«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ипотекаға фатир алыусылар һаны арта



29.01.2013 Ипотекаға фатир алыусылар һаны арта

2012 йылда торлаҡ, ер участкалары һәм торлаҡ булмаған фонд буйынса теркәүҙәрҙең һаны, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артҡан. Һүҙ үрҙә билдәләнгән объекттарҙы кредит аҡсаһына алыу өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәр тураһында бара. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков журналистарға хәбәр итеүенсә, ипотека алыусылар һаны республикабыҙҙа артҡандан-арта бара. Әлбиттә, быға банкылар биргән ипотека кредиттарының шарттары, күләме артыуы ла ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Шулай уҡ «әсәлек капиталы»н ҡулланып торлаҡ алыусылар өсөн дә уңайлыҡтар бар һәм халыҡ уны әүҙем ҡуллана.
Шул уҡ ваҡытта торлаҡ өсөн файҙаланылмаған объекттарҙы алыу өсөн кредит ҡулланыу­сылар бик һирәк.
Игорь Шеляков билдәләүенсә, үҙ йортон төҙөргә теләүселәр ҙә күп. Улар­ҙың көндән-көн артыуы ла һөйөнөслө күренеш. Ер участкаһын торлаҡ төҙөү өсөн алыу­сылар ғына түгел, башҡа маҡсатта ҡулланыусылар ҙа милкен «Рос­реестр»ҙа теркәүгә яуаплы ҡарай. Баш­ҡортостандың дөйөм майҙаны 14,3 мил­лион гектар тәшкил итә. Был майҙанға федераль милеккә ҡараған, республика, муниципаль ерҙәр ҙә инә. Граждандар һәм юридик шәхес­тәр­ҙең ҡарамағындағы ер − 2,334 миллион гектар.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға