«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Сәсегеҙҙе тәрбиәләй беләһегеҙме?



14.08.2010 Сәсегеҙҙе тәрбиәләй беләһегеҙме?

Cәстең тиҙ майланыуынан нисек ҡотолорға?

Сәстең майлылығын кәметеү өсөн әсегән һөт ҡулланалар. Уны болғатып күпертәләр, баш тиреһенә һылайҙар һәм бер сәғәт тоталар. Аҙаҡтан яҡшылап йыуғас, әсегән һөттө ҡабат баш тиреһенә һөртөргә. Был юлы биш кенә минут тоталар ҙа һыу менән сайҡаталар.

ҡауаҡтан арынырға теләһәгеҙ

Сәсегеҙҙең төптәренә ышҡый-ышҡый вазелин һөртөгөҙ. 45 минуттан сәсегеҙҙе ябай ысул менән йыуығыҙ. Ләкин йомшаҡ һыу һәм балалар һабыны йә бор-этил матдәләре ҡушылған һабын менән йыуырға кәрәк. Бер ҙә булмаһа, өс литр һабынлы һыуға 1 йомортҡа һарыһы, 1 – 2 балғалаҡ бор кислотаһы һалынған иретмә менән сайҡағыҙ.

Сәс ҡойолоуҙы нисек туҡтатырға?

Сәс ҡойолоуға, ғәҙәттә, йә йәрәхәт, йә ҡыҫыҡ баш кейеме кейеү, күп осраҡта витаминдар етешмәү, нервы тынысһыҙлығы сәбәпсе була. Бындай саҡта һауала ялан баш йөрөү файҙалы. Башҡа эҫе йә һалҡындан зыян килергә тейеш түгел, әлбиттә.
Сәс үҫһен өсөн кәрәкле витаминдар тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Бигерәк тә йәшелсә аштары, арыш икмәге файҙалы.
Сәс ҡойолоуҙы туҡтатыуҙың борондан килгән иң һөҙөмтәле, киң таралған ысулы – йыуғандан һуң баш тиреһенә кесерткән төнәтмәһе һөртөү. Төнәтмә былай әҙерләнә: бер аш ҡалағы кипкән, ваҡланған кесерткән япрағына бер стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, бер сәғәт томалап тоторға. Аҙнаһына 1 – 2 тапҡыр баш тиреһенә һөртөргә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға