«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һеҙҙең менән ғорурланам, атай-әсәйем



15.01.2013 Һеҙҙең менән ғорурланам, атай-әсәйем

Һеҙҙең менән ғорурланам, атай-әсәйем
Әсәйем миңә ғүмер бүләк итеүсе генә түгел, ә беренсе уҡытыусым да, яратып, ҡурсалап тороусы фәрештәм дә. Әсә­йем Әнүрә Әнүәр ҡыҙы Әбдра­фи­ҡова – үҙ эшен их­лас башҡарған, бай тәжрибә туп­лаған башлан­ғыс класс уҡы­тыу­сыһы. Башҡор­тос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы исеменә балалар менән ун өс йыл эшләгәндән һуң лайыҡ була. Уҡы­тыусы һөнәре еңелдәрҙән тугел. Кескәй балаларҙың хо­лоҡ-һыҙаттарын өйрәнеп, һәр береһе менән уртаҡ тел табып, эшен яратып башҡара ул. Оло йөрәклелеге, кешелеклелеге, кеселеклелеге менән айырылып тора. Ул һәр бер баланың белемле, үҙ фекерен ҡурҡмай әйтә алыуы өсөн күп көс һала. Уҡыу­сыларын тыңлай белә, улар менән кәңәшләшә, фекерҙәренә ҡолаҡ һала. Ә иң мөһиме, бер баланы яҡлап, икенсеһен сит күрмәй, айырмай уҡыта. Әсәйем өсөн һәр бала – шәхес. Ә бит бала шәхес булып башланғыс кластарҙа формалаша. Уның киләсәктә кем булыуында, тормошонда ниндәй юл һайлауында уҡытыусы мөһим роль уйнай. Әсә­йемдең уҡыусылары араһында ла ҙур шәхестәр бихисап. Табиптар, уҡы­тыу­сылар, сәхнә «йондоҙҙары». Бө­гөн уның һөнәрен һайлап, уңышлы эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Тимәк, әсәйем уларҙа үҙ һөнәренә ҡарата һөйөү уята алған. Әлеге көнгә хәтлем беренсе уҡытыусыларын онотмай, хөрмәт итеп, байрамдар менән ҡотлап, сәләмдәр ебәреп, хәлен белешеп тора. Балаларға шундай наҙ, һөйөү биреп уҡытҡан, файҙалы кәңәштәренән айырмаған уҡытыусыны нисек онотмаҡ кәрәк?
Әсәйем ҡул эштәренә лә оҫта. Балаларын, яҡындарын йылы ойоҡбаштар, шарфтар менән ҡыуандыра, бешергән аштары телеңде йоторлоҡ, баҡсала ниндәй генә гөл-сәскә үҫтермәй. Уның моңайып ултырғанын һис күрмәҫһең. Беҙҙе лә тырышып йәшәргә өйрәтә, аҡыллы кә­ңәштәренән айырмай. Ниндәй генә ауырлыҡтар һынағанда ла түҙемле, сабыр булған әсәйемә ғәжәпләнеп ҡуям. Бәлки, янында бергәләп донъя ҡорған, балалар үҫтергән кәңәшсеһе, һөйөклө тормош иптәше бул­ған­ға ла ул шулай бирешмәйҙер?
Атайым Азат Рәжәп улы Миң­лебаев БашРЭС-та электрик булып эшләй. Уның һөнәре еңелдән түгел. Хатта был һөнәрҙе ҡурҡынысыраҡ та һәм бик етди, уны иғтибарлы, түҙемле кеше генә башҡара ала, тип әйтер инем. Атайымды эшендә коллегалары ла, ауылдаштары ла бик хөрмәт итә. Уның бай тормош тәжрибәһенә нигеҙләнеп әйтелгән аҡыллы кәңәштәренә һоҡланырлыҡ. ҡәҙер­лебеҙ тырыш та, өлгөр ҙә, намыҫлы ла. Һәр береһе менән уртаҡ тел табып, ярҙам ҡулы һуҙып, туғандарына терәк булып йәшәү − уның булмышы. ҡулынан килмәгән эше юҡ: һунарсы ла, балыҡсы ла, йортобоҙҙо ла үҙ тырышлығы менән һалған, өйөбөҙҙө лә ул эшләгән ултырғыс-өҫтәлдәр биҙәй, әсәйемә өй эсендә эшен еңеләйтер өсөн бөтә уңайлыҡтар булдыр­ған.
Әсәйем менән иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә-бергә инде 32 йыл ғүмер итә. Донъя шул тиклем бай һәм күп ҡырлы, төрлө хәл булып тора. Йәнде өшөттөргөс бураны ла, көс биреүсе йылы ҡояшы ла. Ауырлыҡтарға бирешмәй, татыу, матур, ихлас донъя көткәндәренә ҡыуанып та, һоҡланып та туя алмайым. Ике тәртә бергә тартҡанға күрә донъя йөгө лә йылдам ғына китеп бара, балаларын кеше итергә тырышып торғас, ҡылған эштәре лә тик изгелек кенә булғас, донъялары бәрәкәтле лә, эштәре һөҙөмтәле лә, үҙҙәре лә бәхетле.
ҡәҙерлеләрем яңыраҡ күркәм юбилейҙарын билдәләне. Әсәй һәм атай, иртәләрегеҙ ҡояшлы, килер көндәрегеҙ имен булһын, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ҡайғы-борсо­лоу­ҙар белмәй, шатлыҡта, һаулыҡта, йортоғоҙҙон ҡотон һаҡлап, оҙаҡ йылдар тигеҙ ғүмер итергә яҙһын. Мин һеҙҙең менән ғорурланам!

Л. МИҢЛЕБАЕВА.
Әбйәлил районы,
Байым ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға