«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һорау-яуап



15.01.2013 һорау-яуап

Мөлкәтте бүләк иткәндә нисек һалым түләмәҫкә?
Улым менән киленем үҙҙәренең уртаҡ өлөшө булған бер бүлмәле фатирҙарын миңә бүләк итте. Әммә, күп тә үтмәй, һалым инспекцияһынан фатирҙың ярты хаҡына торошло килем алыуым һәм шул суммаға һалым түләргә тейешлегем тураһында хат килде. Был дөрөҫмө? Киленем дә яҡын туғаным бит. Мин һалым түләргә тейешменме ни?
Ф. ХОҘАЙҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

Ғаилә ағзаһы йәки яҡын туған тарафынан бүләк ителгән мөлкәт һалымдан азат ителә. Әммә ғаилә ағзаларына һәм яҡын туғандарға РФ Ғаилә кодексында ҡаралған кешеләр генә инә. Атап әйткәндә: ир менән ҡатын, балалар һәм атай-әсәйҙәр, шул иҫәптән уллыҡҡа алғандар һәм уллыҡҡа алынғандар, апай-ағайҙар. Күрәһегеҙ, был исемлеккә килен-кейәүҙәр инмәгән. Шуға күрә киленегеҙ бүләк иткән фатир өлөшөнән алынған килемгә һалым түләтелә. Әммә һалым түләүҙән ҡотолоу юлы бар. Бының өсөн тәүҙә киленегеҙ үҙ өлөшөн улығыҙға бүләк итһен, һуңынан иһә улығыҙ фатирҙы тулыһынса һеҙгә бүләк итә ала. Ошолай иткәндә, бер ниндәй ҙә һалым түләтелмәйәсәк.

Кальций ҙа, магний ҙа кәрәк

Кальцийҙың файҙаһы тураһында барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Әммә күптән түгел, организмда магний етешмәһә, кальций сәләмәтлек өсөн зыянлы булыуы ихтимал, тип ишеткәйнем. Шул турала асыҡлабыраҡ яҙып китһәгеҙ ине. Организмда магний етешмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереүе бар? Кешегә көнөнә күпме магний кәрәк?
Гүзәлиә.

Ысынлап та, магнийһыҙ кальций организм тарафынан үҙләштерелә алмай. Әгәр ҙә кальций организмда үҙе генә булһа, тәндә кальций тоҙҙары ултырмаһы барлыҡҡа киләсәк. Бының һөҙөмтәһендә 2-се типтағы шәкәр диабеты, остеопороз, остеохондроз кеүек ауырыу­ҙар, үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Каль­ций тоҙҙарының быуынға ултырыуы иһә артритҡа килтерә. Әлбиттә, был ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә башҡа сәбәптәр ҙә йоғонто яһай. Шулай ҙа, һаҡланғанды хоҙай һаҡлар тигәндәй, организмды магний һәм кальций менән тейешле нәүбәттә (1:2) тәьмин итеү яҡшы. Кешегә көнөнә яҡынса 300 мг магний кәрәк. Әммә үҙе генә ул организм тарафынан үҙләштерелмәй, шуға күрә ул аҙыҡ-түлек аша инергә тейеш. Кәрәкле магнийҙы сливала, абрикоста, хәлүәлә, йомортҡала, икмәктә, киптерелгән емеш-еләктә табырға мөмкин.

Банкроттан эш хаҡын түләтеп булмай

Судья минең эш биреүсенән эш хаҡын тотҡарлаған өсөн компенсация түләтеү тураһындағы дәғүә ғаризаһын кире ҡаҡты. Быны ул, предприятие банкротҡа ҡалған, тип аңлатты. Судья хаҡлымы?
Вәсилә СОЛТАНОВА.

Федераль закондың 126-сы статья­һының 1-се пунктына ярашлы, бурыслыны банкрот тип таныу тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән көндән алып, аҡсалата бурыс буйынса барлыҡ процент иҫәпләүҙәр, штрафтар, пенялар һәм башҡа санкциялар туҡтатыла. Шуға күрә, теоретик яҡтан алғанда, судья хаҡлы. Әммә һеҙ закон тарафынан билдәләнгән тәртиптә апелляцион, кассацион һәм башҡа инстанцияларға, был ҡарарға дәғүә белдереп, мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.


Инвалидтарға ташлама бар

Мин II төркөм инвалидымын. Улыма йортомдо мираҫ итеп ҡалдырырға теләйем. Белеүегеҙсә, нотариус хеҙмәте ҡиммәт кенә тора. Инвалид булараҡ, миңә ниндәйҙер ташлама бармы?
Ғәйфулла САБИТОВ.

РФ Һалым кодексында ҡаралыуынса, нотариаль ғәмәлдәрҙе башҡарғанда инвалидтар 50 процент ташлама менән файҙалана. Унда бындай ташламаға эйә булыусы граждандарҙың тулы исемлеге бирелгән.


Кәбеҫтәне нисек һаҡларға?

ҡышҡыһын йәшелсә-емеште һаҡлау – ҙур проблема. Йә өшөп баралар, йә кибәләр. ҡала шарттарында кәбеҫтәне ҡышҡыһын ҡайҙа, нисек итеп дөрөҫ һаҡларға мөмкин?
Фәниә ИЗГИНА.

Кәбеҫтәне һаҡлау өсөн иң яҡшы урын – һалҡын баҙ. Әлбиттә, ҡала шарттарында бындай баҙ тураһында хыялланырға ғына ҡала. Шуға күрә кәбеҫтәне һаҡлау өсөн балкон йәиһә лоджия ҡала. Бында кәбеҫтәне йәшниктәргә йәки полиэтилен тоҡсайҙарға һалып һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ кәбеҫтәнең һәр береһен бер нисә ҡат гәзиткә төрөп, рәт-рәт итеп теҙеп һалырға мөмкин. Гәзит урынына аҙыҡ-түлек өсөн тәғәйенләнгән пленканы файҙаланырға ла була.


Акциямы, әллә облигациямы?

ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың ниндәй төрҙәре була? Нимә ул акция? Ул кешегә ниндәй хоҡуҡтар бирә?
Фидан.

Улар күп төрлө. ҡиммәтле ҡағыҙҙарға акциялар, векселдәр, облигациялар һәм шулай уҡ чек та инә. Акция – ул акционер йәмғиәтенең килеменең ниндәйҙер өлөшөн (дивидендтар) алыр­ға, акционерҙар йәмғиәте менән идара итеүгә һәм предприятие бөтөрөлгәндән һуң уның мөлкәтенең күпмелер өлөшөнә дәғүә итеүгә хоҡуҡ биреүсе ҡиммәтле ҡағыҙ. Акция һатып алған кеше был компанияның милектәшенә әүерелә. Уның килеме иһә акционер­ҙар йәмғиәтенең эштәре нисек барыуға бәйле була. Әгәр ҙә компания уңышлы үҫешә икән, ул дивидендтар түләй аласаҡ. Әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал.


Һолоноң файҙаһы нимәлә?

Һолоно, бик файҙалы үҫемлек, тиҙәр. Йыш ҡына табиптар ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр сирләгәндә уның төнәтмәһен эсергә тәҡдим итә. Һолоноң файҙаһы нимәлә икән?
Гөлнур ЙӘҺҮҘИНА.
Бәләбәй районы.

Фән әленән-әле һолоноң яңы файҙалы үҙенсәлектәрен аса. Билдәле булыуынса, ул нервы системаһын нығытыу, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген көйләү, ҡан әйләнешен һәм матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу өсөн файҙалы. Дөйөм алғанда, һолоно – тәбиғәттең кешегә ҡиммәтле бүләге тип ҡабул итергә мөмкин. Латин теленән туранан-тура тәржемә иткәндә, был үҫемлектең исеме avena – «сәләмәт булыу» тигәнде аңлата. Ул тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуыу, яраны уңалтыу, үтте таҙартыу, ауырыуҙарға ҡаршы тороу кеүек файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Бынан тыш, микроэлементтарға һәм витаминдарға бай булыуы менән ул иң файҙалы туҡланыу продукттары исемлегенә инә. Шуға күрә табип-диетологтар уны туҡланыу рационына индерергә тәҡдим итә. Һолонан эшләнгән битлектәр иһә тирене шымарта, йөҙҙө йәшәртә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға