«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Билет бирмәүсе “маршрутка”нан – йылына 30 миллиард һум



01.02.2013 Билет бирмәүсе “маршрутка”нан – йылына 30 миллиард һум

Һәр ҡалаға хас күренештер – дәүләт транспортынан башҡа, пассажирҙарҙы төрлө мини-автобустар ҙа ташый. Улары күпкә артығыраҡ та хатта. Өфөләге туҡталыштарға ғына күҙ һалығыҙ әле: өҫтө-өҫтөнә тиерлек килеп-китеп торған һары ”маршрутка”лар күпме? Ә уларға инеп, һыйып ултырыуы ла мөмкин түгел. Билет? Әлбиттә, бирмәйҙәр. Бына ошо бизнес “күләгәле” тигән атама алған.
Баҡһаң, билет бирмәгән водителдәр һалымды һәр икенсе пассажир иҫәбенән сығып ҡына түләй икән. Мәскәүҙә, мәҫәлән, шул аҡса әйләнеше йылына 30 миллиард һумға етә. Бюджеттан күпме һум “йәшенеп” ҡала. Был хаҡта баш ҡала мэры урынбаҫары Максим Ликсутов әйткән. Тиҙҙән Мәскәү маршрут таксиҙарынан ҡотолоп, уның урынына ГЛОНАСС системалы, кондиционерлы, уңайлы автобустар йөрөйәсәк һәм яңы маршруттар селтәре барлыҡҡа киләсәк. Уларҙа “льготник”тар, юл йөрөү абонементтарының (проездной) барлыҡ төрөн алыусылар, “электрон кө­шө­лөклө”ләр йөрөй аласаҡ. Нисауа, Мәскәү яҡын, Өфөгә лә етерҙәр. Юҡһа, ҡала урамдарында пассажир ташыусылар артыҡ күп, әммә сифатлымы һуң, тигән һорау килә лә тыуа.

Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға