«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Оло юлға сығыр алдынан



11.01.2013 Оло юлға сығыр алдынан

Оло юлға сығыр алдынан
Ғәжәп хәл бит: 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлегенә ингән 27 абитуриенттың һигеҙе Учалы районынан, йәнә алтауһы республиканың 1-се интернат-мәктәбенән килгәйне. Бер райондан һигеҙ кеше – ғүмерҙә булмаған хәл бит, киләсәктә лә ул булмаясаҡ. ҡайһы бер әсе теллеләр хатта: «Һ-ы-ы, декан урынбаҫары беҙҙең райондан булһа, беҙҙекеләр ҙә йырлап ҡына инеп китер ине», − тип көнләшеп тә ҡуйҙы. Инеүен инделәр ҙә, ә бына, танау аҫтары ла кипмәгән малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡый алырмы? Үс иткәндәй, дәррәү уҡып алып китте учалылар. Тик берәүһе генә ҡышҡы сессияла төшөп ҡалды. Студенттарҙың иң йәше һәм буйға ла әллә ни тартмаған Урал Хисамовҡа 16 йәш кенә. Уның тиҫтере Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов иһә ҡалын кәүҙәле, буйға ла башҡаларҙан аша ҡарап торған, ҡара-һөрөнкө йөҙлө етди егет. Уға ла 16 йәш. Иң оло студентыбыҙ − 32 йәшлек Баймаҡ егете Яҡуп Сөләймәнов. Беренсе курсты тамамлағас, ул ситтән тороп уҡыуға күсте. Университетта иң шәп баянсы, әлегә тиклем республика интернат-мәктәбендә музыканан уҡытҡан Илһам Сәйәховҡа – 30 йәш тирәһе. Ул килеү менән шул уҡ Учалы егеттәре һәм ҡыҙҙары менән үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәген ойоштороп та ебәрҙе.
27 кешенән торған уҡыу төркөмөнөң (улар­ҙың икәүһе запасҡа, ирекле тыңлаусы итеп алынғайны) тәүге ойоштороу йыйылышын декан урынбаҫары Марат Минһажетдинов үҙе үткәрҙе.
− Кемдәр армияла хеҙмәт итеп ҡайтты әле? − тип һораны ул аудиторияға инеү менән.
Беҙ бишәү инек: Лазо Әлибаев, Риф Зарипов, Нәҡип Кәримов, Риф Ханов һәм мин. Бөтәбеҙ ҙә, һалдаттағы кеүек, аяҡ үрә баҫтыҡ. Декан урынбаҫары һәр беребеҙгә ентекләп ҡарап сыҡты ла, бармағы менән миңә төрттө:
− Бына һин староста буласаҡһың.
Мин аптырап ҡалдым. Башымды түбән эйеп өндәшмәнем. Бындай тәҡдимде көтмәгәйнем. Тик студенттарҙың ҡул сабыуы ғына мине айнытып ебәрҙе һәм иптәштәремә боролоп:
− Рәхмәт! – тип кенә әйтә алдым.
− Ә комсоргты үҙегеҙ һайлағыҙ, − тине Марат Минһажетдинов, өҫтәл артына барып ултырғас. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң комсорг итеп Лазо Әлибаев һайланды. Ләкин ул бер йылдан һуң ҡайтып китте һәм уның урынына эшкә, уҡыуға уңған, теле лә тик тормаҫ Рәшиҙә Солтанова һайланды. Дөйөм төркөм етәкселеген, йәғни кураторлыҡ вазифаһын Марат Хәләф улы үҙ өҫтөнә алды.
Ул йылдарҙағы ғәҙәт буйынса, беҙҙе, рус төркөмөнән тағы 10 ҡыҙҙы өҫтәп, Мәсетле районының II бүлексәһенә (Степной ҡасабаһы) көҙгө ураҡ эштәренә ярҙамға ебәрҙеләр. Управляющийы Ретмир Баев ине. Мин уны электән белгәнгә шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ. Фатирҙарға ла урынлаштырҙы ул беҙҙе, ашханаһын да ойошторҙо. Студенттар отряды (хәҙер беҙҙе «отряд» тип кенә йөрөтәләр. Командиры – мин, комиссары – Лазо Әлибаев) өс звеноға бүленде. Егеттәр (улар беҙҙә 12) һалам эҫкертләһә, ҡыҙҙарҙың бер звеноһы трактор артынан бәрәңге йыя, икенсеһе ырҙын табағында иген таҙарта, әҙер ашлыҡты элеваторға оҙата. Йәнә бер төркөм аш-һыу араһында булыша. Үҙ-ара әллә ни танышып өлгөрмәһәк тә, эш тәүге көндәрҙә үк ыңғай төҫ алды.
Көҙгө көн мыжыҡ бит ул. Бер көн салт аяҙ торһа, икенсе көн ваҡ ямғыр ыҙалай. Ошондай быҫҡаҡ ямғырлы көндәрҙең береһендә күрше фатирҙа йәшәүсе ҡыҙҙар мунса яҡты һәм тәүгеһенә Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов менән Фәрит Усманов китте. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, Ишмөхәмәт шунда бер юлы ике бәләгә осрай ҙа ҡуя. Тәүҙә ул һиҙмәйенсә мейес ҡапҡасына арҡаһын бешерә. Күмәкләп алып ҡайтып, хужаның мейес башына һалып, төрлө крем, йомортҡа ағы, ҡатыҡ менән ыуалай башлауға башына һөрөм тейгәне лә беленә: ул ҡоҫа, уҡшый. Хужабикә етеле кәрәсин лампаһының торбаһын ҡолағына ҡуя, күп итеп һөт эсерә. Егеттәр ашхананан ашарға ташый, ҡыҙҙар арҡаһын ыуа һәм ике көн тигәндә егет аяғына баҫты һәм ямғыр туҡтау менән йәнә баҫыуға, һалам өйөргә китте. Бер-берең менән яҡындан танышыу, хатта дуҫлашып китеү ана шул көндәрҙә башланды ла инде.
Студенттар менән бергә көҙгө ураҡҡа Өфө заводтарының береһенән йәш эшселәр ҙә килгәйне. Уларҙа эш ҡайғыһы юҡ, тәртип яғы ла шәптән түгел, яйы сыҡҡан һайын беҙҙең ҡыҙҙар артынан эйәрергә генә торалар. Иҙәндәре шығырлап торған иҫке генә клубта беҙҙең ҡыҙҙар менән аҙ ғына бейейҙәр ҙә улар­ҙы тышҡа һөйрәй башлайҙар. Шау-шыу китә, әрләш-талаш, яғаға-яға киләләр. Әммә беҙҙең егеттәр ҙә йүкәнән ишелмәгән. Күбебеҙ армия хеҙмәтен үтеп, ҡул һуғышы алымдарын үҙләштергәнбеҙ, бокс, самбо, ул йылдарҙа саҡ тарала башлаған каратэ алымы ла беҙгә ят түгел. Йәш булһалар ҙа, Ишмөхәмәт, Фәрит, Ғәлимйән, Рәхим, Урал, Рәүефтәрҙә лә көс ҡайнап тора. Элекке моряк Риф Ханов менән утыҙын уҙған Баймаҡ егете Яҡуп ағайҙар берҙе һелтәп ебәрһә, заводтыҡылар әллә ҡайҙа кесерткән араһына барып төшә. Бер-ике тапҡыр завод егеттәренең ана шулай арт һабаҡтарын уҡытҡайныҡ, тегеләр беҙ ҡайтып киткәнсе ҡойроҡтарын бот араларына ҡыҫып, беҙҙең менән алыҫтан ғына иҫәнләшеп йөрөнө.
Кеҫә тулы аҡса, байтаҡ Маҡтау ҡағыҙы, Почет грамотаһы менән ҡайтып төштөк беҙ университетҡа һәм шунда уҡ дәрестәргә йәбештек. Маҡтанып әйтмәйем: беҙҙең төркөм тәүҙә − факультет күләмендә, тора-бара университетта ла ҙур ғына абруй яулап алды. Насар уҡыманыҡ, бер-беребеҙгә матди яҡтан да ярҙам иткеләнек. Бүлектә бер нисә студент, шул иҫәптән ирекле тыңлаусылар ҙа стипендия алманы. Күмәкләп һөйләштек тә, үҙебеҙ алған стипендияларҙы староста йыйып ала ла, тигеҙ өлөштәргә бүлеп, һәр беребеҙгә аҡса өләшеп сыға. Уртаса элекке 35 урынына 22 һум тура килә. Ләкин бер кем дә зарланманы. Киреһенсә, ул беҙҙе дуҫлаштырҙы ғына, стипендия алмаған студенттар ҙа тырышып уҡый башланы һәм дүртенсе-бишенсе курстарҙа төркөмдә стипендия алмаған студент юҡ ине. Әлбиттә, уҡыу менән генә сикләнмәнек. Драма һәм бейеү түңәрәктәрен ойоштороп ебәрҙек. Улар менән Рәшиҙә Солтанова, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Фәрит Усманов, Зөһрә Фәттәхова етәкселек итте.
Оҙон ҡыш буйы төркөм студенттары Мостай Кәримдең «ҡыҙ урлау» комедияһын сәхнәләштереп, йәйге сессияны тапшырыу менән Ейәнсура районына гастролгә сығып китте. Мин үҙем сыға алманым, сөнки быға тиклем университеттың хеҙмәт семестры буйынса штаб начальнигы итеп тәғәйенләп ҡуйғайнылар һәм шуның мәшәҡәттәре менән тороп ҡалдым.
Һуңынан Ишмөхәмәттең һөйләүе буйынса, гастроль шау-гөр килеп ҙур уңыш менән барһа ла, үҙҙәре лә, «исеме есеменә тап килһен» тигәндәй, труппаның иң сибәр ҡыҙы Сара Әминеваны Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында урлатып ҡуялар. Бының өсөн труппа етәксеһенә эләгә-эләгеүен, ләкин нишләй­һең, эш уҙғайны.
Икенсе курста Ишмөхәмәттәрҙең төркөмө украин драматургы Карпенко-Карыйҙың «Бәхетһеҙ мөхәббәт» тигән спектакле менән Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарын урап сыҡты. «Әгәр быйыл да ҡыҙҙарҙы урлатһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләрһегеҙ!» − тип ныҡлап киҫәттеләр был юлы деканатта. Әлбиттә, спектакль күрһәтеү менән генә шөғөлләнмәй труппа. Әгәр кистәрен сәхнәгә менһәләр, көндөҙҙәрен, уҡыу планына ярашлы, халыҡ ижады, топонимика, диалектология буйынса бай ғына материал туплап ҡайттылар.
Юғары курстарға етә башлау менән гастролдәр, драма һәм бейеү онотолдо. Хәҙер бөтәбеҙ ҙә лекцияларға, семинарҙарға, курс эштәренә, рефераттарға, коллоквиумдарға ныҡлап тотондоҡ. Етмәһә, студенттарҙың В. Лениндың тыуған көнөнә арналған ғилми конференциялары тигән нәмә уйлап таптылар һәм беҙгә уларға әҙерләнергә кәрәк ине. Көндөҙ генә түгел, төндәрен дә китап, дәреслектәр, лекциялар ҡулдан төшкәне юҡ. Иң мөһиме – ваҡыт яғы етмәй. Әгәр зачеттарыңды ваҡытында биреп бармаһаң, имтихандарға ла индермәүҙәре мөмкин, ә был стипендия менән бәйле. Ишмөхәмәт тә, беҙҙең һымаҡ ябығып, һурылып китте. Нишләйһең, уҡыуҙы юҡҡа ғына энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиңләмәйҙәр икән шул.
Бер көн шулай Кирәй Мәргән беҙгә тотемдар тураһында лекция уҡып сығып китте. Беҙ бер нәмә аңламай, аңшайып ултырҙыҡ та ҡалдыҡ. Ләкин Ишмөхәмәт яңы теманы тиҙ тотоп алды, китапхана­лар­ҙан уның тураһында материалдар эҙләргә кереште һәм тәки осона сыҡты бит, әй! Баҡтиһәң, ул диндең иң боронғо формаһы икән. Мәжүсилек дине ваҡытында кешеләр ағасҡа, ташҡа, һыуға, һауалағы йондоҙҙарға, төрлө йәнлектәргә, ҡырағай хайуандарға табынған, улар­ға арнап йола байрамдары, йыйындар үткәрелгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, «кәкүк сәйе», «ҡарға бутҡаһы» бөгөн дә йәшәп килә, «шәжәрә байрамы» кеүек иҫкеләре яңыртыла, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» кеүек яңылары барлыҡҡа килә. Кирәй Мәргәндең лекцияһынан һуң Ишмөхәмәт ул байрамдарҙы ныҡлап өйрәнеп, ауыл халҡы менән һөйләшеп, өр-яңы мәҡәлә яҙҙы ла уны «Совет Башҡортостаны» гәзитендә 1967 йылдың 25 июнендә баҫтырып та сығарҙы. ҡара һин уны, үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнеп килде-килде лә ҡапыл ғына, беҙҙең танауға сиртеп, фольклор әҙәбиәтенә инде лә китте. Арабыҙҙан әллә ни айырылып тормаған, баҫалҡы холоҡло, ме­лан­холикка тартым, йәғни үҙ тойғоларын тышҡа сығарып бармаған егетебеҙ ҡапыл ғына етеҙ хәрәкәтле, көс-ҡеүәте ашҡынып торған холерикка әйләнде лә ҡуйҙы һәм ирек­һеҙҙән, оло фән юлына инеү ана шул «ҡарға бутҡа»һынан башланманымы икән, тип уйлап та ҡуяһың. «Бәләкәйҙән ҙурға ынтылыу» тигән фәлсәфәүи фекер ана шулай барлыҡҡа килгәндер ул. Сөнки Ишмөхәмәт эшен баш әйләндергес оло теорияларҙан башламаны, бәлки сама белеп кенә бәләкәйҙән башлай һәм ҙур фән бейеклектәренә барып етте. Ошо фекеремде нығытыу өсөн тағы ла бер миҫалға туҡталмаҡсымын.
Беҙ өсөнсө курсҡа еткәс, яңы уҡыу фәне индерелде һәм филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев «Урал-Алтай тел ғилеменә инеш» темаһына лекциялар уҡый башланы. Әлегә тиклем был темаға бер кем дә тотонмағанға күрә уның дәрестәренә башҡа курс студенттары менән бергә аспиранттар, хатта үҙе менән бер кафедрала эшләгән уҡытыусылар ҙа инеп ултырыр ине. Ғәҙәттә, Жәлил Кейекбаев ҡайһы бер уҡытыусылар кеүек ауыр портфель күтәреп йөрөмәй ине, дәрес уртаһында анекдот та һөйләмәй, ә ус аяһындай ғына ҡағыҙ киҫәгенә һирәк-һаяҡ күҙ һала ла тулы ике сәғәтлек лекция һөйләй, хатта тәнәфес еткәнен дә белмәй ҡалабыҙ. Ул иһә күҙлеге аҫтынан ғына йылмайып ҡарай ҙа:
− Дәрес бөттө ләме? − тип һорай ҙа таҡтаны һөртөргә тотона. Шунан сепрәген бер кеҫәһенә, аҡбурҙы икенсеһенә һалып сығып китә.
Яратҡан һәм оло хөрмәт иткән остазынан үрнәк алып, Ишмөхәмәт тә үҙ ғүмерен фәнгә, атап әйткәндә, тел ғилеменә арнарға ҡарар итә һәм дүртенсе курста уҡығанда Жәлил Кейекбаевтың ихлас кәңәше менән яҙылған «Балалар уйындары тураһында», йәнә «Йылдар һәм йырҙар» (Салауат Галиндың китабына инеш һүҙ), «ҡаҙаҡ ғалимы Өфөлә» (боронғо төрки ҡомартҡыларҙы тикшереүсе Ғ. Айҙаров тураһында) тигән мәҡәләләре менән иҫбатлай.
− Һин, мырҙам, − ти уға бер саҡ Жәлил Ғиниәт улы, кафедраһына саҡыртып, − былай төплө студентҡа оҡшағанһың. Ашыҡмайһың, һәр яңылыҡты шунда уҡ тотоп ала, уны тәрәнәйтә, киңәйтә беләһең. Башҡалар һымаҡ, өҫтән-мөҫтән генә йөҙмәйһең. Әллә, тим, диплом эшеңде «Башҡорт халыҡ байрамдары, уйындары һәм уларға ҡағылышлы лексика» тигән темаға арнайһыңмы? Был бик отош­ло темаға оҡшай, сөнки әлегә тиклем уны һанламайыраҡ килделәр.
Мәшһүр ғалимдың көтөлмәгән тәҡдимен ҡушҡуллап ҡабул итә Ишмөхәмәт һәм шунда уҡ материалдар туплай башлай. Бер үк ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары менән танышып ала, улар менән ғилми экспедицияларға сыға. Йыйылған материалдарҙың байтаҡ өлөшөн буласаҡ диплом эшенә индереп ебәрә.
Һәм бына диплом эштәрен яҡлау көндәре лә килеп етә. 1969 йылдың июнь урталары. Үкенескә күрә, Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновты фән юлына аяҡ баҫтырған, фатиха биргән профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев арабыҙҙа юҡ ине инде. Ләкин ул сәсеп ҡалдырған орлоҡтар тигеҙ шытым бирҙе. Шуларҙың береһе – Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов.
… Диплом эштәре яҡланасаҡ аудитория алдында студенттар өйөмө. Башҡалар йөрәктәрен ус төбөндә тотоп, шөрләп торһа ла, Ишмөхәмәт тыныс, хатта бер аҙ ғәмһеҙерәк тә, ҡара һөрөнкө йөҙөндә тулҡынланыу сатҡылары ла күренмәй, сөнки ул нимә тураһында һөйләрен биш бармағы кеүек белә, оппоненттары менән бәхәскә лә әҙер. Диплом «бишле» билдәһенә яҡлана. Аҙаҡ дәүләт имтиханы комиссияһы рәйесе, күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов һүҙ ала.
− Бөгөн беҙ, − тине ул, − тәрән йөкмәткеле, киң яҡлы күп кенә диплом эшен ҡараныҡ. Шуларҙың өс-дүрте кандидатлыҡ диссертацияһына тартым, ә Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың «Башҡорт халыҡ байрамдары, уйындары һәм уларға ҡағылышлы лексика» тигән диплом эшен бөгөн үк айырым монография итеп сығарыр инем.
Беҙҙең 1964 − 1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡыған студенттарҙың дүртәүһе «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә алды. Ишмөхәмәт Ғә­ләүетдинов иһә бөтәбеҙҙе лә уҙҙырып ебәр­ҙе. Ул хәҙер – филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Рес­публикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ризван ХАЖИЕВ,
Башҡорт дәүләт университеты
филология факультетының 1964 – 1969 йылдарҙағы башҡорт-рус төркөмө старостаһы,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға