«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Үткән, бөгөнгө һәм киләсәк хаҡында



29.01.2013 Үткән, бөгөнгө һәм киләсәк хаҡында

Бер ваҡыт өс аҡыл эйәһе, кеше өсөн иң мөһиме нимә – үткән, бөгөнгө, әллә киләсәкме, тигән бәхәс ҡора. Беренсеһе:
– Кешене тап үткәне кеше итә. Мин үҙем дә, – ти ул, – әле нимәгә ирешкәнмен, бөтәһенә лә үткәндә ирештем.
– Ә мин риза түгел, – ти икенсеһе. – Кешене киләсәк формалаштыра. Бөгөн ниндәй генә белемгә, яңылыҡҡа эйә булһам, тап киләсәктә кәрәге тейәсәк, үҙем өҫтөндә эшләйәсәкмен. ҡылыҡтарым киләсәктә минең кем булырға теләүемде иҫбатлай.
– Һеҙ бер нәмәне иҫегеҙҙән сығарҙығыҙ, – тип һүҙгә ҡушыла өсөнсө аҡыл эйәһе. – Үткән һәм киләсәк тик беҙҙең уй-ниәттәребеҙҙә генә. Үткән инде күптән үткән, ә киләсәк әлегә юҡ! Әммә һеҙҙең эшләгән эштәрегеҙ, ҡылған ғәмәлдәрегеҙ тик әлеге ваҡытта. Һәм әлеге ваҡыт ҡына һеҙҙең киләсәккә ниндәй уңыштар менән барасағығыҙҙы һәм бөгөнгө көн һеҙҙең үткәндәрегеҙгә һуңғы нөктә ҡуймаясаҡмы икәнен күрһәтәсәк.
Бәхәс тамам. ҡайһыһы мөһим – үҙегеҙ хәл итегеҙ!
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға