22.01.2013 Хоҡуғыңды бел
Аҡсаны ҡайтарырҙармы?
Оло ҡыҙымдың тыуған көнөнә кеҫә телефоны бүләк иткәйнем. Өс ай үтеүгә төймәләре эшләмәй башланы. Уны йүнәтергә биргәйнек: “Телефонға һыу эләктергәнһегеҙ, йүнәтеп булмай. Ярҙам итә алмайбыҙ”, – тип кире борҙолар. Гарантия ваҡыты үтмәгән бит. Магазин телефонды бушлай йүнәтергә, йә хаҡын кире ҡайтарырға тейеш түгелме ни? Бөтә документтар үҙебеҙҙә һаҡлана.
Нәзирә ЙӘЙЛӘҮЕВА.
Ейәнсура районы,
Үрген ауылы.
Һорауға ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау ойошмаһының юрист-консультанты Ирина ПРОЦКОН яуап бирҙе:
– Судҡа мөрәжәғәт итеп, суд экспертизаһын тәғәйенләүҙе һорарға мөмкин. Шулай ҙа телефондың хаҡын ҡайтарыуҙары икеле. Һеҙҙең ғәйеп менән эшләмәй, тип һорауығыҙҙы кире ҡағыуҙары ла бар.
Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, телефон боҙолһа, магазиндың үҙенә экспертизаға бирмәгеҙ. Сауҙа ойошмаһына уны бушлай йүнәтеү йә аҡсаны ҡайтарыу отошло түгел. Үҙҙәре аңлы рәүешле һыулауы, сыйыуы һ.б. ихтимал. Һуңынан һеҙ киреһен бер нисек тә дәлилләй алмаясаҡһығыҙ. Шуға күрә аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ, бойондороҡһоҙ экспертизаға бирегеҙ. Уларҙың һығымтаһы менән телефон һатып алған магазинға дәғүәгеҙҙе белдерегеҙ.
Ни өсөн пенсиям әҙ?
Мин хаҡлы ялға льгота буйынса иртә сыҡтым, үҙем өсөнсө төркөм инвалидымын. Ғинуар аҙағында 60 йәшем тула. Элек пенсиям 8 429 һум ине, әле килеп 6 690 һум аҡса тотторҙолар. Тыуған көнөм алдынан ни өсөн миңә бындай “сюрприз” әҙерләгәндәр?
Мөнир ФАЗЛЕТДИНОВ.
Иглин районы,
Оло ҡарамалы ауылы.
Һорауға Иглин районы Пенсия фондының түләүҙәр буйынса белгесе Людмила САНКИНА яуап бирҙе:
– Фазлетдиновҡа 60 йәш тулғас, пенсия икенсе категория буйынса иҫәпләнә башлаясаҡ. Беҙ уға быға тиклем тәғәйенләнгән иҫәп буйынса билдәле көнгә тиклем һананыҡ та аҡсаһын ебәрҙек. Борсолмаһын, февралдән пенсияһын тулы күләмдә ала башлаясаҡ.
Гүзәл ЙОСОПОВА әҙерләне.