«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Текә” генәбеҙ, былай!



22.01.2013 “Текә” генәбеҙ, былай!

“Текә” генәбеҙ, былай!
Рәсәй дәүләт статистика хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Башҡортостан интернет менән ҡулланыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә ингән. Эксперттар һанап сығарыуынса, беҙҙең республика халҡының яртыһы тиерлек, атап әйткәндә, 48,5 проценты интернет менән әүҙем ҡуллана. Компьютеры булған кешеләр дөйөм халыҡтың яртыһынан да күберәк.
Шулай ҙа беҙгә “текә”ләр рәтендә ныҡлап “тамырланырға” иртәрәк әле − Мәскәүҙә, мәҫәлән, интернет ҡулланыусыларҙың һаны дөйөм халыҡтың 71,9 процентын тәшкил итә. Санкт-Петербург ҡалаһы Мәскәүҙең үксәһенә генә баҫып килә. Мурманск өлкәһе лә интернет ҡулланыу буйынса ныҡлап алға киткән.
Ә бына Кавказ халҡы виртуаль донъянан алыҫ тора икән. Чечен Республикаһы халҡының ни бары 4,6 процентының ғына интернет менән ҡулланыуы асыҡланған. Ингушетияла был күрһәткес 2,7 процент ҡына.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға