«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡағыҙ паспорттар бөтәсәк



01.02.2013 Ҡағыҙ паспорттар бөтәсәк

Ҡағыҙ паспорттар бөтәсәк
Ваҡыт арбаһы туҡтауһыҙ алға елә, ә заман технологиялары көнкүрешебеҙгә нығыраҡ үтеп инә. Һуҡаны – трактор, атты – автомобиль, самауырҙы электр сәйнүге алмаштырҙы. Тиҫтә йыл элек кеҫә телефонының ни икәнен белмәй инек, ә хәҙер ул алмаштырғыһыҙ әйбергә әүерелде. Сират паспорттарыбыҙға етте, буғай, 2015 йылдан Рәсәйҙә электрон паспорттар барлыҡҡа киләсәк, ә 2025 йылда был документтың ҡағыҙ варианты бөтөнләй юҡҡа сығарыласаҡ.
Закон проектында, 2015 йылдан 14 йәше тулған һәр граждандың электрон картаһы булырға тейеш, тиелә. Шул уҡ ваҡытта беҙ өйрәнгән ғәҙәти паспорттарҙы 2025 йылға тиклем ҡулланырға мөмкин буласаҡ әле. Ә совет заманындағы шәхесте раҫлаусы был документ 2015 йылдан үҙ көсөн юғалта.
Закон проектын әҙерләүселәр раҫлауынса, бындай реформа документтарҙы һаҡлау кимәлен яҡшыртыу өсөн кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ошо документ ярҙамында төрлө махинация-алдау осраҡтары кәмейәсәк. “Электрон карта граждандың шәхесен раҫларға ярҙам итәсәк”, – тиелә был документта.
Электрон документ ун йылға бер тапҡыр биреләсәк. Уны алыр өсөн, ҡағыҙ паспортҡа кеүек үк, пошлина түләргә кәрәк буласаҡ. Тик әлегә уның күләме билдәле түгел. Махсус чип ҡуйылған пластик паспорт элеккеһенә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ буласаҡ, уны боҙоуы, эшлектән сығарыуы ауырыраҡ. Бынан тыш, ул халыҡты оҙаҡ ваҡытты алған ҡағыҙ эшенән азат итәсәк.
Был закон үҙ көсөнә ингәс, граждандарға яңы типтағы паспорт алыр­ға тәҡдим ителәсәк. Ә быйылдан электрон универсаль карта бирелә башланы. Әле 10 меңдән ашыу Рәсәй гражданы уны алыу өсөн ғариза биргән дә инде. Универсаль электрон карта өсөн алдағы биш йылға 135 – 165 млрд һум сығым талап ителә.
Универсаль карта ярҙамында дәүләт һәм коммерциялы хеҙмәт­тәр­ҙән файҙаланырға, улар өсөн түләргә, шу­лай уҡ сауҙа-сервис нөктәләрендә, ғәҙәти банк картаһы менән кеүек үк, иҫәпләшергә мөмкин.
Башҡортос­тан­да универсаль элек­трон карта өсөн ғаризалар яҙыу һәм уны алыу пункттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Белорет, Салауат, Неф­текама һәм Мәләүез ҡалаларында асылған. Офистары “Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы”, “Уралсиб” банкыларында, шулай уҡ “Социаль карталарҙың башҡорт регистры” ойошмаһында урынлашҡан. Әйткәндәй, ул бушлай бирелә, гражданға ғариза яҙыр­ға ғына кәрәк. Үҙегеҙ менән паспорт, дәүләт пенсия страховкалауының страховкалау таныҡлығы, мотлаҡ медицина страховкалау полисы, ғариза биреүсенең льготаға хоҡуғын раҫлаусы документын алырға онотмағыҙ.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға