«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өфөлә ҡағыҙ йыялар, ә һеҙҙә?



25.01.2013 Өфөлә ҡағыҙ йыялар, ә һеҙҙә?

Күптәрегеҙ хәтерләйҙер әле – макулатура йыйыу заманында бик таралғайны. Уҡыусылар был эштең тап уртаһында була ине. Әле лә ошо кәрәкле сара үткәреү мөһимлеге алға килеп баҫты.
Быйыл Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителгәнлектән, макулатура йыйыуҙы ойоштороу урынлы ла. Бөгөн Өфө мәктәптәрендә шул бурысты атҡарырға дәррәү тотонғандар. Акцияның маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына иғтибар йүнәлтеү, тәбиғи ресурстарға һаҡсыл ҡарашты таратыу.
Ойоштороусыларҙың береһе Руслан Хафизов белдереүенсә, дөрөҫ файҙаланған хәлдә иҫке ҡағыҙҙы тағы ла күп тапҡыр тотонорға мөмкин, был меңләгән ағастың ғүмерен дә һаҡлаясаҡ.
Шулай итеп, Өфөлә ысын “ҡағыҙ-бум” башланмаҡсы. Акцияның тәүге көнөндә Киров районы мәктәптәрендә ете тонна макулатура йыйылған. Киләһе айҙа эстафета Ленин районына тапшырыла.
Экологик сараға республиканың бөтә мәктәптәре лә ҡушылһа, йәшел мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индерәсәктәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға