22.01.2013 Кешенән йәшереп була, ә эттән…
Архангел районы үҙәгендәге ашханаға төндә кемдер төшкән. Аҙыҡ-түлек һаҡланған бүлмәләрҙән алкоголле эсемлектәр, тәмәке, ҡайһы бер ризыҡ зым-зыя юҡҡа сыҡҡан. Ярай әле, һаҡ сигнализацияһы эшләп, полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына ваҡытында килеп еткән.
Һәм төп эште, йәғни бурҙарҙы эҙләүҙе “хәрби” эткә ҡушҡандар. Урамдар буйлап ике саҡрым самаһы юл үтеп, эт ауыл ситендә туҡтаған. Баҡһаң, бында 30 йәштәрҙәге өс ир табын ҡороп ҡына тора, имеш. Өҫтәлдә − баяғы ашхананан урланған аҙыҡ-түлек. ҡараҡтар көтөлмәгән хәлдән хатта шаңҡып ҡалған, үҙҙәрен улай уҡ тиҙ тоторҙар тип уйламағандар ҙа инде.
Бына шулай, беҙҙең “дүрт аяҡлы дуҫ” тип йөрөтөлөүсе эттәр был әйткәнде аҙым һайын раҫларға әҙер.
Айсын АҡБУЛАТОВА.