«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көсләп көлдөрөр ҙә теге донъяға еткерер



11.01.2013 Көсләп көлдөрөр ҙә теге донъяға еткерер

«Ибица һауаһы»н һөйөүселәр көлә-көлә яҡты донъя менән хушлаша
Медиктар һәм полицейскийҙар саң ҡаға — Рәсәйҙә наркомандарҙың яңы төрө барлыҡҡа килде. «Күңелләндереүсе газ» йәки кешенең мейеһенә ныҡ тәьҫир итеүсе азот оксиды күккә күтәргәндәй хис-тойғолар тыуҙыра. Клиенттарҙың күбеһе – йәштәр. Намыҫһыҙ һатыусылар газды бөтөнләй хәүефһеҙ тип ылыҡтырһа, медицина хеҙмәткәрҙәре, азот оксидын ҡулланыусылар ғүмерен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуя, тип борсола. «Күңелләндереүсе газ»ды икенсе төрлө «Ибица һауаһы» тип тә атайҙар. Ағыулы матдә тиҙ арала Рәсәй төбәктәрен «яулап» алып, Башҡортостанға ла килеп етте.
Интернетта азот оксиды менән йәнле һатыу бара, ә Нефтекама ҡалаһында махсуслаштырылған тәүге сауҙа үҙәктәре лә барлыҡҡа килгән. «Көлкө дозаһын һатып ал!», «Заказ бир һәм шатлан!» тигәнерәк реклама йәштәрҙең иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Ғәҙәттә, газды һауа шарҙарына тултырып һаталар. Һатыусыларҙың һүҙенә ышанған йәш кешеләр бер-береһенән уҙҙырып шарҙар ала һәм газды һулап, ялған бәхет тойғоһон кисерә.
Бәләкәй баллондарҙа ла тәҡдим ителә был ағыу. Тышында бер ниндәй яҙыу-фәләнһеҙ, иҫкәртмәһеҙ, ғүмер өсөн хәүефле газды йәштәр, үҫмерҙәр күмәкләшеп ҡуллана һәм шашып көлә, йәнәһе, ваҡытын бик «күңелле» уҙғара.
Наркологтар әйтеүенсә, азот оксидын ҡулланыу арҡаһында организмда кислород ҡытлығы барлыҡҡа килә, был инде эйфория хәленә килтерә. Аҙ ғына артыҡ доза алыу тын алыу үҙәген эштән сығара һәм асфиксиянан, йәғни быуылыуҙан кеше һәләк була.
Интернет «күңелләндереүсе газ» тураһындағы видеороликтар менән тулған. Унда аҡылдан яҙған кеше һымаҡ көсләп көлә-көлә ҡайһы берәүҙәр иҫтән яҙып ҡолай. Газ дискотекаларҙа, йәштәр йыйылған урындарҙа ныҡ популяр. Белгестәр белдереүенсә, газ менән алкоголдең бергә ҡушылыуы үтә лә хәүефле. Азот оксидын медицинала ингаляция наркозының бер өлөшө итеп файҙаланалар. Әгәр ҙә пациент эскән йәки наркотик ҡулланған булһа, азотлы наркоз ҡырҡа тыйыла, сөнки кешенең операция өҫтәлендә үк быуылып үлеүе мөмкин. Бынан тыш, табип-анестезиолог пациенттың сәләмәтлеге хәленә ҡарап ҡына азот оксиды дозаһын билдәләй. Тағы яһалма комалағы ауырыуҙың хәлен медиктар прибор­ҙар ярҙамында күҙәтеп, үпкәгә кислород ебәреп тора.
Төрлө психотроп матдә кеүек, «күңелләндереүсе газ»ға ла кеше бик тиҙ өйрәнә. Йыш ҡулланыусылар газға тиҙ бирешә һәм уға буйһона.
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә тәүге ағыуланыу осрағы ла рәсми теркәлде: Тамбов ҡалаһында бер нисә егет, ағыулы газ һулап, бик елле «күңел» асҡандан һуң психиатрия дауаханаһына эләккән. Улар һаман да нормаль хәлгә ҡайта алмай, ғөмүмән, ҡайта алырмы, билдәһеҙ.
Хәтерләйһегеҙме, тарта торған ҡатышма, «спайс» кеүек ағыулы химик матдәләрҙең ирекле һатылыуын? Шул саҡ барыһы ла был проблеманы ваҡытында тейешенсә аңлап етмәне һәм һанға һуҡманы. Йәштәр сират тороп рәхәтләнеп уларҙы ҡулланды, шашты, яҡты донъя менән хушлашты. Ә бөгөн дауаханаларҙа «спайс»тан комаға китеп, айҙар буйы иҫһеҙ ятыусылар һаны күпме?
Тап ошо хатаны ҡабатламаҫ өсөн, «күңелләндереүсе газ»ды таратыу һәм ҡулланыу буйынса законда ҡаты саралар ҡаралһын ине.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға