«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Сәстең ағарыуын туҡтатып буламы?



25.01.2013 Сәстең ағарыуын туҡтатып буламы?

Сәстең ағарыуын туҡтатып буламы?
Ниңәлер сәсем иртә ағара башланы. Әле үк химик буяуҙар менән мауыҡҡым килмәй. Сәстең ағарыуын берәй нисек туҡтатып булмаймы икән?
Гөлнара.
Табиптар әйтеүенсә, әгәр ҙә сәс ваҡытынан алда, ниндәйҙер тышҡы факторҙар йоғонтоһонда ағара башлаһа, уны туҡтатып була. Сәстең иртә ағарыуының төп сәбәбе организмға витаминдар һәм микроэлементтарҙың етешмәүенән булыуы ихтимал. Шуға күрә туҡланыу рационына минералдарға һәм витаминдарға бай аҙыҡ-түлекте индерергә кәрәк. Айырыуса цинк һәм селен ҡушылған витаминдар яҡшы. Тик тиҙ генә һөҙөмтә булыр тип өмөтләнергә ярамай. Яңы сәстәр үҫә башлағас ҡына дауаланыуҙың һөҙөмтәһен күрергә мөмкин, ә инде ағарғаны төҫөн үҙгәртмәйәсәк. Статистика күрһәтеүенсә, бындай осраҡтарҙың 30 процентында ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға