05.02.2013 Шәжәрәңде өйрәнһәң, нәҫелеңде табырһың!
Республика хөкүмәте ҡарары менән милләтебеҙҙе туплау, тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында, нәҫел-нәсәптәрҙең шәжәрә ағасы өйрәнелеп, ауылдарыбыҙҙа, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» йыйыны менән бер рәттән, Шәжәрә байрамдары ла үткәрелә башлағас, был мөһим башланғыстың әһәмиәтле яҡтары асылғандан-асыла бара. Беҙҙең милләт зыялыларының һәр башланғысты хуплап ҡаршы алып, дәррәү ең һыҙғанып тотоноуына ҡыуанырға ғына кәрәк.
Был мәртәбәле эште өйрәнеүҙә уҡыусыларҙың да, оло йәштәгеләрҙең дә берҙәм эш итеүе һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, Архангел районының Оҙондар ауылынан норотҡолдарҙың зат-ара зыялылары, арымай-талмай эҙләнә торғас, ҡаҙағстанда уйғырҙар араһында етмеш биш йыл буйы туған тупрағынан айырылып йәшәргә мәжбүр булған, шәжәрә өйрәнә башлағанға тиклем туғандары тарафынан күптән онотолған инәләре Әнисә Шаһингәрәй ҡыҙын табып, байрамға саҡыра. Һикһән йәшлек ағинәй, илле йәшлек улы менән килеп, тыуған ауылында ике йөҙҙән ашыу туғанын күреп, ҡалған ғына ғүмер юлында ҡатнашып йәшәүгә вәғәҙәләшеп ҡайта. Бындай йөрәк әрнеткес факттар иҫ киткес ҡатмарлы яҙмышлы милләт булыуыбыҙҙы күрһәтә. Әнисәнең яҙмышын репрессия шауҡымы ҡырҡа үҙгәртә. Атаһы Шаһингәрәй Ғәйнетдин улы Юламанов, ауыл совете рәйесе вазифаһын башҡарып, совет иленең киләсәктә сәскә атыуын ҡайғыртып, ауылдан-ауылға йөрөгәнендә 1935 йылда ҡулға алынып, мәсет баҙына ябып ҡуйыла. Әммә ике НКВД хеҙмәткәре физик яҡтан (бөгөнгөләре лә шулай) ифрат көслө кеше менән эш иткәндәрен шәйләмәй, иртәнсәк район үҙәгенә алып китергә алып сыҡҡас, Шаһингәрәй тегеләрҙең икеһен ике тарафҡа тәкмәстерә һуғып, урманға ҡаса һәм уңайлы мәлен тура килтереп, ҡатынын, биш йәшлек ҡыҙын килеп алып, эҙ яҙлыҡтыра...
ҡыҙыҡһынып яҙһаң, Әнисә Шаһингәрәй ҡыҙының ғүмер юлы үҙе бер романға торошло. Ун бер йәшендә генә үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙ бала тормошта барыбер үҙ юлын таба. Тормош юлдашы менән алты ул үҫтереп, барыһына ла юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлеге тыуҙыралар.
Миңә «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» исемле өс китабыма мәғлүмәттәр йыйыу барышында йөрәкте тетрәндергес яҙмышлы нәҫел-нәсәпте күп осратырға тура килде. Архангелдең ҡыҫынды ауылынан Лоҡман Әпсәләмов 1914 йылғы һуғышҡа алына, фронтта тотҡонлоҡҡа эләккәс, фермер хужалыҡтарында эшләп йөрөгәнендә немец ҡыҙына өйләнә. Ике малайға атай булғандан һуң да Лоҡман һәр саҡ ғәзиз тыуған тупрағына ҡайтырға хыялланып йәшәй. Мөмкинлек тыуыу менән тыуған ауылына ҡайтып, һуғыш башланғансы ике балаға атай булып өлгөрә. Ауылдаштары һәм ағай-энеләре 1941 йылда фронтҡа оҙатҡанда яугир: «Малайҙарым менән ҡоралға-ҡорал килеп һуғышырға киттем инде», – ти. Ысынлап та, малайҙарының береһе – 1915, икенсеһе 1917 йылғы булһа, гитлерсылар яғынан һуғышырлыҡ йәштә булалар бит. Кем белә?! Әгәр ҙә малайҙары иҫән ҡалһа, ғаилә ҡороп, Әпсәләмовтарҙың нәҫелен һан яғынан үрсетеүгә тос өлөш индергәндәрҙер... Уларҙан таралғандарҙың немецса һөйләшеп, шул халыҡтың ғына ғөрөф-ғәҙәтен үҙләштереп көн күреүе лә бар. Ике яҡлы эҙләнеүҙәр алып барһалар, бәлки, киләсәктә бер-береһен табырҙар. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, ти бит башҡорт халыҡ мәҡәле.
ҡан тартыу ярҙам итәме, эҙләгәндәр сит тарафтарҙа юғалған нәҫел-нәсәбен әкренләп таба. Мәләүез районының Әбет ауылынан Ғәйзулла Кинйә улы Иҫәнов, репрессияланып, Кемерово өлкәһе шахталарына эшкә оҙатыла, бөгөн 1935 йылғы Сөнғәтулла исемле улынан таралған Ирек, Салауат, Ринат олаталары йәшәгән тыуған тупраҡта дүрт йөҙгә яҡын туған-тыумасаһы йәшәгәнен белә һәм киләсәктә үткәреләсәк байрамға, Ленино-Кузнецк ҡалаһынан килеп, әкрәбәләре менән танышып, артабан ҡатнашып йәшәргә ниәтләнә. Эҙләгәндәр таба! Шәжәрә өйрәнеүҙә Стәрлебаш районы зыялылары айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Йомағужа ауылынан «Әкрәмбәк» заты араһынан Әхмәтгәрәй Байморатов исемле олаталары Бөрйән яҡтарына ағас ҡырҡыу эшенә китеп, ҡалын урманлы, сихри тәбиғәтле Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан Бикташ ауылын оҡшатып, шунда төпләнә. Тәүге осорҙа үҙ-ара хәбәрләшеп торһалар ҙа, ваҡыт үтә килә, бәйләнеш юғала. Сөнки эргә-тирәләге урманлыҡтар ҡырҡылып бөткәс, Бикташ ауылында йәшәгән халыҡ яҡындағы ауылдарға күсенә. Шәжәрәләрҙе өйрәнеү барышында нәҫел зыялылары Р. Байморатов, М. Юлдашев, Б. Ильясов Әхмәтгәрәй олаталарынан таралған туғандарын Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан таба. «Бер олатайҙан да нәҫел күпләп тарала икән, Байморатов, Әминев, ҡолбирҙин фамилияларында йөҙҙән ашыу туған-тыумасабыҙҙы таптыҡ», − ти улар. Федоровка районының Батыр ауылында йәшәгән Аҡсуриндарҙың зыялылары, олаталары быуыны бәйләнешен егерме ете быуынына тиклем өйрәнеп, ҡайһы бер әкрәбәләрен Төркиәлә, хатта ҡытайҙа ла тапты. Иң мөһиме, үҙҙәренең нәҫелдән килгән кенәзлек титулын тергеҙҙеләр. Аҡсура олаталары кенәз титулын биш йөҙ йыл элек яулай. Әбей батша указы менән эстафета рәүешендә Юныс, Ильяс, Ибраһим, Иҙрис олаталарына ла кенәз титулы бирелә. Бөгөн был титул бирелгән 499-сы номерлы танытма Вилдан Фәйзулла улында, 500-сөһө – улы Илгиздә. «Бер нәҫелдән ете кенәз», − ти нәҫел зыялыһы. Улар хатта ҡайһы бер олаталарының ҡайҙа ерләнгәнен дә белә. Хәбибулла олаталары Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ерләнгән.
Шәжәрә ағасын өйрәнеү, бер яҡтан ҡарағанда, милләтебеҙҙе туплау, тергеҙеү, үҫтереү яғынан башҡарылһа, йәштәрҙе тарихты өйрәнергә лә әйҙәй.
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы,
Ташлыкүл ауылы.