«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Берҙәм мәғлүмәт селтәренә тоташалар



08.02.2013 Берҙәм мәғлүмәт селтәренә тоташалар

Республика китапханаларын берҙәм компьютер селтәренә тоташтырыу һәм уларҙың электрон базаһын булдырыу эше бара. Китап­ха­наларҙы яңыртыу, заманса технологиялар менән тәьмин итеү сараларына ярайһы уҡ күләмдә аҡса тотонола. Былтыр «Башҡортостанда китапхана эшмәкәрлеген үҫтереү» маҡсатлы программаһы (2010 − 2014 йылдар) буйынса республика бюджетынан 27 миллион һум аҡса бүленгән. Интернет селтәрен үткәреү өсөн генә 13 миллион һум киткән. Шулай уҡ сервер ҡорамалдарын алыу­ға 2 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән. Яңы компьютер программаһы менән эшләү өсөн китапханасыларҙы уҡытыу ойошторолған.
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана был йүнәлештә инде бер нисә йыл үҙ эшен алып бара. Былтыр бында «БР-ҙың корпоратив порталы» программа-аппарат комплексы ғәмәлгә индерелгән. Китапхана директорының мәғлүмәт технологиялары буйынса урынбаҫары Рәзил Бикбулатов:
− Китапханаларҙы Рәсәй электрон ресурстарына тоташтырыу – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Әлегә төп маҡсатыбыҙ – башҡа төбәктәрҙәге китапханалар менән хеҙмәттәшлекте көйләү, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү. Бөгөнгә беҙ Рәсәй дәүләт китапханаһының диссертациялар белешмә базаһына, дәүләт стандарттары һәм норматив документтарҙың мәғлүмәт системаһына, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына һәм башҡа ресурстарға тоташтыҡ, − ти.
Былтырҙан республика китапханаларында электрон уҡыу залдары асыла башланы. Тәүге зал Милли китапхананың беренсе корпусында асылды. Тиҙҙән балалар, үҫмерҙәр уҡыу үҙәктәре, Милли китапхананың икенсе корпусында ошондай хеҙмәтләндереү ғәмәлгә инәсәк.

М. ИҡСАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға