«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡанундар әҙерәк йомшартыла



01.02.2013 Ҡанундар әҙерәк йомшартыла

Төрмәнән сыҡҡандар һәм сирлеләргә уллыҡҡа бала алыу мөмкинлеге бирелә
Быйыл ғинуарҙың беренән АҡШ граждандарына Рәсәй етемдәрен уллыҡҡа алыуҙы тыйған “Дима Яковлев” законы үҙ көсөнә ингәйне. Хәҙер үҙебеҙҙекеләргә тәрбиәгә бала алыу процедураһы ҡулайлаштырыласаҡ. РФ Президенты Владимир Путин тап шулай эшләргә ҡушты ла.
РФ Дәүләт Думаһының вице-спикеры Сергей Не­веров менән Ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Ольга Баталина уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыр­ға теләүселәр өсөн талаптар­ҙы кәметеүгә бәйле төҙәтмәләр эшләй. “Известия” гәзите яҙыуынса, бынан ары хөкөм ителгәндәр менән сәләмәтлектәре яғынан проблемалары булғандарға ла етем баланың тәрбиәгә бирелеүе ихтимал. Бер һүҙ менән әйткәндә, теләгән һәр кем уллыҡҡа алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Әлбиттә, был ғаиләләр ентекле тикшереләсәк тә ул, әммә күрәләтә элекке енәйәтсегә йә ауыр сирлегә барып эләккән бала тейешле тәрбиә күрерме һуң? Фекерҙәр күп. Мәҫәлән, етем балаларға булышлыҡ итеүҙе төп маҡсат итеп алған “Балалар ауылы – SOS” тигән халыҡ-ара хәйриә ойошмаһының Рәсәй вәкиллеге директоры Николай Слабжанин белдереүенсә, әгәр кеше йәш сағында аңғармаҫтан енәйәт ҡылһа, киләсәктә ниңә уллыҡҡа алыу хоҡуғынан яҙырға тейеш?
Хәҙер депутаттар алдына ҙур эш килеп баҫа – уларға Ғаилә кодексын, “Опека һәм попечителлек тураһында”ғы законды, РФ Енәйәт кодексының нормаларын ҡарап сығыр­ға кәрәк.
Әйткәндәй, инвалид баланы тәрбиәгә алыусыларға бүленгән матди ярҙамдың күләме арттырыласаҡ. Уны 13 мең һумдан 100 меңгәсә күтәрмәкселәр. Тағы шуныһы – уллыҡҡа алыу ҡарары элеккесә бер айҙа түгел, 10 көндә сығарыласаҡ, медицина справкалары алты ай дауамында ғәмәлдә ҡаласаҡ, ә торлаҡ шарттары тураһында справка бөтөнләй кәрәкмәйәсәк. Яҡшымы был, насармы? Федерация Советы, тәрбиәгә бала алған ата-әсәләргә булышлыҡ итеү менән махсус ведомство шөғөлләнергә тейеш, тигән фекерҙә.
ҡайһы бер белгестәр уллыҡҡа алыу процедураһынан бюрократик кәртәләрҙе бөтөрөү йәһәтенән йә мөмкин тиклем еңелләштерергә, әммә кандидат булған ғаиләләрҙең әҙерлеген, һәләтен ныҡ тикшереү иҫәбенә ҡатмарлаштырырға тәҡдим итә.
Әле ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, хөкөм ителгәндәр, сирлеләр, суд тарафынан опекунлыҡтан ситләштерелгәндәр, матди хәле насар булғандар етем баланы уллыҡҡа ала алмай.
Булған ҡануниәтте үҙгәртеп, талаптарҙы шул тиклем дә йомшартырға уйлағас, Рә­сәйҙә балалар йорттары етемдәр менән лыҡа тулылыр ҙа, уларҙы ҡарарға дәүләттең хәле етмәйҙер, тигән уй тыумаймы һеҙҙә?

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға