«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Йолабыҙ – милли кейем бүләк итеү”



22.01.2013 “Йолабыҙ – милли кейем бүләк итеү”

“Йолабыҙ – милли кейем бүләк итеү”
Нәбиуллиндар ғаиләһендә өләсәләре Мәҡсүдә Шәйәхмәт ҡыҙы ейәнсәрҙәренә милли рухты шулай һеңдерә
Баймаҡ ҡалаһында бар булмышы менән үрнәк булған, балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләр бик күп. Уларҙың йәшәү рәүеше, йортонда ла, эшендә лә алдынғы булыуы һоҡландыра.
“Айыуҡай” балалар баҡсаһында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арнап үткәрелгән конкурс та үҙенсәлеклеге менән айырылды. Унда Мөхәмәтшиндар, Тай­бу­гин­дар һәм Нәбиуллиндар ҡатнашты. Был ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән ба­ла­ларҙың барыһы ла “Айыуҡай”ға йөрөй. Улар һәләтле, аҡыллы булыуы менән айырылып тора.
Һәр ғаилә ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо. Унда нимә генә юҡ ине! Күҙҙең яуын алып торған кейем-һалым, ойоҡбаштар, хуш еҫ аңҡытҡан, телде йоторлоҡ бәлештәр... Ғаиләләр үҙҙәре менән та­ныштырыу һынауын да бик үҙенсәлекле әҙерләгәйне. Мөхәмәт­шин­дар ҡурай моңо һәм бейеүе менән һоҡландырһа, Нәбиул­линдар ме­нән өләсәй – Мәҡсүдә Шәйәхмәт ҡыҙы таныштырҙы. “Килен килә ал­маһа ла, улым һәм ейәнсәрем менән конкурста ҡатнашырға булдыҡ. Сөнки ҡыҙыбыҙ ошондай са­раларҙы бик ныҡ ярата”, – тине ул. Тайбугин­дар­ҙың ғаиләһе хаҡында тамашасыларға кескәй Нурислам бәйән итте. Әкиәт итеп һөйләнгән ҡыҙыҡлы тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде.
“Йолабыҙ – милли кейем бүләк итеү”
Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән бик матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Һәр ғаиләгә улар­ҙың береһен күрһәтеү бурысы ҡуйылғайны. Миңлегөл һәм Азамат Мөхәмәтшиндар ҡыҙҙары менән ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын күрһәтте. Был тамашала уртансы төркөмдөң тәрбиәсеһе Гөлсөм Әлбәкованың да ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Сөнки ата-әсәләр менән тәрбиәселәрҙең бер һүҙле булыуы, бергәләшеп еңеүгә ынтылыуы балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Мәҡсүдә Нәбиуллинаның һүҙҙәре күптәрҙе уйға һалғандыр. Ул: “Беҙҙең ғаиләнең матур йолаһы – ул ейәнсәрҙәремә милли башҡорт кейеме бүләк итеү. Балалар бәләкәй саҡтан үҙ халҡының тарихын белеп, ғорурланып үҫергә тейеш”, – тип, һоҡланғыс милли кейемде ейәнсәренә бүләк итте.
Нурзиә һәм Ильяс Тай­бугиндар “ҡыҙ алыу” йо­лаһын күр­һәтте. Бә­ләкәй Нурис­лам­дың ҡарт бабай булып үҙенә кә­ләш һоратырға киле­үен һәр кем рә­хәтләнеп ҡара­ны. Ысын артистарға хас талант менән башҡарылған был сәхнәләштереү һәр кемде хайран ҡалдырҙы.
Артабан ғаиләләр башҡорт мәҡәлдәрен белеү, бала тәрбиәләгәндә килеп тыуған ҡыйын мәсьәләләрҙән сығыу юлы кеүек һынау­ҙар аша үтте. Һәр ата-әсәнең һәм балаларҙың зирәклеге, тапҡырлығы һоҡландырҙы. Ғөмүмән, конкурстың маҡсаты ғаиләнең берҙәмлеген, татыулығын күрһәтеү ине.
Йыр-моңға сорналған сара һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе бик ауыр булһа ла, гран-приға Тайбугиндар ғаиләһе лайыҡ булыуын белдерҙе. Мөхәмәтшиндар һәм Нәбиуллиндар иһә беренсе урынды бүлеште.
Ошондай саралар балалар баҡсаларында йышыраҡ үткәрелһә, арабыҙҙа ниндәй һоҡланғыс ғаиләләр йәшәүен барыһы ла күреп, улар­ҙан үрнәк алып йәшәр ине.

Г. САЛАУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға