«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Үҙе лә, күңеле лә матур



29.01.2013 Үҙе лә, күңеле лә матур

Үҙе лә, күңеле лә матур
ҡы­йыуҙарға уңыш юлдаш. Ишем­бай райо­нының „Восход” гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләгән Айгөл Рәх­мәтул­лина “Журналист” жур­налында „Леди – Жур-2012” конкурсы уҙғарылыуын осраҡлы ғына белеп ҡала һәм бәйгегә үҙенең фотоһын ебәрергә тәүәккәлләй. Үҙенең сибәр, һөйкөмлө һөнәрмән булыуы менән 112 ҡатнашыусы араһында жюриҙың күңелен арбай һәм бәйгелә икенсе урынға лайыҡ була.
ҡыҙҙың гәзиттә эшләүенә өсөнсө йыл. Бында ла ул редакция үткәргән конкурста еңгәндән һуң эшкә урынлаша. Фото төшөрөү серҙәре менән бергә баҫманы версткалауҙы ла өйрәнә. „ҡайҙа ғына булһам да, фотоаппаратым үҙем менән. Минең күңелемә айырыуса пейзаж, балаларҙы, хайуандарҙы төшөрөү оҡшай”, − ти ул, эшенең нескәлектәре менән уртаҡлашып. Буш ваҡытында Ишембай ҡыҙы сигергә, испан бейеүҙәре менән шөғөлләнергә, китап уҡырға ярата. „Дүрт тәпәй” тип аталған мәрхәмәтлек төркөмө ағзаһы булараҡ, хужалары тарафынан урамға сығарып ташланған бесәйҙәргә, эттәргә яңы эйә табып бирергә, дауаларға ярҙам итә.
„Хыялым − фотоһүрәттәрем менән профессиональ конкурс­тарҙа үҙемдең оҫталығымды һынау”, − ти Айгөл Рәх­мәтуллина .

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға