«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Миллионлап урлағандар



25.01.2013 Миллионлап урлағандар

Банкыларҙың видеоҡорамалдар һәм махсус сигнализация менән йыһазландырылыуына ҡарамай, урамдарҙа, баҙарҙарҙағы терминалдарҙы ватып, аҡса урлау осраҡтары һаны кәмемәй.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәти эҙләү һәм шәхси именлек подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ярты йылда республика буйлап банкоматтарҙы аҡтарып, аҡ­са урлап йөрөгән 23 − 29 йәштәр­ҙәге ете кешене ҡулға алған. Поли­ция Нуриман районында – ике миллиондан ашыу, Мишкә райо­нында − бер миллион, Дыуан райо­нында 35 мең һум аҡса юғалыуын асыҡлаған. Бурҙар сентябрҙә Ауырғазы районында банкоматтан − 2,5 миллион, октябрҙә Борай райо­нында − 1,5 миллион һум, Краснокама райо­нын­да − 3 миллион һум, декабрҙә Ар­хангел районында 3 миллион һум аҡса урлаған. Енәйәтселәр барлығы 12 миллион һум «табыш алған». Уларҙан ике пневматик пистолет, ноутбук, ювелир әйберҙәр һәм шәш­ке тун алыуға чектар тартып алынған.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға