«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уңайлы булһа ла, мәшәҡәте бар



11.01.2013 Уңайлы булһа ла, мәшәҡәте бар

Уңайлы булһа ла, мәшәҡәте бар
Кредит карталарына бәйле енәйәттәр һаны көндән-көн арта. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тағы бер иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Бер ҡасан да пин-кодты карта менән бергә һаҡламағыҙ, уны картаның үҙенә яҙмағыҙ. Иң яҡшыһы – иҫтә ҡалдырыу. Хәтерегеҙ менән маҡтана алмаһағыҙ, телефонға берәй шифр рәүешендә яҙығыҙ.
Әгәр ҙә банкоматта ниндәйҙер үҙгәреш һиҙһәгеҙ (икенсе клавиатура, алға сығып торған камера, стандарт булмаған элементтар һ.б.), уның менән ҡулланмағыҙ.
Банкомат картағыҙҙы “йотһа” һәм кире сығарырға теләмәһә, йә экран һүнһә, банкомат янынан берүк китмәгеҙ. Шундуҡ банкыға шылтыратып, проблеманы һөйләгеҙ һәм картағыҙҙы яптырығыҙ.
Пин-кодты яҙғанда таблоны ҡулығыҙ менән ышыҡлағыҙ. Әгәр ҙә берәйһе һеҙгә терәлеп тигәндәй торһа, бер аҙ ситкә китеүен һорағыҙ. Аҡсағыҙҙы халыҡ алдында һанамағыҙ – насар уйлы әҙәмдәрҙең иғтибарын йәлеп итеүегеҙ ихтимал.
Берәйһенә пин-кодығыҙҙы әйтергә тура килһә, уны тиҙ арала үҙгәртегеҙ. Смс-хеҙмәт менән ҡулланһағыҙ, картаға бәйле һәр мәғлүмәтте беләсәкһегеҙ.
Әгәр ҙә картағыҙҙы урлаһалар, банкының «ҡыҙыу телефоны»на шылтыратып, уны тиҙ генә яптырығыҙ – аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡалыр.
Банкомат янында ашыҡмағыҙ, пин-кодты дөрөҫ яҙығыҙ, карта, аҡсағыҙҙы һәм чегығыҙҙы алырға онотмағыҙ. Чектарҙы киләһе операцияға тиклем һаҡлап барығыҙ, был картанан аҡсаның “осоп китмәүен” контролдә тотоу өсөн кәрәк.
Әгәр ҙә кредит картаһы булған янсыҡ тапһағыҙ, хужаһына кире ҡайтарыу әмәлен табығыҙ. Бер яҡтан, изгелек ҡылып ҡыуаныр­һығыҙ, икенсенән, енәйәт яуаплылығынан азат булырһығыҙ. Банкоматтарҙа кескәй генә камералар бар: кем, ҡасан, ҡайҙа, күпме аҡса алғаны тураһында мәғлүмәт уй тиҙлегендә хоҡуҡ һаҡсыларына барып етә. Бәләһенән – баш-аяҡ!

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға