«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Олатайым минең



12.02.2013 Олатайым минең

Радиола йыш ҡына бер йыр яңғырай:
Кеше бәхетенән
көнләшмәйем,
Кеше ҡайғыһынан көлмәйем.
Көҙөн сәскә атҡан ағас
күрһәм,
Яҙ килгән, тип шаулап
йөрөмәйем.
Тәрән мәғәнәле, моңло был йыр миндә һағыш хистәре уята. Теүәл бер йыл элек тыныс, саф күңелле, кешеләргә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, изге йөрәкле олатайым беҙҙең аранан китеп барҙы. Юҡ, бындай кешеләрҙең үлгән йылы булмайҙыр, тип уйлайым. Кеше­ләргә күңел йылыһын ихлас өләшеп, яҡтылыҡ нуры сәсеп йәшәүсе ярат­ҡан олатайым Сәйфетдин Ғә­ләитдин улы Юланов ғүмере буйы тыуған ауылына тоғро ҡалды. Үҙемде белгәндән алып тыуған көнөм менән ҡотларға иң беренселәрҙән булып олатайым килер, иҫтәлекле бүләктәр биреп, теләктәрен әйтеп, тупылдатып арҡамдан һөйөр ине...
Бер аҙ моңһоулыҡ менән ҡаршыланым мин ун һигеҙемде. Тәҙрәнән һаман ҡараштарым менән яратҡан олатайымдың килерен көттөм...
Һалҡын ҡыш тип тормай, ауылыбыҙҙағы туғандарыбыҙҙың бере­һен ҡалдырмай, хәлебеҙҙе белешергә йөрөнө. Ә йәйгеһен Алсынбай ҡушаматлы атын егер ҙә, хәленән килгәнсә туғандарына ярҙам итер ине. Бигерәк тә йорт хайуандарын яратты. Шуғалыр ҙа уларҙы дауалауҙы, яҡлауҙы һәм һаҡлауҙы бер ауырлыҡһыҙ башҡара ине.
Көтөү көтөп ҡайтып килгәндә беҙҙең өйҙө урап үтмәне. «ҡуян күстәнәсе» тип, әтмәкәйҙән, йыуанан, кәзә һаҡалынан ауыҙ иттерер булды. Тыныс, йомшаҡ холоҡло бер туған ағаһын атайым ныҡ яҡын күрҙе. Өй янында оҙаҡ итеп һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырырҙар ине.
Олатайымдың һалҡын, буранлы февраль айында беҙҙең аранан китеп барыуы оло юғалтыу булды. ҡаты сир туғандары өсөн өҙөлөп торған, ҙур йөрәкле, киң күңелле, изге йәнле кешене лә аяҡтан йыҡты. ҡунаҡтарҙа табын йәме ине: гармунын һуҙып йырлатты, бейетте, күңелдәрҙе күтәрҙе...
Туғандарыңдың хәтерендә һин мәңге һаҡланаһың, олатай! Тыныс йоҡла...

Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға