«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һаумы, “Шаяниум − 2013”!



25.01.2013 Һаумы, “Шаяниум − 2013”!

Өфө ҡала хакимиәтендә мәктәптәр араһында шаттар һәм тапҡырҙар уйындарына әҙерлек буйынса эш башланды. “Шаяниум” конкурсы быйыл ун беренсе тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына шаяндар ҙа өлөш индермәксе − әлегә КВН уйындары менән. Конкурстың төп темаһы “Киләсәк бөгөн башлана” тип атала.
Тос та, шуҡ та, зирәк һәм сая ла балалар бик теләп ҡатнашҡан “Шаяниум”дың күптән инде көслө командалары ла бар. Әлегә беренсе этап старт ала, мәктәптәр үҙ-ара мартта көс һынашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға