«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Полиция 41 меңдән ашыу енәйәтте асҡан



25.01.2013 Полиция 41 меңдән ашыу енәйәтте асҡан

Башҡортостан полицияһы тәүгеләрҙән булып үткән йылға йомғаҡ яһаны. Үткән йыл менән сағыштырғанда, төбәктә теркәлгән енәйәттәр һаны – өс меңгә, ауыр енәйәттәр һаны бер меңгә кәмегән.
Коррупцион енәйәттәрҙе асыҡлау осраҡтары өстән бер өлөшкә артҡан. Экстремизмды һәм этносепаратизмды иҫкәртеү эшмәкәрлеге лә уңышлы башҡарылған. Былтыр республикала террористик характерҙағы енәйәттәргә юл ҡуйылмаған, шул уҡ ваҡытта экстремистик йүнәлештәге 30 факт асыҡланған. Законһыҙ уйын бизнесына ҡаршы көрәш сиктәрендә 2012 йылда 1059 казино ябылған, 22 мең уйын автоматы тартып алынған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре 41 меңдән ашыу теркәлгән енәйәтте асҡан. Шулай уҡ 333 кеше үлтереү, 1200 урлау, 270 талау, 988 һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осрағы асыҡланған. Традиция буйынса, иң яҡшы коллективтар билдәләнде. Беренсе урын өсөн күсмә байраҡ – Октябрьский ҡалаһы полицияһына, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн күсмә вымпелдар Әбйәлил районы полицияһына һәм Нефтекама муниципаль-ара бүлегенә тапшырылды.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға