй менән танышырға ине, тип хыяллана. Ата-әсәһенең медицина университетына йәки Эске эштәр мәктәбенә уҡырға индереү маҡсаты булһа ла, Салауат ҡапыл ғына яҙмышын театр менән бәйләргә ҡарар итә. Күңелле студент тормошона баштан-аяҡ сума егет, өр-яңы дуҫтар, таныштар тегендә-бында саҡыра, ятаҡтағы тиҫтерҙәре менән көн дә тиерлек ҡыҙыҡлы аралашыуҙар башлана. Тиҙҙән яҡын дуҫы бер ҡыҙ менән дуҫлаша башлай, ҡыҙҙың бына тигән әхирәте барлығын әйтеп һала.
– Дуҫтарым махсус рәүештә Салауатты минең менән таныштырыу өсөн саҡырған көндө китапханала инем, – тип һүҙгә ҡушыла Сәлимә. – Сәнғәт училищеһын тамамлап, хор-дирижерлыҡ бүлегенә уҡырға ингән мәл. ҡайтыуымды улар кискә тиклем көтөп ултырған. Ипле генә таныштыҡ, ултырып сәй эстек, фотолар ҡараныҡ һәм егеттәр ҡайтып китте. Ана шунан башланды ла инде беҙҙең осрашыуҙар.
Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Сәлимә Салауаттың ата-әсәһе, туғандары өсөн өҙөлөп тороуына, ҡатын-ҡыҙға ҡарата тәрән хөрмәтенә шундуҡ иғтибар итә. Киләсәктә егеттең ниндәй атай буласағы хаҡында хыялдары менән уртаҡлаша, йәштән үк татыу ғаилә тураһында фекер йөрөтә. Тиҙҙән сессия тамамлана, йәштәр ҡышҡы каникулға тарала. Тәүге айырылышыу һөйгәндәр өсөн бик ауыр һәм оҙайлы тойола, тап ошо мәл улар бер-береһенә ныҡлап ғашиҡ булғанын аңлай. Ниһайәт, тағы осрашыуҙар, етәкләшеп йөрөүҙәр, бергәләшеп киләһе көндәргә пландар ҡороу. Нисектер йыр тураһында һүҙ сығып китеп, Сәлимә “Йәшлек-шоу”ҙа сығыш яһауын әйтә. Баҡһаң, егеттең ҡасандыр һәр саҡ үҙ алдына йырлап йөрөгән “ҡалдырма” йырының ҡушымтаһын тап Сәлимә башҡара икән! Салауат, ысынмы был, бушмы, тип һеңгәҙәп ҡала, һуңынан бик ныҡ ҡыуана.
– Бик ныҡ теләһәң, Хоҙай алдыңа бирә икән. Сәлимәне миңә хатта эҙләп йөрөргә лә тура килмәне, ишекте йылмайып асып килеп ингән кәләшемде тәү күреүҙән үк оҡшатҡайным, артабан хыялымда йөрөткән моңло тауышлы ҡыҙҙың тап ул икәнлеге асыҡланды. Һөйөклө кәләшем минең өсөн идеаль ҡатын-ҡыҙ, мин уның менән сикһеҙ бәхетлемен, – ти йәш ғаилә башлығы.
Биш йыл буйы дуҫлашып, ҡулдарына диплом алғас ҡына сәстәрен сәскә бәйләй йәштәр. Бөгөн был һоҡланғыс пар ике балаға – Сәмирә менән Тамерланға атай-әсәй. Салауат – Милли йәштәр театрының һәләтле йәш актеры, Сәлимә – Башҡорт дәүләт опера театрының һәм “Мираҫ” ансамбленең музыканты, әлегә декрет ялында. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ғаилә хаҡында төплө һәм аҡыллы фекер йөрөтә. Быға икеһенең дә өлгөлө ғаиләнән сығыуы булышлыҡ иткән, күрәһең. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Әлимә һәм Наил Юлдашбаевтар, Сибай ҡалаһынан Айһылыу һәм Юлай Моратовтар матур ғаилә ҡороуҙа балаларына ата-әсә үрнәге күрһәтә алған. Ысынлап та, Салауат әйтмешләй, ниндәйҙер проблема ғаиләгә ҡарағанда өҫтөн булмаҫҡа тейеш, сөнки проблема килә лә китә, ә ғаиләң – һинең өсөн мәңгелек. Көндәлек аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем күңелле хәбәрҙәр, йылы иҫтәлектәр менән байытыу мотлаҡ. Мөхәббәтте ауырыуға һабыштырыуға берүк юл ҡуймаҫҡа, бер-береңде аңлай, хаталарҙы таный белергә һәм, иң мөһиме, бер-береңә ышана белергә кәрәк. Мөхәббәт ике кешенең бер-береһен ысын шәхес итеп яратып, хөрмәтләп йәшәүенә бәйле. Һөйөүгә сорналып бәхетле йәшәгән ғаиләне ғүмер миҙгелдәренең дауылдары ла, ел-ямғыры ла ҡаҡшата алмай. Үҙ-ара аңлашып, килешеп, һәммәһен уртаға һалып, кәңәшләшеп көн иткән йылы йортта балалар ҙа бәхетле булып үҫә, ти Юлдашбаевтар.
Лилиә ХӘЛИТОВА.