«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тау башындағы карап



18.01.2013 Тау башындағы карап

Альпинистар төркөмө Кордильер тауҙарына менгәндә диңгеҙ карабына тап була. Түбәнән төшөп барғанда ҡапыл буран сыға. ҡайтыр юлды юғалтып, сәйәхәтселәр тәүлектән ашыу палаткала ултырырға мәжбүр була. Күк асылғандан һуң билдәләнгән маршруттан ситләшеп, тура юл менән аҫҡа төшөп булыуын беләләр. Бер-ике сәғәттән һуң төркөм бер тарлауыҡҡа барып етә. Шунда күреп ҡалалар ҙа инде сәйер карапты. Альпинистар табышты тикшерергә тотона, әммә уның эсе буп-буш булып сыға. Ниндәйҙер йыһаз да, һөйәк ҡалдыҡтары ла күренмәй. Хатта караптың ҡорамалдары, двигателе лә табылмай. Сәйәхәтселәр асышы хаҡында башҡаларға хәбәр итә. Күбеһе уларға ышанмай. Аномаль күренештәрҙе тикшереүсе Оскар Бернсен иһә карапты күреү теләге менән тауҙарға сәйәхәт ҡылырға йыйына. “Һүрәтләүҙәр буйынса, карап һуғыш алдынан Европала эшләнгән булырға тейеш. Тау башына ул Бермуд өсмөйөшө “ярҙамында” эләгеүе ихтимал”, − ти эҙләнеүсе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға