18.01.2013 Сәйер күсәр
Владивостокта йәшәүсе бер ир күмер араһында металдан яһалған күсәр өлөшөн табып ала. Сәйер әйбер киҫәге таш күмерҙә ҡатып ҡалған була. Ир табышын ғалимдарға тапшыра. Биолог Валерий Двужильный ете сантиметр оҙонлоҡтағы күсәрҙе тикшергәндән һуң уның таҙа алюминдан эшләнеүен асыҡлай. Был ғәжәпләндермәй ҡалмай, сөнки кеше таҙа алюминды бик һирәк ҡуллана икән. Хакасиянан килтерелгән күмерҙең йәше иһә − 300 миллион йыл самаһы. Бәлки, металдан эшләнгән деталгә лә шунса йәштер. Әсемтә шекәрәһе менән ҡапланған булһа, быуаттар буйы һаҡланыуы ихтимал. Тағы бер асыш: материалда 75 процентҡа тиклем углерод бар. Углерод алюминға күмерҙән генә күсә алған. Тимәк, был күсәргә лә 300 миллион йылмы? Алюминдың ерҙә тыуыуын шик аҫтына ала ғалимдар. Күсәр өсөн ул ҡулланыла алмай. Боронғо дәүерҙә беҙгә тиклем ерҙә билдәһеҙ аҡыллы йән эйәләре булып киткәнме әллә? Шулай ҙа ғалимдар бындай уй-фекерҙәрҙән азат. Оҡшаш табыштарҙы улар тәбиғи сәбәптәр менән аңлата. Баҡтиһәң, металдарҙың минераль ҡатламдарҙың ярыҡтарында ла барлыҡҡа килеүе мөмкин. Бигерәк тә улар таш күмерҙә йыш осрай икән. Әлеге алюмин күсәр ҙә, бәлки, ошо юл менән үҫкәндер.