«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡушыйҙар ҡыуаныс кисерә



29.01.2013 Ҡушыйҙар ҡыуаныс кисерә

Ҡушыйҙар ҡыуаныс кисерә
Аллаға шөкөр, Башҡортос­та­ныбыҙ һәм беҙҙең Әбйә­лилебеҙ матур, төҙөк булыуы менән башҡа төбәктәрҙән ҡырҡа айырыла. Беҙҙең районда дәртле, тырыш кешеләр йәшәй, әленән-әле матур яңы өйҙәр ҡалҡып тора, районыбыҙ ауылдары ҙурайғандан-ҙурая. Ауылдар үҫеү менән яңы биҫтәләрҙе газ һәм электр уты менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә тыуа. ҡушыйҙа ла Вәлиәхмәт Сөләй­мәнов урамындағы яңы йорттар­ға газ үтмәгәйне.
Былтыр көҙ был урамда йәшәүселәр, газ үткәреүҙә ярҙам һорап, район етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Хакимиәт башлығы Р. Сыңғыҙов ҡушый халҡының үтенесен ыңғай хәл итергә һүҙ бирҙе һәм газ үткәреү сығымдарының яртыһын − район хакимиәте, ә ҡалған яртыһын урам халҡы бүлешеп түләргә килешелде. Ауылға газ үткәреү эштәрен башҡарыу өсөн тендер­ҙа «Стройпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеп сыҡты. Улар ноябрь айында эш башлап, ғинуар айында уңышлы тамамланы.
Һәм бына 26 ғинуар көнө газ тоташтырыу тантанаһы уҙҙы. Дәүләт ауыл советы башлығы Илмир Әлтәпов: «Ауылыбыҙҙың яңы йорттарына газ үтте һәм 17 ғаилә өйҙәренә газ үткәреү мөмкинлеге алды. Йөктө бергә тарт­һаң, еңелерәк, был эште башҡарыу өсөн күптәр көс һалды», – тине.
«Стройпроект» вәкиле Айытбай Мөхәмәтдинов, үҙ сиратында, ауыл халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы һәм газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен аңлатып үтте.
Эште ойоштороуға тос өлөш индергән Мәүлит Мостафа улы ла ауыл советы башлығына, район хакимиәтенә, подрядсыларға рәхмәт әйтте, ауыл халҡына йылы өйҙәрҙә рәхәтләнеп йәшәүен теләне.
Йортона «зәңгәр яғыулыҡ» индереп ҡыуанғандар – ветерандар советы исеменән Гөлсирә Ишбирҙина, ваҡытында район советы депутаты һәм алдынғы һауынсы булып танылған Баян Мөхә­мәҙиева үҙ теләктәрен әйтеп үтте. «Өйҙәрегеҙҙең йылы усағы һүнмәһен, именлектә ғүмер итегеҙ. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр, һәм бына, ҡыш уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, эште тамамланыҡ», – тине улар.

Азат КӨМӨШБАЕВ,
Дәүләт ауыл советы депутаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға