«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ир менән ҡатын дуҫ була аламы?



01.02.2013 Ир менән ҡатын дуҫ була аламы?

Ир менән ҡатын дуҫ була аламы?
Мин «Юлдаш» радиоһын бик яратып тыңлайым. Әлбиттә, көндәр буйы тыңларға ваҡыт юҡ, шулай ҙа киске тапшырыуҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ә инде төш мәлендә Нурия Абдуллинаның тауышын ишетеү форсаты сыҡһа, был минең өсөн оло ҡыуаныс. Киске сәғәт ун менән ун ике араһында «Аулаҡ» программаһы йыш ҡына ҡыҙыҡлы темалар күтәрә. Шуларҙың береһендә: «Ир менән ҡатын араһында дуҫлыҡ буламы?» − тигән һорау ҡуйылғайны. Әүәл-әүәлдән бәхәсле тема. Яңыраҡ үткән тапшырыу барышында шылтыратырға ла уҡталып ҡуйҙым, әммә тыңлаусыларға еткерәһе фекерҙәремдең бер-ике минутлыҡ һөйләшеүгә генә һыймаҫын аңлап, туҡтап ҡалдым. Бөгөн бына үҙебеҙҙең яратҡан гәзитебеҙ аша шул фекерҙе еткергем килә.
Фекерем менән килешмәүселәр мотлаҡ табылыр. Шуға күрә тағы ла кемдәрҙер уйлағанын яҙһа, һәйбәт булыр ине.
Мин инде күптән өләсәй. Ләкин йәштәрҙе, урта быуынды борсоған мәсьәләләр мине лә урап үтмәй.
Һүҙҙе алыҫ бала сағымдан башлағым килә. Ауылымда беҙ, бер урам балалары, малайҙарға һәм ҡыҙҙарға бүленеп уйнаманыҡ. Бәлки, ике енес балаларын ике төркөмгә айырған кескәй генә нескәлек булғандыр. Уға ҡалһа, һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ мауығыуы, шул уҡ ҡыҙҙар араһында ла береһенә оҡшаған уйын, әйтәйек, икенсеһенә оҡшамай. ҡар ирер-иремәҫтән бөтәбеҙ ҙә түбәгә туп һуға сыға инек. Ер һурығыу менән «Һығырмышым, бер һырғыр!» («Казаки-разбойники»), «Буяу», «Йөҙөк ташы» һәм башҡа уйындар башлана.
Тиңдәштәрем Әхмәт менән Раил миңә һәр саҡ дуҫ-терәк булды. ҡыҙҙарға батмаҫ серем уларға бата ине. Хәйер, ул саҡтағы серен дә әйтер инем. Әхмәт инде күптән мәрхүм. Раил, шөкөр, үҙе кеүек эшһөйәр, булдыҡлы ҡыҙға өйләнеп, гөрләтеп донъя көтә.
Миңә туғыҙ йәш тулыуға беҙҙең ғаилә район үҙәгенә күсте. Асҡар мәктәбенең уҡытыусыларын ҡан илатҡан тәртипһеҙ малайҙар араһында үҫергә тура килде. Хатта уларҙың береһен, минән теүәл дүрт йәшкә өлкән Вадимды, шефлыҡҡа беркетеп ҡуйҙылар. Күсмәй ултыра торғас, ул мин уҡыған класҡа тороп ҡалғайны. Йәнәһе, мин хәҙер Вадимға көн дә дәрес әҙерләшергә тейеш булам. Тәүҙәрәк дәрестәрҙе бик тырышып әҙерләй инек, әммә мажараһыҙ йәшәй алмаған малайҙың уҡыуға иҫе китмәй торғайны. Үҙе кеүек тиктормаҫ, шуҡ дуҫтары, гитара тотоп, беҙ математиканан мәсьәлә сискәнсе ишек төбөндә көтөп ултыра. Тора-бара дәрес әҙерләүҙәр гитара сиртеп, йыр һуҙыуға, тирә-яҡты ҡыҙырып, яңы мажаралар эҙләүгә әүерелде. Тәбиғәтем менән мин бик йыуаш, баҫалҡы инем, әммә «хулиган» мөһөрө баҫылған Вадим, Батыр, Витя һәм башҡалар нисектер миңә буйһона һәм улар эргәһендә сая, үткер, ҡыйыу бер «атаман»ға әйләнә торғайным. Беҙ бик татыу, дуҫ булдыҡ, киноға ла бергә йөрөнөк һәм алты-ете тәртипһеҙ малай араһынан бары тик Виктор Шангин ғына дуҫлыҡ сиктәрен аша атлар­ға, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе баш­ҡасараҡ юҫыҡҡа күсерергә маташып ҡараны. Мин үҙен аңларға теләмәгәс, бик оҙаҡ үсләшеп йөрөнө.
Хәтеремдә, бер шулай күмәкләп киноға барҙыҡ. Залда ут һүнеү менән минең башҡа таш килеп бәрелде. Береһенә лә өндәшмәнем, фильм бөткәнсе һыҙланып ултырҙым. ҡайтырға сыҡтыҡ. ҡапыл арттан Витя ҡыуып етте лә минең арҡаға бик ҡаты әйбер менән һуғып ҡасты. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул усында кастет йөрөтә булып сыҡты. Бер-ике малай иҫәңгерәп торған минең эргәмдә ҡалды, ҡалғандар Витяның артынан йүгер­ҙе. ҡабат ул миңә бәйләнмәне, урап үтер булды, ләкин бик күп йылдар уҙғас, ҡәйнәһен үлтергән өсөн оҙаҡ ҡына ултырып сыҡҡан Виктор йәнә юлымда пәйҙә булды, йәнә мөхәббәтен аңлатып маташты. Бәхеткә күрә, оҙаҡламай ситкә күсеп киттем. Һуңынан уның һәләк булғанын ишеттем…
Үкенескә күрә, ул саҡтағы дуҫ малайҙар­ҙың берәүһе генә иҫән, ғаиләһе менән алыҫта йәшәй. Башҡалар бик иртә баҡыйлыҡҡа күсте. Ләкин улар­ҙың эскерһеҙлеген бөгөн дә онота алмайым.
Ысын дуҫ, тоғро иптәш була белде улар. Кемдер, ул бит бала саҡта ғына, тиер. Ир-егеттәр араһында һуңғараҡ та дуҫтарым булмаһа, бәлки, был мәҡәләне яҙып та тормаҫ инем. Үҙем менән бер класта уҡыған Данил, урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт медицина институтына, ә мин Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индек. Әсәйем Данилды бик яҡын күрә, атай-әсәй­һеҙ булғанғамы, уны йәлләй торғайны. Класташым да әсәйемә, әсәй, тип өндәште. Икәү-ара һүҙгә килешһәк: «Их, һин бит бер ҙә генә әсәйгә оҡшамағанһың, уның кеүек һәйбәт булһаң икән!» − тип сәмемә тейер ине. Данилдың мөхәббәтенә лә, яратҡан ҡыҙы менән аңлаша алмай, аралары өҙөлөүгә лә шаһит булдым. Беҙ бик йыш серләшә инек, ул үҙ ҡыҙын һөйләй, мин − дуҫлашып йөрөгән егетте. Үҙебеҙсә бер-беребеҙгә кәңәш бирәбеҙ.
Асҡар менән Өфө араһын гел бергә үттек тиһәм дә, хата булмаҫ. Сөнки әсәйем тулыһынса Данилға ышана һәм, уның менән юлға сыҡһам, күңеле тыныс була торғайны. Йыш ҡына самолетта осабыҙ, бәғзе ваҡытта поезда сығырға ла тура килгеләй. Ул саҡта баш ҡалаға тимер юлы юҡ, Силәбе аша йөрөйбөҙ, юлға күп ваҡыт китә. Данилдың мине ағайҙарса хәстәрләүен, ҡурсалауын ҡайһылай онотаһың?! Беҙҙең арала дуҫтарса ғына түгел, туғандарса мөнәсәбәт булды. Тәүге мөхәббәтенә өйләнә алманы, үҙе менән дауаханала бергә эшләгән йәһүд ҡыҙына өйләнде һәм Башҡортостанды ғүмерлеккә ташлап китте. ҡайтҡыланы ул һуңынан да, әммә тора-бара эҙе һыуынды…
Уҡыусы минең фекерҙе аңлағандыр инде. Эйе, ике енес кешеһе араһында дуҫлыҡ була, тип әйтергә теләйем. Һәм ул дуҫлыҡ ир-егеттәр, йә булмаһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы дуҫлыҡтан көслөрәк, тоғрораҡ. Электән, ҡатын-ҡыҙҙар дуҫлыҡты аңламай һәм үҙ-ара ысын дуҫ та була алмай, тип раҫларға маташалар, төрлө көләмәстәр ҙә уйлап сығаралар. Әлбиттә, ул көләмәстәр­ҙең авторы − ир-ат. Әлеге фекер менән тулыһынса килешеүе ауыр. Сөнки гүзәл заттар ҙа ғүмер буйы дуҫ булып йәшәй-аралаша ала. Һәр хәлдә, минең шундай өс-дүрт дуҫым бар. Һәм түбәндә яҙыласаҡ юлдар һис кенә лә уларға ҡағылмай, шуға күрә миңә үпкәләмәһендәр. Нимә әйтмәксемен һуң? Бер үк енес вәкилдәре араһындағы дуҫлыҡта күберәк үҙ-ара ярышыу, бер-береһенән көнләшеү, хатта бер-береһенең уңышына көйөнөү кеүек кире күренештәр осрай. Улар ысын дуҫлыҡҡа, ихлас мөнәсәбәттәргә бик ныҡ ҡамасаулай торған нәмәләр. Унан, иң сетерекле, ауыр мәлдәрҙә дуҫ ҡатын һинең менән бергә ахылдай, ухылдай, ләкин хәлеңде еңеләйтеү яйын ҡарамай. Һөҙөмтәлә һин бәләң менән яңғыҙ ҡалаһың. Ә ир-ат шундуҡ ярҙамға килә, әгәр һине ысынлап та дуҫы тип иҫәпләй икән, мотлаҡ хәлеңде еңеләйтергә тырыша. ҡабатлап әйтәм: былар ҡатын-ҡыҙ дуҫтарыма ҡағылмай. Уларҙың миңә мөнәсәбәте инде йылдар, юлдар һынауы үткән һәм һәр ҡайһыһына мин теләгән бер ваҡытымда таяна алам. Бик үк ихлас булмағандарын ошо ғүмерем ағышында ҡалдырып киткәнмен.
Йәнә шуны әйткем килә. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт − бер-береһе менән бутап булмай торған төрлө тойғолар. Ир менән ҡатын араһындағы дуҫлыҡтың һөйөү тойғоһо менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ. Тормош юлдашы һайлағанда, бер ваҡытта ла дуҫлыҡ хисенән сығып һайларға ярамай, сөнки кисәге дуҫың бөгөн килеп ышаныслы ир йә ҡатын була алмай. Ғаилә мөнәсәбәттәре – бөтөнләй башҡа талаптар ҡуйған үҙенсәлекле хәл-торош, уның бик күп «һыу аҫты» серҙәре, сетерекле тактикаһы, театрҙағы кеүек, битлекле уйыны бар. Дуҫлыҡта иһә барыһы ла асыҡ, ихлас, ус төбөндәге һымаҡ (мин ир менән ҡатын араһындағы дуҫлыҡты әйтәм).
Ошо хәҡиҡәтте аңламауым, ғаиләлә эргәмдәге кешелә тәү сиратта дуҫ табырға тырышыуым арҡаһында бик күп төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар эшләнем. Һәм әлеге яҙмаларым ниндәйҙер дәрәжәлә бүтән кешеләрҙең яҙмышын күҙәтеүгә нигеҙлән­һә, күберәген үҙемдең башымдан үткәндәр­ҙән сығып еткерелә. Асылда яҙмышымда осраған һәр кемгә мин дуҫ булдым, ә шәхси мөнәсәбәттәр, бер ҡатлылығыма бәрелеп, юҡҡа сыҡты. Минең ғаилә хәлем хатта шундай йәмһеҙ патологияға юлыҡты: эргәмдәге ир булған әҙәм, миндә дуҫынмы, туғанынмы күреп, ситтәге мөхәббәт мажараларын һөйләр, кәңәш һорар ине. Әлбиттә, минең бисәлек хоҡуҡтарын хәтерләп, быға ҡаршы протест белдереүем өйҙә да­уыл, янъял ҡуптарҙы…
Бына шулай. Ир менән ҡатын дуҫлығына ҡағылышлы тағы бер хәл-ваҡиғаны иҫ­кә алғым килә. 1987 йылда яҙмыш мине иҫ киткес кеше менән осраштырҙы. Ул не­мец яҙыу­сыһы, журналист Петер Эрих Трог ине. Арала сиктәр, телдәр, диндәр айыр­маһы. Ул − русса, мин немецса белмәйем. Күрәһең, беҙ кешеләр телен­дә аралаш­ҡанбыҙ­ҙыр, сөнки егерме йылдан ашыу дуҫ-туған булған осор­ҙа һис тә тел айырмалығын тойманыҡ. Хат­тар алыштыҡ, осраштыҡ. Петерҙың ҡатыны Инге менән, ҡайынбикәһе Һельга менән дә бик яҡын дуҫтарға әүерелдек. 90-сы йылдар­ҙа улар миңә балаларымды үҫтерешергә, аяҡҡа баҫтырырға яр­ҙам итте. Асылда Рәсәйҙәге кибет кәштәләренең бушлығын татыманым, сөнки Петер һабын менән шампунь, аҙыҡ-түлектән алып кейемгә тиклем һалып торҙо. Почта аша ла, ике арала йөрөгән сәйәхәтселәр аша ла. Ә инде Германияға миңә барырға насип булғанда, бөтә сығымдарҙы үҙҙәре күтәреүҙән тыш, ете-һигеҙ ҙур сумкаға күстәнәс тултырыр булдылар. Миңә иһә сит илгә бер литр араҡынан башҡа бер ни ҙә сығарырға рөхсәт ителмәне. Шуныһы үкенесле, уларға үҙемә күрһәтелгән игелекте, ҡәҙер-хөрмәтте ҡайтарып өлгөрмәнем. «Беҙ юҡта ла бында килерһең», − тип миңә әллә күпме дуҫ табып бирҙе Петер, улар менән ара-тирә хат алышабыҙ, әммә рухи яҡынлыҡ, рухи уртаҡлыҡ һәр кем араһында булмай шул. Йыш ҡына ҡулыма дуҫым Петер Эрихтың фотоһын алам һәм йәнем һулҡылдап, әрнеп китә: ниндәйен дә үкенесле, кире ҡайтарғыһыҙ ҡыҫҡа был ғүмер!..
Ир-егеттәр араһында бөгөн дә дуҫтарым бар. ҡатын-ҡыҙға таяна алмаҫтай минуттар­ҙа уларға мөрәжәғәт итәм. Һәр саҡ уларҙың ихласлығын, ярҙамын тойоп йәшәйем. Беҙҙең дуҫлыҡҡа бер ниндәй көнсөллөк, тарсыллыҡ күләгәһе төшмәй, бер ваҡытта ла дуҫлығыбыҙ ниндәйҙер тыйылған, гонаһлы сиктәрҙе үтеп китмәйәсәк. Сөнки ул − Дуҫлыҡ. Ә Дуҫлыҡ менән Мөхәббәтте, йә булмаһа, бөгөнгө тел менән әйткәндә, сексты, ғөмүмән, бутарға ярамай.
Эйе, ул дуҫлыҡ хаҡына, дуҫыңдың болот­һоҙ ғаилә, күге хаҡына билдәле бер ҡағиҙәләрҙе күҙәтәһең, әммә был ир менән ҡатын араһында дуҫлыҡтың булыуы мөмкин түгел тигәнде аңлатмай. Бары тик дуҫыңдың һөйгән ҡатыны, балалары менән бәхетле булыуы хаҡына артыҡ аралашыуҙарға юл ҡуй­май­һың, икенсенән, дуҫлыҡтың был төрө мотлаҡ һунарға йә балыҡҡа бергә йөрөү­гә мохтаж түгел. ҡыйын саҡтарҙа һиңә ярҙам­ға ашығырҙай, киң яурынын һиңә терәк итер­ҙәй дуҫыңдың барлығын тойоп йәшәү генә лә еңел булмаған тормош юлында һынмаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа көс өҫтәй.

Гөлшат ӘХМӘТҡУЖИНА.

Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға