11.01.2013 Ләйсән, лимон һәм Башҡорт википедияһы
Интернетта танылыу тапҡан Википедия ирекле энциклопедияһы бөтә донъя ирекмәндәренең көсө менән яҙыла. Бөгөнгә Википедияның 285 тел бүлегендә 38 миллион кеше теркәлгән. Бөтә бүлектәрҙәге мәҡәләләр һаны 24 миллиондан артып китте.
Һуңғы йылдарҙа Википедияның башҡорт телендәге бүлеге әүҙем үҫешә, халыҡ араһында танылыу яулай. Ирекмәндәр хәрәкәтенә яңынан-яңы ҡатнашыусылар ҡушыла, билдәле бер уңыштарға ла өлгәшә. Әйтәйек, һуңғы ике айҙа Сибайҙан Ләйсән әүҙем тәржемәсегә әүерелде. Ул “Википедия өсөн мөһим 1000 мәҡәлә” исемле сараға ҡушылды. Бөтә тел бүлектәрендә лә булырға тейеш мәҡәләләрҙе тәржемә итеп, Башҡорт википедияһына урынлаштыра. Лимонға арналған сираттағы ижади эше тәжрибәле мөхәррирҙәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалманы. “Лимон” мәҡәләһен юғары дәрәжәле “Һайланған мәҡәлә” кимәленә еткерергә тәҡдим ителде.
Шуныһы ҡыҙыҡ, был мәҡәләлә лимондың яңы төрҙәрен сығарыусы Өфө лимонарийы селекционерҙары хаҡында ла мәғлүмәт бар. Википедия мәҡәләһендә яҙылыуынса, “Салауат”, “Ләйсән” һәм “Урман” тип аталған өс башҡорт лимоны РФ Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына индерелгән. Шулай тура килеүен әйт әле: Ләйсән лимон хаҡында мәҡәлә яҙмаһа, емештең үҙе исемендәге сорты булыуын, бәлки, бик оҙаҡ белмәгән дә булыр ине. Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла шөғөл ул Википедияға мәҡәләләр әҙерләү! Ә күпме кеше уның аша үҙенә файҙалы мәғлүмәт табып һөйөнә. Уларҙың рәхмәтенә ирешеү үҙе бер шатлыҡ бит!
Т. АМАНОВ.