18.01.2013 Ҡышҡы урман йырсыһы
Ғинуарҙа шыршы турғайы бала сығара. Ана шул ҡоштоң урыҫса атамаһы нисек яңғырай икән?
Зәкирә БӘШИРОВА.
ҡырмыҫҡалы районы.
Шыршы турғайы урыҫса “клест-еловик” була. Уны икенсе төрлө тәресуҡыш, нарат сыпсығы тип тә атайҙар. Был ҡош ҡыҙылтүштән бер аҙ ҙурыраҡ, суҡыштарының остары ҡайсыланып тора. Улар яңғыҙ осмай, ғәҙәттә, туп булып йөрөй, осҡанда тауышланалар, ағасҡа ҡунһалар, тынып ҡалалар. Ата ҡоштоң дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт һоро, ҡорһағы һары. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Әлеге мәлдә ылыҫлы урманға барһағыҙ, тауыштарын, моғайын, ишетерһегеҙ.
Шыршы турғайҙары ылыҫлы урманда йәшәй. Башлыса, шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡланалар. Өйөрө менән ябырылып, күҙ менән ҡаш араһында миләште сүпләп китеүҙәре ихтимал. Ояны ағаста ҡоралар. Инә ҡош көрән таплы йәшкелт зәңгәр төҫтәге 3 – 4 йомортҡа һала. 12 – 13 көн баҫып ултырғас, ҡошсоҡтары сыға, улар ике аҙна ояла ҡала, шунан үҙ аллы йәшәй башлайҙар.
Шыршы турғайҙары күсмә тормош менән көн итә, йылдың теләһә ниндәй ваҡытында ризыҡ мулыраҡ булған урынға күсеүҙәре ихтимал.
Был ҡоштар Рәсәйҙең Европа өлөшөн, Кавказды үҙ итә. Уны Европа, Азия һәм Төньяҡ Американың ылыҫлы урмандарында ла осратырға мөмкин.
Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.