«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Маҡтауға лайыҡ



11.01.2013 Маҡтауға лайыҡ

Маҡтауға лайыҡ
Ырымбур ҡалаһында йәшәүсе бер урыҫ егетенең үҙ аллы башҡорт телен үҙләштереүе хаҡында күптән ишеткәнем булды. Әммә уның менән күҙмә-күҙ осрашырмын тип бер ҙә уйламағайным. 24 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уҙғарған махсус тапшырыуға ҡунаҡ итеп тап шул Вячеслав Чернев саҡырылды. Эфирҙан һуң ҡунаҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты. Әйтеп үтергә кәрәк, йәш тел белгесе, башҡортса һөйләшкәндә бер сит һүҙҙе лә ҡулланманы, хатта, киреһенсә, уҡытыусылар һәм студенттарҙың телмәрен төҙәтеп, дөрөҫөрәк варианттарын тәҡдим итеп ултырҙы. Ун ете йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, Вячеслав студенттар алдында тәжрибәле тел ғалимы кеүек сығыш яһаны. Саранан һуң ҡунаҡты тағы ла яҡыныраҡ белер өсөн уға бер нисә һорау бирҙем. Әңгәмә тик башҡорт телендә барҙы.
− Белеүемсә, һин Ырымбур ҡалаһында тыуып үҫкәнһең. Башҡорт телен өйрәнеүгә нимә сәбәпсе булды?
− Мин уҡыған мәктәптәрҙең береһендә лә башҡорт теле уҡытылманы. Алтынсы синыфта математика уҡытыу­сыһынан әҙ-мәҙ татар телен өйрәндем. Һуңынан ҡулыма башҡорт гәзите килеп эләкте һәм кисекмәҫтән ошо телде өйрәнеү теләге тыуҙы. Башҡорт теле күңелемә ныҡ ятты. Башҡорт сайттарына ла мөрәжәғәт иттем.
− Әйткәндәй, интернетта булған Башҡорт википедияһын тулыландырыу ҙа – һинең хеҙмәт емештәрең...
− Эйе, иҫемдә, мин беренсе тапҡыр эшкә тотонғанда, башҡортса аңлатмалар 500-ҙән артыҡ түгел ине, ә хәҙер 5000-дән ашыу һәм Рәсәйҙә башҡорт Википедияһы икенсе урында килә.
− Афарин, Вячеслав! Башҡорт телен өйрәнеүҙә ниндәй ысулдар ҡулландың? Һиңә кемдең китаптары ярҙам итте?
− Башҡорт теле серҙәренә, ғөмүмән, үҙ аллы өйрәндем. Миңһылыу апай Усманованың һәм Фирҙәүес апай Хисамитдинованың башҡорт теле грамматикаһына арналған китаптары ярҙам итте. Ә өйрәнеү ысулдарын үҙемә уйлап табырға тура килде. Китаптарҙағы ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе, терминдарҙы ла үҙемсә үҙгәрттем. Хәҙер ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, башҡорт теле грамматикаһы өҫтөндә эшләйем. Башҡорт телен­дә заманса ҡарашлы китап барлыҡҡа килергә тейеш, тигән фекерҙәмен.
− Бик мәслихәт! Дуҫтарың араһында башҡортса һөйләшкәндәре лә барҙыр, сөнки сит телде яҡшы үҙләштереү өсөн шул телдә һөйләшеүселәр менән күп аралашырға кәрәк.
− Әлбиттә. Ырымбур ерҙәренең тарихи яҡтан башҡорттоҡо булыуына ҡарамаҫтан, бында йәшәгән башҡорттар, бигерәк тә ҡала халҡы, үҙ телендә таҙа һөйләшмәй, йә булмаһа, тик урыҫса ғына һүҙ тота.
− Әлеге ваҡытта Башҡортостан мәктәптәрендә башҡорт телен, дәүләт теле булыуға ҡарамаҫтан, ирекле өйрәнеүгә ҡайтарып ҡалдырмаҡсылар. Ошо сәбәпле күп мәктәптәр башҡорт телен уҡытыуҙан бөтөнләй баш тартты. Һинең уйыңса, был дөрөҫмө? Башҡорт булмаған милләттәргә башҡорт телен уҡытыу кәрәкме?
− Минең уйлауымса, Башҡортостанда башҡорт теле мәжбүри рәүештә уҡытылырға тейеш. Унан зыян юҡ, файҙа ғына. Әгәр Башҡортостанда йәшәйһең икән, был ерҙең уникаллеген белергә һәм аңларға тейешһең. Ә урындағы халыҡтың телен һәм тарихын белмәгәс, уны нисек аңламаҡ кәрәк? Башҡа төбәктәр­ҙән килгән халыҡтар өсөн, минеңсә, айырым мәктәптәр булдырыу зарур.
− Ишетеп белеүемсә, башҡорт теленән башҡа, һин тағы бер нисә сит телдә яҡшы аралаша алаһың.
− Дөрөҫ. Телдәр менән, ғөмүмән, 11 йәшемдә ҡыҙыҡһына башланым. Әлеге мәлдә, башҡорт теленән башҡа, ете телдә иркен һөйләшә алам. Һуңғы арала йәһүд, ғәрәп, фарсы, әссүриә һ.б. телдәрен үҙләштерәм.
− Киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуяһың?
− Ырымбур дәүләт педагогия университетын яҡшы итеп тамамларға һәм, әлбиттә, мөмкинлек булһа, һеҙҙең башҡорт филологияһы факультетында стажировка үтергә бик шат булыр инем. Унан да алғараҡ ҡараһаң, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның аспиранты булыу ниәтем дә бар.
− Маҡсаттарың тормошҡа ашһын. Башҡорт теленә һөйөүеңде бер ҡасан да юғалтмауыңды теләйем, Вячеслав. Әйтер һүҙең булһа, рәхим ит.
− ҡәҙерле башҡорт халҡы! Һеҙҙең телегеҙ шул хәтлем бай, үҙенсәлекле, матур, йәмле лә, татлы ла ул. Туған телегеҙҙе бер ҡасан да онотмағыҙ, бер-берегеҙ менән аралашыуҙан туҡтамағыҙ. Урамда башҡорт телен ишетһәм, ысын күңелдән шатланам. Һеҙ шундай тел хужалары булғанығыҙ өсөн бәхетле.
− Әйткән йылы һүҙҙәрең өсөн ҙур рәхмәт!

Илдус ҡАҺАРМАНОВ,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға