22.01.2013 Балаларға шатлыҡ өләшеп
Йәш йырсылар Илгиз Абдрахманов, Тимур ZинDан, Айнур хәҙрәт Арыҫланов Баймаҡ районының Түбә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн хәйриә акцияһы ойошторҙо
Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында беҙ, бәхетһеҙ, кескәй саҡтан тормош ауырлыҡтарына дусар булған йән эйәләре, тип уйлайбыҙ. Ысынында ошондай учреждениеға барып инеү менән шат йылмайған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы күреп йыуанаһың. Баймаҡ районының Түбә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең көндәре нисек үтеүенә күҙ һалһаң – хайран ҡалырлыҡ. ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн төрлө ҡалаларға, мәҙәни үҙәктәргә сәйәхәттәр ойошторола, һәр кем хыял иткән «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынына барыу бәхетенә лә эйә улар.
Балаларға райондың төрлө ойошма-учреждениелары ярҙам итә, күстәнәс-бүләктәре менән һөйөндөрә. ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәрендә иһә уларҙы башҡорт эстрадаһының йәш йырсылары Илгиз Абдрахманов һәм Тимур ZинDан күңелле концерты менән һөйөндөрҙө. Был хәйриә акцияһы Башҡортостан Республикаһы Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Нурғәле улы Арыҫланов менән бергә ойошторолдо.
Ап-аҡ, мул ҡары менән ҡыуандырған ҡышҡы тәбиғәткә һоҡланып, Түбә балалар йортона ҡарай еләбеҙ. Айнур хәҙрәт хәләл ефете Эльмира менән ҡыҙҙар һәм малайҙарға алған күстәнәстәрен барлап, етем балаларҙы ҡыуандырыуҙың донъялағы иң ҙур сауап икәнлеген белдерҙе. “Ял мәлендә Түбә балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен һөйөндөрөү теләге менән ошондай акцияны үткәрергә булдыҡ”, – тине улар.
Эйе, яныбыҙҙа ғына тик изге уйҙар менән янған, баланың ҡыуанысы иң ҙур бәхет булыуын аңлап йәшәгән зыялы ҡәрҙәштәребеҙ бихисап. Илгиз Абдрахманов, Тимур ZинDан Түбә балалар йортона концерт менән икенсе тапҡыр килә. Улар балаларға бүләк алыуҙа оло ярҙам күрһәткән Темәс ауылының шәхси эшҡыуары Радмир Ирназаровҡа рәхмәттәрен еткерҙе. “Яҙғыһын “Ислам терроризм һәм экстремизмға ҡаршы!” тип аталған концертты ойошторғанда ла, Яңы йыл байрамын үткәргәндә лә, ғөмүмән, бар яҡшы эштәрҙе башҡарғанда Радмир ағайға таянабыҙ. Ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер”, – тип йылы һүҙҙәрен еткерҙе йырсылар.
Эйе, шәхси эшҡыуар Радмир Ирназаров районыбыҙҙа үткән күп сараның бағыусыһы булып килә. Уның, балаларҙы һөйөндөргән кеүек, үҙе лә тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүен теләге килә.
Түбә балалар йортонда беҙҙе ихлас йылмайып, ҡыуанып ҡаршы алдылар. ҡыҙҙар һәм малайҙар тәүҙә Айнур хәҙрәт Арыҫлановтың вәғәзен тыңланы. Балаларҙың хәҙрәттең һәр һүҙен “йотоуы”, хатта үҙ-ара бәхәсләшеп китеүен күреп, көслө һүҙҙәрҙең уларҙың күңеленә үтеп инеүен аңланыҡ.
Эйе, был балаларҙың күбеһенең атаһы ла, әсәһе лә бар. Тик кемдер заман ауырыуы – эскелеккә һабышыуы, бәғзе ололарҙың аҙғын тормошто һайлауы арҡаһында был ҡыҙҙар һәм малайҙар бер ҡыйыҡ аҫтына йыйылған. Әлбиттә, тәрбиәселәр өшөгән күңелдәрҙе йылытыу өсөн барыһын да эшләй. Балалар таҙа, зауыҡлы бүлмәләрҙә йәшәй, ашау-эсеү юғары кимәлгә ҡуйылған. Ә көн дә үткәрелгән мәҙәни, спорт саралары, ял итеү сәғәттәре! Шулай ҙа бында тәрбиәләнгән һәр баланың ҡарашында һүҙ менән аңлатып булмаған һағыш, моңһоулыҡ шәүләһе сағыла. Эйе, ғаилә усағы, ата-әсә һөйөүенә мохтаж булмаған кешеләр юҡтыр ул донъяла.
Шуныһы ҡыуаныслы, Илгиз Абдрахманов менән Тимур ZинDан ҡуйған концерт барышында балаларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыны. ҡыҙҙар һәм малайҙар дәртле йырҙарға ҡушылып йырланы, бейене, рәхәтләнеп күңел асты.
Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында бер ҡасан да онотмаған, уларға ҡыуаныс бүләк иткән Айнур Арыҫланов, Илгиз Абдрахманов, Тимур ZинDан, шәхси эшҡыуар Радмир Ирназаровтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Кешегә ҡылған изгелек-яҡшылыҡтар һәр саҡ әйләнеп ҡайта, тиҙәр. Шуға күрә һеҙҙең тормошоғоҙ ҙа тик бәхет-шатлыҡ, уңыш нурҙарына сорналһын!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.