«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Күңел йыуанысы булған ҡәләмемдән генә айырылырға яҙмаһын», –



12.02.2013 «Күңел йыуанысы булған ҡәләмемдән генә айырылырға яҙмаһын», –

«Күңел йыуанысы булған ҡәләмемдән генә айырылырға яҙмаһын», –
ти 80 йәштә лә республика матбуғат баҫмаларының әүҙем хәбәрсеһе һәм музей хеҙмәткәре
Билдәле журналист, тарихсы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит Вахитов «Аҡ аманат – һалдат хаттары. Письма огненных лет», «Юнга, һинең эҙеңдән киләм» тигән китаптары аша уҡыусыларға яҡшы таныш. 50 йылға яҡын ғүмерен журналистикаға арнаған шәхес оҙайлы йылдар дауамындағы эҙләнеүҙәре аша Бөйөк Ватан һуғышында яуҙан ебәрелгән хаттарҙы эҙләп табыу, утлы йылдар ауазын бөтә тетрәнеүҙәре, ысынбарлығы менән – өсмөйөшлө хаттар – документаль сығанаҡтар аша халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйып, ил азатлығы өсөн ғүмерен аямаған һалдаттарҙың яҡты иҫтәлеген үҙенең хеҙмәттәрендә мәңгеләштереүгә ирешкән. Ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Фәрит Назар улы Вахитов менән уның журналист булараҡ эҙләнеүҙәре, әүҙемлегенең сере тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ, тормошоноң хәтер ебен тағаттыҡ.
− Фәрит Назарович, 80 йәштә лә әүҙем тормош алып барыуығыҙға тиңдәштәрегеҙ генә түгел, хатта йәштәр ҙә көнләшерлек. Тынғыһыҙ йәмәғәтсе, музей хеҙмәткәреһегеҙ, архивтарҙа эшләйһегеҙ, китап яҙаһығыҙ. Йәшәү дәртен ҡайҙан алаһығыҙ? Эшкә көс-дәрт ҡайҙан килә?
− Үҙемде белгәндән бирле эшлә­йем. Колхозда 5-се синыфта эшләй башланым. Мәктәпкә бармайынса молотилкала эшләй торғайныҡ. Әҙәм балаһы туҡтауһыҙ эшләргә, эш менән көн итергә тейеш. «Душа не должна лениться» тигән бер аҡыл эйәһе. Көн дә гимнастика эшләйем. Төндәрен яҙышып, уҡып ултырам. Кис бер сәғәт шәп-шәп атлап йөрөп инәм, һыуыҡ һыуҙа еүешләтелгән таҫтамал менән һөртөнәм. Эшләргә эшем булмағанда ла 1 − 3 бит нимәлер яҙып ташлайым. Ғәмәлгә лә ашмай ул, әммә мейегә үҙенә күрә «гимнастика». 80 йәштә әҙәм балаһының күңеленә, күпме эшләй алырмын икән, тигән шикләнеү инә. Кемгә нисектер, мин шуны уйлайым. Алла бирһә, эшләрмен әле. Хаҡлы ялда булған 60 йәшлек танышым бар. Рәхәтләнеп ял итеп ята. Ейәндәрем менән паркта йөрөйөм, китап уҡыйым, телевизор ҡарайым, ти. Ә мин ундай шатлыҡтарҙан мәхрүммен. Теләгем көслө булһа ла, ейәндәремә етерлек иғтибар бүлә алмайым, эш күп, шуның менән «баш ҡатырам».

− Һеҙ 50 йылға яҡын фронт хаттарын йыйыу менән шөғөлләнәһегеҙ. Был эпистоляр мираҫты йыйыуға нимә мәжбүр итте?
− Был бик ҡатмарлы хеҙмәт. Күңелем ҡушыуы буйынса 50 йылға яҡын фронт хаттарын йыям, тикшерәм. Советтар Союзында минең кеүек халыҡтан хаттар йыйып бер кем дә эшләмәне. «Правда» нәшриәте сығарған китаптарға архивтан ғына алынып, үҙгәртелеп яҙылған хаттар ингән. Беҙҙең Башҡор­тостанда «Красная Башкирия» гәзите архивындағы хаттарҙы Мария Филиппова ла «Письма далекой военной поры» тигән китап­ҡа туплап, ошо нәшриәттә баҫтырып сығар­ҙы. Ә минең үҙ юлымдан киткем килде. Миллионлаған ҡорбан килтергән һуғыш беҙҙең ғаиләне лә ситләтеп үтмәне. Атайым Хәбибназар менән бер туған ағайым Миңләхмәт тә фронтҡа китте. Атайым унда бер аяғын юғалтып ҡайтты, ағайым һуғыш бөтөргә ярты йыл ҡалды тигәндә һәләк булды. Ағайымдың үлеме тураһындағы «ҡара ҡағыҙ»ҙа ниңәлер «убит» тип яҙылғайны. Подольскиҙағы архивтарҙа эҙләнеп, уның һуғышта тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән казак полкында булғанын асыҡланым. Әминә апайым менән яҡындарыбыҙҙан килгән хаттарҙы уҡыуыбыҙ әлегеләй хәтерҙә. Әсәйем мәрхүмә беҙҙән, балаларҙан, әллә нисә йыл уҡытты. Ул хаттар мине бик ныҡ тетрәндерә торғайны. Ағайым шиғырҙар яҙҙы. «Әнекәйем, бәхетен телә ҡалған балаларыңдың» тигән шиғыр юлдары бар ине уның хаттарында. Уны үҙе сығарғандыр инде. Был − бер.
Бөгөн дөрөҫөн таныйыҡ, беҙ 1965 йылға тиклем Бөйөк Еңеүҙең нимә икәнен белмәй йәшәнек. 1961 йылда Туймазы районы гәзитендә хәбәрсе булып эшләй башлағас, фронттан яҙылған хаттарҙы баҫтырып сығарып булмаймы икән, тип уйлай башланым. Баҡтиһәң, булмай икән. Туймазынан Салауат ҡалаһына күстем. Унда ла баҫтырырға уйлап ҡараным. Юҡ, булмай. Хөкүмәт үҙенең яуҙа үлеп ҡалған һалдаттарын бөтөнләй онотто. Уларҙы телгә алған кеше лә юҡ. Әле һуғышта булып ҡайтып күкрәп киреп йөрөгән ағайҙар ҙа баштарын эйеп кенә йөрөй торған булып китте. Һәләк булған яугирҙарҙың хаттарын туплап, блокнот ҙурлыҡ ҡына китап сығарып булмаҫмы, тип уйландым. Иртә өҙөлгән ғүмер­ҙәрҙе уйлап йөрәгем һыҙлауы, уларҙың иҫтәлеге алдындағы бурыс, ошо фронт хаттарына битараф ҡала алмау мине нимәлер эшләргә мәжбүр итте. Һуғыштың ҡот осҡос емергес көс икәнен аңлау, һыҡраныу ҙа күңелде өйкәй ине. Унан да бигерәк, айырым кешеләрҙең миҫалында, улай ғына ла түгел, дөйөм совет халҡының патриотлыҡ сығанаҡтарын тикшереү теләге көслө ине. Хаттарҙы 10 −15 йыл буйына табыу мөмкин булманы. Халыҡта хаттар күп, әммә, ҡәлғә һаҡлайҙармы ни, уҡырға бирмәйҙәр. Шулай ҙа был эште ташламаным. Тол ҡалған ҡатындарға бараһың, ҡайһы берҙәре: «Ул хаттарҙан айырыла алмайым. Иремдән ҡалған берҙән-бер иҫтәлек. Уның бит хатта балалары ла ҡалманы», − ти. 80-се йылдарға ингәндә мине таный башланылар. Хаттарҙы үҙҙәре тәҡдим итә ине. Фронттан яҙылған хаттарҙы эҙләү журналист эшемдең бер өлөшө булып торҙо, уларҙы туҡтауһыҙ эҙләнем һәм бер йыйынтыҡ туплауға ирештем. Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры ҡәҙим Аралбайға алып барғас, ул үтенесте кире ҡаҡманы, минең ҡулъяҙмаға ыңғай ҡараны. Уның, нәшриәттең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимованың ярҙамы менән тәүге «Аҡ аманат – һалдат хаттары. Письма огненных лет» тип аталған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Икенсе китап 2005 йылда сыҡты. Өсөнсөһө «Китап»та баҫылырға сират көтөп ята.

− Ғаилә архивында яҡындарынан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны – яугир хаттарын кешеләр һеҙгә уҡырға, яҙып алырға нисек бирҙе? Күптәр бит уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаған...
− ҡыҙғаныс хәлдәр күп булды. Башлыса, хаттарҙы эҙләүҙе үҙ иҫәбемә башҡарҙым, ял көндәрендә, отпуск мәлендә ҡала- райондар буйлап йөрөй торғайным. Етешһеҙлек осоро. Өс бала үҫтерәбеҙ. Ишле ғаиләбеҙгә ярҙам булһын тип, баҡса ла ҡарайбыҙ. Йома көндө Наилә еңгәгеҙ: «Фәрит, ял көндәрендә был юлы өйҙә тораһыңдыр инде?»− тип һорай. Өндәшмәйем. Шәмбе иртән тороп, тағы ла хат эҙләргә сығып китәм. Тәғәйен урынға барам, әммә юлым уңырмы-юҡмы − белмәйем. Юл сығымдарына, ҡайҙалыр ҡапҡылап алырға, йоҡлап сығырға ла аҡса кәрәк бит әле. Хәбәрсе булараҡ, эҙләнеүсәнлегем, ғаилә архивындағы хаттарҙы һаҡлап алып ҡалырға ынтылыу, уларҙы мәңгеләштереү маҡсаты ла теләгемдән дүнергә ирек бирмәй.
Бер ваҡыт шулай Шаран районына барырға тура килде. Фронтовик ҡатынының адресын, унда иренән ҡалған хаттар һаҡланыуын әйткәйнеләр. Мөләйем генә ҡарашлы апай бик һағайып ҡына ҡаршы алды. Үтенесемде белдергәс, хаттарҙы бер ҙә генә күрһәтергә теләмәне. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, ризалашты. Һандығын шарт итеп асты ла, унан бер төйөнсөккә төрөлгән фронттан ире яҙған хаттарҙы килтереп сығарҙы. ҡатын уларға оҙаҡ ҡына өнһөҙ текләп ултырҙы ла: «Бына 1941 йылда үҙеңде алып киттеләр, хәҙер минең һуңғы өмөтөм, иҫтәлегең − хаттарыңды алырға килгәндәр», − тип үкһеп илап ебәрҙе. Мин нимә әйтергә лә белмәйем. Апай ҡапыл ғына торҙо ла, хаттарға ымлап : «Был беҙҙең сер», − тине һәм уларҙы һандығына һалып, үкһеп-үкһеп илай башланы. Мин ул хаттарҙы тотоп ҡарар­ға ла йөрьәт итмәнем. Кеше хаттарын бирергә теләмәһә, уларҙы күсереп яҙҙым, ҡайһы берҙәрен аманат итеп алып, кире ҡайтарҙым. Бөтөнләйгә миңә биреп ҡайтарғандары ла булды. Әле улар музейҙа һаҡлана. Һуңынан республикабыҙҙың Архив эштәре буйынса идаралығы аша халыҡҡа мөрәжәғәт иттем, гәзиттәрҙә лә иғландар баҫылды.

− Хаттарҙа ниндәй ҡыҙыҡлы табыштарға юлыҡтығыҙ? Ғаилә яҙмыштарында өнһөҙ тарих биттәре лә икенсе күҙлектән асылғандыр бит?
− Һуғыш − ул тәү сиратта ғаилә трагедияһы. Иң ҙур хәҡиҡәт − ул бик күп ҡорбан, юғалтыу килтергән ҡурҡыныс афәт. Хөкүмәттең һуғышҡа тиклем бер төрлө, унан һуң икенсе төрлө булып йәшәүе мөмкин. Сабый атаһын, ҡатыны һөйөклө ирен, әсәләр берәү генә түгел, бишәр улын оҙатып, ут эсенән тере ҡайтҡанын көтөп ала алмай икән, юғалған кешене нисек ҡайтармаҡ кәрәк?! Һуғыш бит тотош ғаиләләрҙе юҡҡа сығарған, быуындар сылбырын өҙгән. Ә бит сер түгел, ҡайғыны күтәрә алмай аҡылдан яҙған әсәләр ҙә күп булған. Фронттан ебәрелгән өсмөйөшлө хаттарҙы уҡығанда бер нисә улын юғалт­ҡан әсәләр яҙмышына ла шаһит булдым. Ишембай районының Ишәй ауылынан Кинйәбикә апай менән бер нисә тапҡыр осрашырға тура килде. Уның биш бер туған ағаһы − Үҙәнбаевтар һуғыштан ҡайтмай. Тормош иптәше Хәмит тә һәләк була. Бер ҡыҙы ғына иҫән ҡала. Ғүмере буйы көтә ул яҡындарын. Иренең хаттарын уҡып: «Һин ҡайтырһың ул, Хәмит!» − тип мөрәжәғәт итә ине. Хаттар бит ул – тарихи хәҡиҡәттең ҡабатланмаҫ бер өлөшө. Ут эсендә йөрөгән, минут һайын үҙен үлем һағалаған яугир уйлана, үҙ фекерен әйтә. Фронттан 1941 йылда килгән хаттарға ҡараһаң, һуғыштың беренсе йылында кешеләр, был ҡыҫҡа ваҡытлы һуғыш, тип уйлай, икенсе йылында ла, беҙ был һуғышта еңәсәкбеҙ, тигән ныҡлы ышаныс менән йәшәй­ҙәр. Әммә һуңынан өмөттәре һүрелә төшә. Ниндәй генә хатты алып ҡарама, яугирҙарҙың Сталинға, партияға тоғролоғо ярылып ята. Ә бит был партия өлкә комитетына түгел, ә ғаиләгә яҙылған хат булған.
Нимә генә тимә, тыуған иленең азатлығы өсөн һалдат йәнен аямаған. Бына шағир Хөсәйен ҡунаҡбай ҙа бит бер шиғырында:
Үлһәм, үләм,
Ләкин еңеп үләм, − тип яҙа.
Мөхәббәткә тоғролоҡ көслө булған. «Һин түҙ инде. Кеше алдында мине оятҡа ҡалдырма!» – тип ҡәтғи рәүештә ҡатындарына хат яҙған ағайҙар ҙа бар ине. Тормош бит, оҙайлы айырылышыуҙы кисерә алмағандар ҙа булған.

− Хаттарҙа хәрби сер асылмағанмы?
− Һалдат хәрби серҙе асырға ярамағанлығын белә, сөнки улар хатҡа ҡағылышлы инструкция үткән бит. Әммә яҙмай ҙа булмай. Бына бер иптәш: «Мин һиңә, беҙҙе бер урын­ға ебәрәләр, тип яҙғайным бит, әле шунда Выборгов исемле иптәшемде осраттым», − тип фамилия аҫтында йәшереп, географик атаманы әйтә. Ул аңғартҡанса, яугир Ленинград фронтының Выборг операцияһында ҡатнашҡан. Хөсәйен ҡунаҡбай ҙа ҡатыны Ғәйшәгә үҙенең сәләмендә: «Хәтереңдә булһа, мин һиңә бер ваҡыт картала бер ҡаланы күрһәткәйнем, беҙ шул ҡаланан йыраҡ түгел ятабыҙ», − тип үҙенең ҡайҙалығын әйтә. Һуғышта пулеметсы, танкист икәнлектәрен дә яҙғандар бар. Әммә баш китерлек сер асылмаған.

− Әле фронт хаттарын йыяһығыҙмы?
– Был шөғөлөмдө ташламаным. Элек йыйғандарын музейға тапшырҙым. Бер өлөшө ғаилә архивында ла һаҡлана.

− Фронт хаттарын халыҡҡа еткереүҙән тыш, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына ҡағылышлы материалдар менән дә матбуғатта күп сығыш яһанығыҙ. Дивизияның тарихи архивын быйытыу буйынса ла эшләй­һегеҙ, ахыры...
− Республика Хәрби дан музейына эшкә килгәс, миңә дивизияның ветерандар советы йыйып, туплап барған фотоһүрәттәр, документтар менән тулы бер ҡумта килтереп тотторҙолар. Уларҙы бер ай буйы тикшереп ҡарап ултырҙым да, директорға: «Бында мин бер әһәмиәтле нәмә лә тапманым», − тип әйттем. Дивизия тураһында барлыҡ китаптарҙы ла уҡып сыҡтым. Уларҙа генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа бик аҙ урын бирелгән. Подольск ҡалаһында РФ Оборона министрлығы архивында ла булып ҡайттым. Тикшереү бер нәмә, бер нисек тә дивизияның яу юлдарын күҙ алдына килтереп булмай. БР Мә­ҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Украи­наға барып ҡайттым. Тәьҫораттар иҫ киткес ине. 30 йыл буйына Башҡортостандан бармағандар. ҡайтҡас, министрлыҡҡа, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеген белдереп, хат яҙҙым. Һәләк булған башҡорт атлыларына Хәтер скверы булдырыу, исемдәре яҙылған таш ҡуйыу тураһында тәҡдим менән сыҡтым. Үтенесте кире ҡаҡманылар. Хәҙер, шөкөр, Украина менән бәйләнештәр нығыны. Унда һәләк булған башҡорт яугирҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарыуға ирештек. Әле генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлын, дивизия тарихын өйрәнеп, ошо хаҡта китап яҙыу өҫтөндәмен.

− Һеҙ тормошто күп күргән кеше. Яҙмышығыҙҙың яҡты бер һағышҡа солғаған ниндәй йылдарын хәтерләр инегеҙ?
− Һуғыштан һуң ауыр йылдар, быуыны ла нығынып етмәгән малайҙарға бик иртә ауыр эшкә егелергә тура килде. 7-се синыфты тамамлағас, колхоз рәйесе: «Силос соҡоро ҡаҙығыҙ әле, малайҙар. Он бирәм», − ти. Беҙ, баҡса түтәле генә ҡаҙыған балалар, тотондоҡ был эшкә. Ҙур ғына өс соҡор ҡаҙҙыҡ. Бына бит беҙ ҙә ололар эшен башҡара алабыҙ икән, тигән ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙы күңелдә. Элек Красноусол заводының утынға тип әҙерләгән ағасын ҡыуғында ағыҙыуҙа ла ҡатнаштым. Эшселәрҙән йәшкә иң бәләкәйе мин инем. Участка начальнигы эш хаҡына итек бирҙе. Ауыр булһа ла, ололар менән типә-тиң эшләүҙән үҙенә күрә бер кинәнес тә алғанмындыр инде. Әле лә ошо ваҡиғаларҙы үҫмерлек осоромдоң ғәмһеҙ бер мәле тип хәтерләйем. Ауыл советында ла, буровойҙа ла эшләп алырға тура килде. Ғүмеремдең иң матур йылдары журналистикаға арналды. Туймазы, Салауат ҡалалары гәзиттәрендә, «Кызыл таң» редакцияһында, ете йыл Башҡортостан телевидениеһында хеҙмәт иттем. Күпме кеше менән осрашырға, улар хаҡында сағыу мәҡәләләр яҙырға, республикалағы хәл-ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнарға тура килде. Тәүгеләрҙән булып Өфөлә Орджоникидзе районының «Трибуна» гәзитен ойоштороуым менән ғорурланам.
Тормошом ауыр булды, тип әйтә алмайым, әммә күп нужа күрелде. Әммә ғүмеремдең һәр бер көнө үҙенсәлекле һәм иҫтәлекле. Күңел йыуанысы булған ҡәләмемдән генә айырылырға яҙмаһын.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға