12.02.2013 Хәтирәләрҙе яңыртты
Гәзиттең 2012 йылдағы 95-се һанында Бөрйән районынан Мөнир Фәйзуллиндың «Һәр тарафта – тауҙар, тауҙар» тигән хәтирәләрен уҡып, бер ни тиклем иҫемә килә алмай, уйланып ултырҙым. Автор минең тыуған ауылым тураһында яҙа. Миңә 60 йәш. 37 йыл Учалы районының Рысай ауылында йәшәйем. Ә тыуған ерем – Бөрйән районының Килдеғол ауылы. Мөнир ҡустының яҙғанын уҡып ултырам, ә күҙ алдымдан бер-бер артлы, кинолағы кадрҙар һымаҡ, бала сағым, тауҙарым, ауылым өйҙәре, йылғам үтә. Мин дә бала сағымда Түгәрәмә тауына мендем. Һәр 1 Май байрамында тиҫтерҙәрем. һеңле-ҡустыларым менән бара торғайныҡ. Байрамға әсәйем беҙгә матур итеп күлдәктәр тегеп кейҙерә, тәмле итеп күмәстәр бешереп бирә ине. Граждандар һуғышынан ҡалған бер снарядты мин дә тапҡайным. Был хаҡта тулыраҡ итеп яҙайым әле. Хәтерем яңылышмаһа, 1961 – 1962 йылдар ине шикелле. Әсәйем – ауылда оҫта мейес сығарыусы. Йәй көнө аласыҡҡа (бәләкәй өй) икмәк мейесе сығарҙы, ә арҡыры һалырға тимер таба алмай. Мин яңы ҡаҙылған бағана төбөнән тутығып бөткән бер оҙон ғына тимер табып алдым. Һабы ла оҙон, уртаһы йыуаныраҡ ҡына. Әсәйем уны мейескә һалып, һылап ҡуйҙы. Балсығы кипһен, тип ут тоҡандырҙы ла, өйгә сәй эсергә инеп китте. Ә беҙ, өс өйҙөң балалары, аласыҡта уйнайбыҙ. Бер заман мейес «шарт» итеп ҡалды. Түшәмгә кирбес, балсыҡ оса. Ә беҙ, балалар, ҡайһыбыҙ имгәкләп, ҡайһыбыҙ шыуышып сығып киләбеҙ. Үҙебеҙҙең биттәребеҙ балсыҡҡа буялған, өҫ кейемдәре лә бысраҡ, аласыҡ эсе төтөн. Баҡтиһәң, теге тимер тутығып бөткән снаряд булған икән. Уҡытыусыбыҙ Сәлих ағай Дәүләтбирҙин шулай тип аңлатты. Хәҙерге мәл булһа, был ғәҙәттән тыш хәл булыр ине. Ул ваҡытта кем тикшереп торһон. Мөнир ҡусты Фәйзуллиндың яҙғандары мине бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты. Үҙенең тыуған ерен, илен, тыуған ауылын яратҡан кеше генә шул тиклем йөрәккә үтерлек итеп яҙалыр ул. «Йәшлек» гәзитенә ҙур рәхмәт.
Йәштәр баҫмаһының йыл аҙағындағы һанында Хәсән Усманов репертуарынан һүҙе һәм көйө С. Хөснөтдиновтыҡы булған «Мәрйәмем минең» йырын баҫтырып сығарҙығыҙ. Ә йыр героиняһы – йәшләй генә фажиғәле үлеп ҡалған бер туған апайым. Шулай итеп, «Йәшлек» гәзите былтыр минең өсөн ике ҙур ҡыуаныслы хәбәр баҫтырып сығарҙы. Нисек итеп шул гәзиткә яҙылмайһың инде?!.
Вәсилә ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Учалы районы,
Рысай ауылы.