«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



08.02.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
РФ Президенты Владимир Путин Сочиҙағы Олимпия объекттарындағы трамплин, бобслей, биатлон трассаларын ҡарап, төҙөлөш эштәренең барышына ризаһыҙлығын белдергән.
Төҙөлөш өсөн яуаплы “ҡыҙыл аҡлан” асыҡ акционерҙар йәмғиәте “Рус тауы” трамплинын ике йыл элек төҙөп бөтөргә тейеш булһа ла, ул һаман сафҡа индерелмәгән. Хәҙер был ойошманың контроль пакеттары Һаҡлыҡ банкыһына тапшырылған. Донъя кимәлендәге спорт сараһы объекттарын төҙөүгә яуапһыҙ ҡараған, үҙҙәренең шәхси төҙөлөш компаниялары менән аҡса эшләргә теләгән етәкселәргә асыуы килгән ил етәксеһе “Төньяҡ Кавказ” курорттары етәксеһе, “ҡыҙыл ялан” ойошмаһы хужаһы, Олимпия комитеты вице-президенты Әхмәт Билаловты вазифаһынан бушатҡан.

Хайран ҡалдырҙы...
РФ Хәрби прокуратураһы Оборона министрлығының мөлкәтенең законһыҙ һатылыуына бәйле тағы ла яңы мәғлүмәттәрҙе асыҡланы.
Зыян күләме 56 млн һум тип баһалана. ҡара диңгеҙ яры буйындағы ер участкалары ведомство тарафынан һауа-десант ғәскәрҙәренең “Де­сантник» санаторийын киңәйтеү, яңы корпустар төҙөү өсөн алына. Әммә ҡала депутаттары, был ерҙең ҡиммәт булыуына баҫым яһап, министрлыҡтан ҡала өсөн социаль объект төҙөп биреүҙе һорай. Бушлай ерҙе эләктерә алмаған министрлыҡ хәйләгә бара − ер “ил әһәмиәтендәге эштәр” – радиолокация станцияһы төҙөлөшөнә кәрәк тип, уны үҙҙәренең милке итеп алыуға ирешә һәм һуңынан коммерсанттарға үҙ хаҡынан 56 миллионға арзаныраҡҡа һата. Ә һатып алыусылар – элекке министр А. Сердюковтың туғандары.

ҡайғыға һалды...
Енәйәтселәр тарафынан бәләкәй балаларҙың көсләп үлтерелеү осраҡтары йыш ҡабатлана.
Былтыр Белорет ҡала­һында башланғыс синыфта уҡыған ҡыҙ үгәй атаһының ҡорбаны булғайны. Та­тарстандың Яр Саллы ҡалаһында юғалған 8 йәшлек Василиса Голи­цынаны ла ҡала халҡы биш көн буйына эҙләне. Әммә хоҡуҡ һаҡсылары ҡаланан 73 саҡрым алыҫлыҡта уның соҡорға күмелгән үле кәүҙәһен генә тапты. Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтсе ҡыҙҙы көсләгән, уның тәнендә туҡмалыу, бысаҡ эҙҙәре лә бар. В. Голицынаны үлтереүҙә Үзбәкстандан килеп, ҡалала эшләп йөрөгән 30 йәшлек ир ғәйепләнә.

Уйландырҙы...
Сәғүд Ғәрәбстанында Әбдул бен Фанди әл-Шаммари үлем язаһын 30 йыл буйы көткән.
23 йәшендә ул үҙенең яҡын дуҫын йыртҡыстарса үлтерә һәм суд уны үлем язаһына хөкөм итә. Язаның ваҡытында башҡарылмауының сәбәбе − үлтерелгән ке­шенең балаларының бәләкәй булыуы. Баҡтиһәң, улар үҫкәс, аталарын үлтергән кешенән әҡлаҡи зыянды ҡаплатырға йәки ярлыҡарға ла мөмкин икән.
Абдулла – Сәғүд Ғәрәбста­нын­да төрмәлә үлтерелгән унынсы кеше. Былтыр был илдә 76 кеше үлем язаһына тарттырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға