25.01.2013 Башҡорт балалар театр студиялары кәрәк
− Әсәй, ә бөгөн театр студияһына барабыҙмы?
Ете йәшлек Алтынай ҡыҙыбыҙ көн дә иртән, әсәһе сәсен үргәндә, шул һорауҙы бирә. Хатта яуабын үҙе белеп торһа ла. Был уларҙың иртәнге уйыны, тип әйтһәк тә була. Икеһенә лә оҡшай был «уйын»: ҡатыным Лилиә көҙгө алдында ҡыҙыбыҙҙың биленә етеп, тулҡынланып торған сәстәрен тарай башлай. Шул саҡ Алтынай, әсәһенә көҙгө аша ҡарап, бик килешле итеп ҡаштарын сөйөп, алһыу бит алмаларын йомроландырып, йылмайып, һорауын бирә. Яуабы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, артабанғы сәс үреү, ҡыҙым менән бер исемде йөрөткән «Алтынай» башҡорт балалар театр студияһының репертуарындағы пьесаларҙан йырҙар, репликалар менән дауам итә. Һәр көн яратылып башҡарылған был ғөрөф-ғәҙәт, 10 минутлыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙыбыҙ өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнен бик яҡшы аңлайбыҙ. ҡыҙыбыҙҙың, беренсе синыф уҡыусыһының, яҡшы кәйеф менән башланған иртәһе бик матур көнгә барып ялғаныр, тигән ышаныс күңелгә ниндәйҙер йылы яҡтылыҡ бирә.
Әлмира Шәриф ҡыҙы ҡыуатованың исеме, Сибай ҡалаһының «Сулпан» дәүләт балалар театрына, дәүләт филармонияһына нигеҙ һалыусыларының береһе буларак, күптәргә бик яҡшы таныш. Уның ихлас, ябай, яҡты күңелле, инсафлы кеше, ныҡышмал профессионал, көслө рухлы шәхес икәне лә билдәле. Үҙенең тыуған ауылы Юлдашта «Елғыуар» кинокартинаһын төшөргәндә беҙҙең кино төшөрөүселәр коллективының алмаштырғыһыҙ ағзаһына әүерелде Әлмира апай. Ойоштороу, аралаша белеү һәләте уны һәр ваҡыт биҙәп, кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып торҙо. Ә. ҡыуатова «Алтынай» башҡорт балалар театр студияһының асылыуы тураһында хәбәр иткәс, ҡыҙыбыҙҙы саҡырыуын шатланып ҡабул иттек. Иғтибарыбыҙҙы бигерәк тә студияның уҡытыу программаһы тартты. Әлмира Шәриф ҡыҙы менән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә ҡасимова актер оҫталығы дәрестәрен алып барасағын белеү күңелдәрҙе тағы ла үҫтереп ебәрҙе. Студияла балаларҙың һәләтен асыу, үҙ-үҙеңә ышаныс арттырыу, тормошҡа асыҡ позитив ҡараш тәрбиәләү иң мөһим урынды алып тора. Ә сәхнә телен өйрәнеүҙе, башҡорт телендә фекер йөрөтөүҙе, үҙ фекерҙәрен асыҡ итеп еткерә белеүҙе үҙләштереү буйынса филология фәндәре кандидаты, балалар шағирәһе Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина уҡыта. Шундай остаздарҙың хеҙмәте һөҙөмтәһе балаларҙың тәү ҡарашҡа күренмәгән һәләтенең асылып китеүендә, үҙҙәрен ышаныслыраҡ тотоуында, көндәлек тормоштағы күп мәсьәләгә һәм мәктәптә дәрестәренә яуаплы ҡарай башлауында күренә. Һәр аҙнаның шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә театр студияһында шөғөлләнеүҙе ҡыҙыбыҙ бик етди, мауыҡтырғыс эш тип һанай, һәр дәресте көтөп ала, ҙур теләк менән йөрөй. Әлбиттә, бында ғаиләбеҙҙең ике быуын өлкән ағзаларының кино һәм театр эшмәкәрлегенә бәйле булыуы үҙ ролен уйнайҙыр. Тик бер һүҙһеҙ, талантлы һөнәр оҫталарының хеҙмәте, баланың һәләтен, сәхнәгә булған һөйөү тойғоһон үҫтереүҙә, донъяға булған ҡараштарын киңәйтеүгә ҙур йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ. Бигерәк тә милләтебеҙҙең мәҙәниәтен тергеҙеү, үҫтереү, баш ҡалабыҙҙа һәм, ғөмүмән, республика күләмендә башҡорт балалар театр студияларын дәүләт кимәлендә булдырыу бик мөһим. Ғөмүмән, һәр бер театр бинаһында, ҡала-райондарҙа башҡорт балалар театр студиялары асылһа, ниндәй шәп булыр ине. Йәш быуында үҙ телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә вайымһыҙ ҡалмай, балаларыбыҙҙы милләтебеҙ менән ғорурланып йәшәүгә бәләкәйҙән өйрәтеүгә булышлыҡ иткән «Алтынай» башҡорт балалар театр студияһының ойоштороусыларына һәм уҡытыусыларына ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларға артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Айсыуаҡ ЙОМАҒОЛОВ,
Башҡортостан кинематографистары союзы рәйесе.