«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балаларҙың күңелен күреп



15.01.2013 Балаларҙың күңелен күреп

Балаларҙың күңелен күреп
Өфө ҡалаһындағы 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн Кулинария оҫталығы мәктәбе хеҙмәткәрҙәре аш-һыу әҙерләү дәрестәре үткәрҙе. Шулай предприятие балаларға шәфҡәтлелек күрһәтергә, уларҙы Яңы йыл, Раштыуа байрамдары менән ҡотларға булды. Бешеренеү серҙәренә өйрәнергә килгән ҡыҙҙар байрамса татлы ризыҡ – перәник йорттар әҙерләне.
– Балалар бындай сараларға йөрөргә ярата. Шуға ла ошонда саҡырғас, бик ҡыуандыҡ, – ти балалар йортонда төрлө түңәрәктәр алып барыусы педагог Людмила Синекрибова. – ҡыҙҙар кондитер­ҙарҙың нисек эшләгәнен күрә, үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәт туплай. Иң мөһиме, өлкәндәрҙең иғтибарын тоялар.
Балалар йортонда ла тәрбиәләнеүселәрҙе бешеренергә өйрәтәләр. Ашнаҡ­сылар, кондитерҙар килеп, ҡыҙ һәм малайҙарға оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеп китә. Шулай уҡ балалар кулинария түңәрәгендә төрлө ризыҡтар бешерә. “Балалар, йорттан сыҡҡанда үҙ аллы тормош өсөн ниндәй һөнәр-шөғөл кәрәк буласаҡ, барыһын да үҙләштерә. Тегенергә, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә лә өйрәтәбеҙ. Уларға бигерәк ҡамыр ризыҡтары оҡшай. Бәлеш, ҡоймаҡ, торт әҙерләргә ашҡынып ҡына торалар. Ғөмүмән, был бөтә балалар өсөн хас”, – ти ҡала мәктәбендә технология дәрестәрен дә алып барыусы Людмила Николаевна.
Балалар йортонда ул өс йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе аш-һыуға оҫтарып бөткән. Бәғзеләре ашнаҡсы һөнәрен үҙ итеп өлгөргән. “Үҙ ҡулың менән бешергән ризыҡ икеләтә ҡәҙерле. Шуға бындай дәрестәр тәрбиәгә лә ҙур йоғонто яһай. Балалар түңәрәктәр менән генә сикләнмәй, киске ашты ла үҙҙәре әҙерләгән саҡтары була. ҡыҙҙар ғына түгел, малайҙар ҙа бешеренә. Уларға һәр саҡ әйтә киләм: аш-һыу оҫталығына ла, тегеү-бәйләү һөнәренә лә иң тәүҙә ир кеше эйә булған. Шуға күрә малайҙар һәр шөғөлгә бик әүҙем тотона, ҡыҙҙар эше тип тормайҙар”.
Бешеренергә өйрәнгән бала башҡа белемгә лә эйә була, әлбиттә. Техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерәләр, аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һаҡларға өйрәнәләр, хатта өҫтәл әҙерләү – сервировка ысулдарына ла төшөнәләр. Ә оҫта кондитерҙарҙан дәрестәр алыуҙары белемдәрен тәрәнәйтә генә.
Кулинария мәктәбе хәйриә дәрестәрен тәүге тапҡыр ойоштора. “Киләсәктә бындай акцияны даими үткәреп торорға ниәтләйбеҙ”, – ти предприятиеның администраторы Айгөл ҡалҡаманова. Яңыраҡ ҡына асылған был мәктәп ҡалала берҙән-бер икән. Бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә ала. Мәктәп сертификаттар тапшырмай, тәмле итеп өйҙә ризыҡтар әҙерләргә теләүселәр килә унда. Йәш хужабикәләргә ҡәҙимге аш-һыу, төрлө халыҡтарҙың экзотик ризыҡтарын да бешерергә өйрәтәләр. Хеҙмәткәрҙәрҙең балалар өсөн изгелек эшләүе маҡтауға лайыҡ. Балалар татлы ризыҡтар бешереп, уларҙы биҙәп, перәник тарихын тыңлап, оҫталар менән бергә сәй эсеп, өлкәндәрҙең күңел йылыһын тойоп ҡайтты.

Мөнир ИҡСАНОВ.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға