15.01.2013 Тотолдоңмо, зараза?!
Чупакабра тигәндәре… тауыҡ яратыусы…
Сибай тыуған яҡты өйрәнеү музейының директор урынбаҫары Рәфҡәт ағай, серле йылмайып, бер хәбәр әйтеп һалды:
– Ана, Баймаҡ районының Абҙаҡ ауылынан берәү чупакабраны тотоп алып килеп, уҙған аҙнала музейға ҡалдырып китте, килеп, күҙ һалып кит. Әтеү, ҡайһы гәзитте алма, уйҙырма өҫтөнә уйҙырма яҙалар ҙа яталар, йәнде көйҙөрөп. Егерме тауыҡты һуҙып һалған был чупакабра, эйе-эйе!
Гәзиткә яҙылыу кампанияһы ҡыҙһа, чупакабралар күбәйә, тигәндәй. Юҡ, «Йәшлек»кә лә йыш ҡына теге йәки был районда шуның сама ҡаҙ йәки тауыҡ, йәки һарыҡты тамаҡлаған серле йәнлек хаҡында хәбәрҙәр килеп тора. Һуңғы шылтыратыуҙы, мәҫәлән, уҙған аҙнала ғына Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан ҡабул иттем:
– Беҙгә килеп сыҡ әле, ‒ олатайымдың һиңә чупакабра хаҡында һөйләгеһе килә.
Ауырымай-сирләмәй, оҙаҡ йәшәһен Өмөтбай ауылының чупакабралар буйынса белгесе булған был олатай, әммә ул тарафтарға барып сығырға форсат булманы. Ярай әле, эргәләге Иҫке Сибай халҡы яҡынданыраҡ тотоп алған был йәнлекте.
Арзан дан эҙләүсе оятһыҙ гәзитселәр (кхм-кхм) күпме генә алдаштырып-фәстермәһен, ысынбарлыҡ күпкә ябай булып сыҡты...
– Һуң, был бит кеш?!
– Тап үҙе. Күрәһең бит, бер ниндәй ҙә серле януар түгел, ә ғәҙәттәге кеш. Тауыҡ, ҡаҙ, башҡа ҡош-ҡорттоң йәнен алып, ҡанын эсеп йөрөгән. Салауат Ғазин исемле ағай, һарайынан 11 тауыҡ, өс әтәсе юғалғас, монтировка тотоп алып өс төн буйы ҡарауыллаған. Баҡһаң, ер аҫтынан өңөп юл һалған да, тауыҡтарҙың «хәлен» белергә йөрөй икән януарың. Таксидермисыбыҙ был кештең тиреһен һыҙырып алып, ҡарасҡыһын эшләп тә ҡуйҙы.
Музейҙан сыҡҡас, тағы бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫкә килеп төштө. Бер ун йылдар элек Урғаҙа ауылынан бер ағай:
– Төндә, нимәгәлер шомланып китеп, тышҡа сыҡтым. Һарайға инеп, утты тоҡандырһам, ике тауығымды ҡыҫып тотоп алып, утлыҡсала күршем ята, – тип һөйләгәйне.
Түже чупакабра, эйеме? Халыҡ, әгәр ҙә, чупакабранан ҡурҡып, төндә тышҡа сыҡмай ултырһағыҙ, ошондай «чупакабралар» тағы ла нығыраҡ үрсеп китмәҫме икән?
Илшат ҡАНСУРИН.