«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яуаплылыҡ



18.01.2013 Яуаплылыҡ

Яуаплылыҡ
Ерҙәге суд аҡлаған хәлдә лә, гонаһлыны күктәгеләр аҡлаймы икән?
– Бер остоҡ та намыҫ, йөрәк тигән нәмәһе юҡмы икән уның әллә? Килеп күрен­һә, ғәфү үтенһә, беҙгә еңелерәк булыр ине, бәлки, ике бала етем ҡалды ла һуң. Кешене эт шайы ла күрмәйҙәр, әйтер­һең дә, бер нимә лә булмаған, тыныс йәшәй бирәләр, – телефон аша иңрәгән әсәнең ҡайғыһы сикһеҙ ине. Уны нисек йыуатырға ла белмәнем...
Ә хәл былай булған: йәй көнө уның улын, ике кескәй бала атаһын, машина бәрҙерә, һәм йәш ир алған йәрәхәттәрҙән дауаханала йән бирә. Махсус рәүештә уны тапамағандыр ҙа ял итергә йүнәлгән йәштәр, ә шулай ҙа яңылыштан кешенең ғүмерен өҙәләр. Бындай ваҡытта, ғәҙәттә, яңылыштан гонаһ ҡылғандар һәләк булғандың ғаиләһе алдында үҙ ғәйебен танып, намыҫ ғазаптарын кисерә, ярлыҡау һорай, нисек тә булһа ярҙам итергә ашыға. Әммә был осраҡта руль артында ултырған А. күҙен дә күрһәтмәй... Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғәҙеллек эҙләгән әсә үҙ хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында адвокат яллай. Адвокат Самат Хәйруллин, юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереүгә тиклемге материалдар менән таныштырыуҙарын һорап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙғас, әле ҡарар ҡабул ителмәгән, тип һорауын кире ҡағалар. Йәғни, тәфтишсе күрәләтә адвокаттың, зыян күреүсенең хоҡуҡтарын сикләй. Ғөмүмән, ҡарар ҡабул итеүҙе, ҡайһы бер саралар күреүҙе махсус рәүештә һуҙалар. Был турала әсә прокуратураға ғариза яҙғас, автотехник экспертиза әҙер түгел, тигән телдән яуап алалар.
– Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереүҙәр беҙҙә, әлбиттә, шик тыуҙырҙы, – ти адвокат Са­мат Хәйруллин. – Мәҫәлән, ке­шене бәрҙергән автомашинаның техник хә­лен дә, тәү сиратта, тормоз системаһын тикшермәйенсә, уны һаҡланған туҡталҡанан сығарып ебәргәндәр. Һәм ул тура ҡайҙа барған, тиһегеҙ? Техник хеҙмәтләндереү станцияһына. Тимәк, машинаны ремонтлап, матди дәлилдәрҙең эҙен юйҙылар... Шулай уҡ тәфтишсе тарафынан юғарыға, кеше тапаған водителдең туған-тыумасаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләмәй, тип ялған мәғлүмәт бирелгән.
Һәләк булған егеттең әсәһе лә, адвокат та тәфтишсенең, прокурорҙың бер нимә лә эшләргә теләмәүе менән ризалашмай, ошоларҙы күрһәтеп, район судына дәғүә ғаризаһы яҙа. Ләкин суд, ялыуҙы ҡәнәғәтләндереүһеҙ ҡалдырырға, тигән ҡарар сығара. Шунан һуң улар республиканың Юғары судына кассацион ялыу яҙырға мәжбүр була. Әлегә Юғары суд водителдең ғәйеп кимәлен асыҡламаған, һөҙөмтә билдәһеҙ.
Мине иһә ошо ваҡиға күптәнге бер автоһәләкәтте иҫләргә мәжбүр итте. Май айының бер кисендә машиналы Булаттың бүлмәһенә курсташы килеп инә. Ул, һөйгәнемә бөгөн тиҙ арала өйөнә ҡайтырға кәрәк, әйҙә, беҙҙе алып бар, тип Булатты бер ҡаланан икенсеһенә барырға өгөтләй. Булат, иртәгә имтиханды бирәйек тә, шунан алып барырмын, тип баш тартып маташа. Ләкин курсташы уның ай-вайына ҡарамай, быуынына төшә һәм ҡалаға ҡайтып килергә күндерә. Байтаҡ араны үтеп, ҡыҙҙы тыуған йорто янында төшөрөп ҡалдырғанда йәшенле ямғыр башлана. Булат, бөтөнләй ҡараңғы төшмәҫ борон кире ҡайтып етергә кәрәк, тип газға баҫа һәм ҙур тиҙлектә машина боролошта тайып китеп, тәүҙә бордюрға, аҙаҡ бетон бағанаға барып һуғыла, ҡат-ҡат әйләнеп китә. Был автоһәләкәтте күргән кешеләр «Тиҙ ярҙам машинаһы»н саҡыра. Улар килеп еткәс, Булат, мине, зинһар, ҡотҡарығыҙ, тип кенә әйтеп өлгөрә һәм шундуҡ йән бирә. Тәү ҡарашҡа уның бер ере лә йәрәхәтләнмәгәндәй тойола, әммә аҙаҡ патологоанатом әйтеүенсә, егеттең эсендә бөтә органдары ла иҙелеп бөткән була. Шулай итеп, йәш кенә бына тигән шәп егеттең ғүмере өҙөлә. Һөйөклө балаҡайын юғалтыу ҡайғыһынан бер нисә сәғәт эсендә сәсе ағарып сыҡҡан әсә, улының мәйете янында ултырғанда, һиҫкәнеп китеп, улымдың башына еткән курсташы ҡайҙа, нишләп ерләшергә лә килмәне, тип һораны. Бергә уҡыған иптәштәре, ул дауаханала, ҡулы, ҡабырғаһы һынған, ти. «Барыбер килһен ине, аяғында йөрөйҙөр ҙә инде!» – тип һыҡрай әсә. Иптәштәре, ул һеҙҙең рәнйеүҙән ҡурҡты, шуға килмәне, тип әйтергә уҡталып, туҡтап ҡала. Был турала тик үҙ-ара шым ғына бышылдашалар. Табутты күтәреп сыҡҡас, зыяраттан алыҫта бер машина туҡтай. Ике кеше ултыр­ғаны күренһә лә, салон эсенән бер кем дә сыҡмай. Инде Булатты һуңғы юлға оҙатып, ҡайтырға йүнәлгәс, әсәнең күҙенә шул машина сағыла. Кемдәр улар, нишләп сыҡмайҙар, тип һорай. Улының иптәштәре бер-береһенә ҡарашып, ҡыймай ғына, теге егет, тип яуаплай. Әсә кеше шул машина яғына ыңғайлағас, барыһы ла тораташтай ҡатып туҡтап ҡала. Машинаға табан килгән әсәне күреп, ишек асыла һәм ҡулы муйынына бинт менән аҫылған егет сыға. Ул, бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен һау ҡулының һырты менән һөртөп, кинәт быуынһыҙ булып тубыҡлана, йәшле күҙҙәрен бер генә тултырып әсәгә ҡарағас, беләге менән битен ҡаплап, башын эйә.
– Ярай, килгәнһең икән... – тине шул саҡта әсә. – Килмәһәң, миңә мең тапҡыр ауыр булыр ине. Бар, дуҫыңдың ҡәберенә берәй ус тупраҡ һалып кил. Шунан аят ашына барырһың.
Егет, бер кемгә лә ҡарамай, яй ғына аяғына тороп баҫып, зыярат эсенә атланы. Иңдәре һәленеп төшкән ҡарт бабай кеүек ине ул шул мәлдә (аят ашына ҡалманы, ҡайтып китте). Ә бер уйлаһаң, уның ғәйебе ҙурҙан да түгел кеүек ине, өгөтләп юлға алып сыҡҡан хәлдә лә, руль артында ул үҙе булмаған бит. Шулай ҙа, иптәшенең үлеме өсөн ниндәйҙер кимәлдә яуаплылыҡ тойоп, үҙен-үҙе ғәйепле һанаған егет әсәнең ярлыҡауын алды. Был уның өсөн генә түгел, бәлки әсә өсөн дә бик мөһим ине.
... Утыҙҙы саҡ аша атлаған йәш ир, әсәнең һөйөп, яратып үҫтергән ғәзиз улы, ер ҡуйынында ята. Уның ярты етем ҡалған балаларына башҡа бер кем дә үҙ атайҙарын алмаштыра алмаясаҡ. Уларҙы тормош елдәре алдында бөтөнләй яҡлауһыҙ иткән водителгә, теләһә-теләмәһә лә, ғүмер буйы гонаһлы булып, шул йөк менән йәшәргә тура киләсәк. Әммә ул намыҫ ғазаптарын кисерәме икән? Икеле...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға