«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәйғор төҫтәренә мансылған тормош юлы



01.02.2013 Йәйғор төҫтәренә мансылған тормош юлы

Йәйғор төҫтәренә мансылған тормош юлы
йәки Рәссам ағайым Дамир Ишемғоловтың ижады тыуған тупрағынан һут ала
Бормаланып аҡҡан Һаҡмар йыл­ғаһы буйында мөһабәт тауҙарға һы­йынып ҡына ятҡан Әбеш ауылы бар. Хәйбуллала ғына түгел, бөтөн Баш­ҡортостанда иң матур урындар­ҙың береһе булып дан ҡаҙанған ул. Ошо илаһи күренештәр, тел менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ гүзәллектәр бәләкәс Дамирҙың күңелендә илһам орлоҡтары булып шытҡандыр. Юғиһә тыуған яҡтарының матурлығын йәйғор төҫтәренә мансып төшөргән әҫәрҙәре ижад ителмәҫ ине.
Башҡортостандың атҡаҙанған рәс­самы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Дамир Нуритдин улы Ишемғолов ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә иң бәләкәсе булып донъяға килгән Дамир ағайыма уҡып, кеше булып китеү еңелдән булмай. Ил өсөн иң ауыр 1943 йылдың сатнама һыуыҡ февраль айында донъяға килә ул.ҡояшлы, йылы көндәргә, тыныс, әммә тулы ағышлы тормошҡа ынтылыуы уның бөтә ижадында ярылып ята.
Нәҫелебеҙ һүрәт төшөрөргә оҫта булһа ла, Дамир ағайым ғына профессиональ рәссам булып китә. Хоҙай күңеленә һалған рәссамлыҡ һәләтен үҫтереү, белем офоҡтарын киңәйтеү маҡсатында баш ҡалабыҙға юллана. Өфө сәнғәт училищеһында белем ала. Төпкөлдәге башҡорт ауылынан сығып үҙен танытыу өсөн күп һынау үтергә тура килә. Уның әҫәрҙәрендә кешеләргә әйтергә теләгән фекерҙәре, эҙләнеү, уйланыуҙары, тыуған яҡтарын һағыныу хисе ниндәйҙер философик хис-тойғолар менән үрелеп һүрәтләнгән. Тәү ҡарауға бик ябай күренгән картиналарға тәрән мәғәнә һалынған.
Үҙенә генә хас булған һүрәтләү алымдарын булдырыу, арымай-талмай үҙ ижадын камиллаштырыу өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Дамир Ишем­ғоловтың картиналары төрлө күргәҙмәләрҙә урын биләй.
1989 йылда «Һары бейә» сәнғәт төркөмө һәм «Инйәр» ижади төркөмөн булдырып, Мәскәү, Силәбе, Но­восибирск ҡалаларында ойошторолған күргәҙмәлә ҡатнаша. Төр­лө йылдарҙа шу­лай уҡ Йош­кар-Ола, Ека­те­рин­бург ҡалала­рын­да үткән күргәҙмәләрҙә үҙ эштәрен ҡуя. 1993 йылда ха­лыҡ-ара рәссамдар күргәҙмәһендә (Австрияла, Вена һәм Зальцбург ҡалаларында уҙа) ҡатнаша.
1996 йылда Өфөлә үҙенең тәүге күргәҙмәһен ойоштора.
Уның тырыш хеҙмәте, тынғыһыҙ ижады Маҡтау грамоталары, «Баш­ҡортостандың атҡаҙанған рәссамы» исеме менән баһаланған. Әҫәрҙәре Рәсәйҙең сәнғәт музейҙарында, галереяларында һаҡлана, Австрия, Германия, АҡШ, Финляндия, Францияла шәхси йыйынтыҡтарға ла уның ижад емештәре индерелгән.
Йәйғор төҫтәренә мансылған тормош юлы
Оҙаҡ йылдар Өфө сәнғәт училищеһының рәсем төшөрөү оҫталығы бүлегендә уҡыта, йәш рәссамдарҙы ижад серҙәренә төшөндөрә.
2001 – 2003 йылдарҙа ағайым Баш­ҡортостан Республика­һы Рәс­самдар союзының ревизия ко­миссияһы рәйесе вазифаһын башҡара.
Мөләйем, баҫалҡы, эшһөйәр рәссам тормошта үҙ урынын тапҡан. Ул, уңышлы хеҙмәткәр булыу менән бер рәттән, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Саҡмағош районы һылыуы Кла­раны осратыуын яҙмыштың ҙур бер бүләге итеп ҡабул итә. Эшкә уңған, аҡыллы, сабыр Клара еңгәйебеҙ һөнәре бу­йынса технология фәндәре белгесе булһа ла, ижад кешеһенең күңел торошон тулыһынса аңлаған яҡшы тормош иптәше лә. Картиналар ижад итеү рәссамдан ҙур тырышлыҡ, көсөргәнеш талап иткәнен яҡшы аңлай ул. Һәр әҫәрҙең уйланыу, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булып барлыҡҡа килеүен белгәнгә күрә лә һәр саҡ таяныс һәм кәңәшсе ул Дамир ағайыма.
Татыу ғаиләләрендә ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Азат Өфөлә йәшәй, бәләкәйҙәре – Айҙар атаһы юлынан китте. Санкт-Петербург ҡалаһында танылған йәш рәссам. Балалары, ейәндәре, бүләсәләре өсөн хәстәрлекле атай-әсәй, ҡартатай-ҡартәсәй булып ҡыуаныста көн итә Дамир ағайым менән Клара еңгәйем.
Йәйғор төҫтәренә мансылған тормош юлы
Уларҙың йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Барса туғандарға кәрәк саҡта ихлас ярҙам ҡулы һуҙыр­ға әҙер торалар. Тик уңғандар­ға ғына хас күкрәп үҫкән баҡсаларының емеш-еләге менән кинәнеп уртаҡлашалар. Уңған еңгәйебеҙ, тәмле аш-һыу оҫтаһы булыу менән бергә, ҡул эштәренә лә бик маһир: бәйләй, тегә, ырғаҡ менән селтәр­ҙәр бәйләй. Ә иң һоҡландырғаны – кескәй генә ҡорамаларҙан бик матур итеп эшләнгән юрған, түшәк, мендәр­ҙәре. Шундай матурлыҡтан, ихласлыҡтан йорт эсе йәйғор нурҙары менән тулған кеүек күренә. Тормошто яратып, уның ауырлыҡтарына бер ҙә һыҡранмай, кескәй генә шатлыҡты ла ҙур итеп ҡабул итеп, дуҫ-иштәре, туғандары менән бүлешеп йәшәгәнгә лә бер ҙә ҡартаймайҙар.
ҡәҙерлеләребеҙҙең күҙҙәрендә бер-береһенә һөйөү, ихтирам, йөҙҙәрендә ҡәнәғәт йылмайыу, донъяларында йәйғор төҫтәренең мең-мең сағылышы уйнай. Үҙ ҡулдары, үҙ тырышлыҡтары менән ҡорған, булдырған ошо нурлы донъяларының бәхетен күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын уларға.

Миләүшә ҡЫҘРАСОВА-ИШЕМҒОЛОВА.

Хәйбулла районы,
Әбеш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға