«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һаран ике түләр



15.01.2013 Һаран ике түләр

Өфөлә элекке прокурор ярҙамсыһын мутлығы өсөн язаға тарттырҙылар. Ул 2010 йылда баш ҡалалағы “Росар” лотерея клубына тикшереү ойошторған. Уйын бизнесы тураһындағы закондың үтәлешен тикшереү барышында ул бер нисә ҡағиҙә боҙоуҙы ла асыҡлаған.
Ошо ваҡытта ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса енәйәт эшен асыуҙан да яҡшырағы юҡ та бит, ләкин аҡса яратыу һәм һаранлыҡ үҙенекен итә – элекке прокурор ярҙамсыһы мутлашырға булған. Фирма вәкилдәре уға 500 мең һум күләмендә ришүәт биргән хәлдә, кире һөҙөмтәләргә күҙ йоморға вәғәҙә биргән.
Ләкин фирма хужалары ла аҡсаһын тоттороп ебәрергә генә тормай шул – улар был ваҡиға тураһында тейешле органдарға хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә элекке прокурор ярҙамсыһы ришүәт бирелгәндән һуң ҡулға алынған. Хәҙер енәйәтсе суд ҡарары буйынса 400 мең һум штраф түләргә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға