12.02.2013 Кешегә соҡор ҡаҙыма
Ауыл малын көтөүсе бер ирҙе үпкәләткән, ә уныһы нисек тә булһа үс алырға уйлаған. Ул көтөүсенең малды ауылдан бик алыҫта, кеше йөрөмәгән ерҙә, үлән яҡшы урында көтөүен яҡшы белгән. Шуның өсөн дә бынан файҙаланырға уйлап, уға тәрән итеп соҡор ҡаҙырға булған. Көтөүсе мотлаҡ ошо соҡорға төшөр тип хыялланған. ҡараңғы төшә башлау менән ир тырышып-тырышып ер ҡаҙа башлаған. ҡаҙған ваҡытында көтөүсенең нисек соҡорға ҡолап төшөүен күҙ алдына килтереп, ҡыуанған. Бәлки, ҡолаған ваҡытта йә аяғын, йә ҡулын һындырыр, йә булмаһа, унан сыға алмай, үлеп ҡалыуы ла ихтимал, тип уйлаған. Бик тә булмаһа, соҡорға йә ул көткән һыйыр, һарыҡ төшөп үлер ҙә, хайуандың хужаһына мул ғына аҡсаһын түләр, тип хыялланған. Бик оҙаҡ ҡаҙа үс алырға теләүсе ир, хатта соҡорҙоң ныҡ тәрәнәйеп китеүен дә һиҙмәй ҡала. Таң атыр алдынан ғына ул ҡаҙыуынан туҡтай һәм, ни ғәләмәт, үҙенең шул тиклем тәрәндә баҫып тороуын күреп, иҫе китә. Хәҙер инде үҙенә ярҙам кәрәклеген аңлай. Бынан яңғыҙы бер нисек тә ҡотола алмауына төшөнә. ҡото осоп, ергә ултыра.
Уйығыҙҙа булһа ла кемгәлер соҡор ҡаҙырға уйлаһағыҙ, «Кешегә соҡор ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң» тигән мәҡәлде онотмағыҙ.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.