«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл



11.01.2013 Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл

Нияз СӘЛИМОВ, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, «Йәшлек» гәзитенең 1994 – 1997 йылдарҙағы баш мөхәррире:
Тамырың ныҡлы булһын, «Йәшлек»!

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
Ағас − тамырһыҙ, халыҡ тарихһыҙ булмай. Башҡортостандың рухи-мәҙәни донъяһын милли матбуғат­һыҙ, тимәк, тарихнамәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ошо бай донъяла күптәрҙең яратҡан гәзитенә әүерелгән «Йәшлек»тең үҙ урыны, лайыҡлы өлөшө бар.
90 йыллыҡ тамыры-тарихы булған йәштәр баҫмаһының йылъяҙмаһы уҙған быуаттың баштарына барып тоташа. «Йәш юҡһыл» исеме менән донъяға килгән был гәзит, илдәге ижтимағи-сәйәси хәлдәргә бәйле, артабан исемен бер нисә мәртәбә алмаштырып торорға мәжбүр булһа ла, үҙ тоҫмалын һис юғалтманы, ваҡыт һынауҙарына бирешмәй, меңәрләгән уҡыу­сыһына тоғро хеҙмәт итте.
Ә инде XX быуаттың 90-сы йылдарында башланған үҙгәртеп ҡороуҙың шифалы елдәре, башҡорт халҡының рухи ынтылышы тәржемә рәүешендә генә сыҡҡан «Ленинсы» гәзитен үҙ аллы итеүгә килтерҙе. Ошо үҙгәрештәр осороноң уртаһында ҡайнаған кешеләрҙең береһе булараҡ, бөгөн мин, йәшермәйем, ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ кисерәм. Эйе, бер төркөм зыялының тырышлығы бушҡа китмәне: башҡорт йәштәре үҙ талаптарына яуап биргән ысын гәзитте ҡулдарына алып уҡыу бәхетенә иреште. Шуныһы һөйөнөслө: бына ике тиҫтә йылдан ашыу инде баҫма популярлығын юғалтмай, уны олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп уҡый. Гәзит бөгөн үҙенең сағыу тауышын сайт аша алыҫ тарафтарға ла еткерә. Афарин, «Йәшлек», афарин, йәш ҡәләмдәштәр!


Уйылдан Сәйетов, «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәт комплексының генераль директоры, «Ленинсы» гәзитенең 1980 – 1982 йылдарҙағы баш мөхәррире:
Дубляж ғына булманы

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
«Йәшлек»тең (ул ваҡытта «Ленинсы» исеме аҫтында сыға ине) 1980 – 1982 йылдарҙағы баш мөхәррире булараҡ, гәзиттең тарихын энциклопедик сығанаҡтарыбыҙҙан тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡтым. Бай тарихлы «Йәшлек»! 1923 йылда, бөтә халыҡ яңы тормош башлаған ваҡытта юл алған. Йәштәрҙе артынан эйәрткән, йәштәр тормошо менән ҡайнап йәшәгән матбуғат сараһы йәшәйештең бөтә һыналыш осорҙарына ла үҙ өлөшөн индерҙе. Үҙ һүҙен әйтә белде. Мәҫәлән, республикабыҙға суверенитет яулаған саҡта «Йәшлек» журналистары яҙған үткер мәҡәләләрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
«Йәшлек» төрлө йылдарҙа төрлө телдәр­ҙә сыҡҡан. Уның төрки, рус, татар һәм, әлбиттә, башҡорт телдәрендә сыҡҡан саҡтарын беләбеҙ. Беҙ эшләгән осорҙа ул руссанан дубляж булараҡ тарала ине. Ләкин был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Гәзиттә һәр ваҡыт баш­ҡорт авторҙарының әҙәби әҫәрҙәренә урын булды. Башҡортса мәҡәләләр ҙә сыҡманы түгел. Шуға ла «Йәшлек» ул ваҡытта ла тулыһынса дубляж формаһында сыҡты тип әйтеп булмай.
Ә бөгөнгө «Йәшлек» – мәғлүмәтле, өлгөр, барса халыҡ яратып уҡыған гәзит. Заман торошон, йүнәлешен күреп, һиҙемләп, гәзит биттәрендә оҫта яҡтыртып бараһығыҙ – афарин!

Cәлмән ЯРМУЛЛИН, «Аманат» журналының баш мөхәррире, «Йәшлек» гәзитенең 2000 – 2006 йылдарҙағы баш мөхәррире:
«Йәшлек» оло мәктәп булды

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
«Йәшлек»тә эшләү осоро күңелдә матур хәтирә булып ҡалды. Ең һыҙғанып, дәртләнеп хеҙмәт иттек. Шуға күрәлер ҙә тынғыһыҙ, ваҡыты менән ауырыраҡ осраҡтар, мәлдәр булһа ла, эшмәкәрлегебеҙ бар коллектив өсөн күңел ҡәнәғәтлеге килтерә ине. «Йәшлек» – һәр журналист өсөн оло мәктәп, бай тәжрибә. Был баҫмала эшләү, ҡәләм шымартыу һәр хеҙмәткәр өсөн мөһим осор булып торалыр.
«Йәшлек» бөгөн йәштәрсә, замандан ҡалышмай, ҡыйыу аҙымдар менән алға атлай. Күп ҡырлы, сағыу булыуы менән айырылып тора. Артабан да шулай булып ҡалыуын теләйем.

Азамат ЮЛДАШБАЕВ, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире:
Милләт ҡото

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
2002 йыл. Үҙ-үҙемде, әлегәсә булған бар тормошомдо, үткәнемде үртәп, Феникс ҡош кеүек көлгә әйләнгән сағым. Барыһын да өр-яңынан, баштан башларға... Шул саҡ Аллаһы тәғәләнең киң ихтыяры теләгемдән тыш мине Матбуғат йортона алып килде һәм баяғы мифик ҡоштай ҡабаттан терелеүем «Йәшлек»тән башланды. Шуға күрә гәзит минең өсөн һынылышлы йылдар, йәшәйешемдәге үҙгәрештәр, һынауҙар менән бәйле. Ул минән, ҡәҙимге уҡытыу­сынан, журналист яһаны, тәүге шиғырҙарымды, хикәйәләремде баҫып, яҙыусы итте, яңы рухи мөхиткә юл асты, үҙ-үҙемә юл табырға ярҙам итте, көс бирҙе.
Әйтеүе лә ҡыйын, яҙмышымда «Йәшлек» булмаһа, бөгөн мин кем булыр инем, ниндәй булыр инем?.. Рәхмәт халыҡ гәзитенә! Рух илсеһе, милләт ҡото, халҡым хеҙмәтсеһе, заманыбыҙ йыльяҙмаһы, илһам шишмәһе булып йәшнәп йәшә, «Йәшлек»!

Ғималетдин ЯРУЛЛИН, «Сельские узоры» журналының баш мөхәррире, «Йәшлек» гәзитенең 1997 – 2000 йылдарҙағы баш мөхәррире:
«Йәшлек»кә эш етерлек


Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
Миңә йәштәр матбуғатының 1990 йылда «Йәшлек» исеме менән үҙ аллы баҫма булып сыға башлағаны нығыраҡ оҡшай. Сөнки ул үҙенең өлкән ағаларынан («Йәш юҡһыл», «Ленинсы» гәзиттәренән) йәшерәк, дәртлерәк кенә түгел, күпкә саяраҡ та булып сыҡты. Үҙенең тәүге көндәренән үк идеологик ҡорал булыуҙан арынып, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы, уны илдә барған сәйәси, социаль-иҡтисади күренештәргә битараф булмаҫҡа әйҙәүсе халыҡ гәзитенә әйләнде.
Был һүҙҙәрҙе йөпләп, бер генә фекер еткермәксемен. Әйтәйек, 90-сы йылдарҙағы болғаныштар заманында халҡыбыҙ милләт булып ҡалҡынып ҡына ҡалманы, ә уның артабанғы үҫеүе йәһәтенән ҡыйыу аҙымдар яһалды икән, бында һис икеләнеүһеҙ «Йәшлек» гәзитенең дә роле ҙур булды.
Бөгөн дә донъя тыныс тип әйтеп булмай. Ваҡыт арбаһы дөбөр-шатыр килә. Кешелек һыҙаттары тупаҫлана, сөнки ҡиммәттәр осһоҙлана. Сәхнәләргә менеп һүгенәбеҙ, кейенәбеҙ, сисенәбеҙ… алла йорттарын сәхнә итергә лә тартынмайбыҙ.
Етмәһә, әле яңы эраға аяҡ баҫтыҡ, тип лаф орабыҙ. Имеш, хәҙер бөтә тормош модернизацияланасаҡ, кеше башҡара торған эштәрҙе компьютерҙар, машиналар үтәйәсәк. Бик мәслихәт, әлбиттә. Алла бойорһа, производствола етештереүсәнлек үҫер, продукцияның сифаты яҡшырыр, халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелер, машиналар йылдан-йыл камиллашыр.
Тик бер нәмә күңелгә шом һала. Тора-бара машиналар үтә лә ныҡ камиллашып, беҙҙең өсөн уйлай ҙа башламаҫмы?.. Бик ихтимал. Әгәр беҙ быуаттар дауамында формалашҡан мәҙәниәтебеҙҙе һанламаһаҡ, милли үҙаңыбыҙҙан ваз кисһәк, кешелек сифаттарыбыҙҙы юғалтырбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, саманы самаламаһаҡ, шундай хәлдәргә тарыуыбыҙ бик ихтимал.
Байрам көндәрендә күңелегеҙгә әллә ниндәй шом һаламмы?.. Юҡ. «Йәшлек»кә бөгөн дә эш етерлек, тип иҫкәртәм генә. 90 йәшлек юбилейың мөбәрәк булһын!


Йомабикә ИЛЬЯСОВА, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире:
Үҙ йөҙө, үҙ фекере бар

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
«Йәшлек» тәүге көндәренән үк халыҡтың һөйөүен яуланы, бөгөн дә ул халыҡсан асылын юғалтмай. Респуб­ликала ғына түгел, илебеҙҙә, донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы үҙенең генә түгел, уҡыусыларының үткер күҙлеге аша үткәреп биреүе оҡшай. Әлеге дәүер­ҙә әҙәм балаһына ни кәрәген тоҫмаллауы еңел генә түгел. Ә бына «Йәшлек» йәмғиәттәге үҙгәрештәр халыҡ йөрәгенә ни рәүешле төйнәлеп барып ятҡанын әллә ҡайҙан белеп тора. Шуға ла ул уҡыу­сылары менән бер бөтөн. Баҫманың иң ҙур ҡиммәте, әһәмиәте тап шундалыр.
Заманында һүҙ иркенең «теҙгене» бушатыл­ғанда, ҡайһы бер баҫмаларҙа әхлаҡ менән иҫәпләшмәү осраҡтары ла булғыланы. Ә бит изге күңелдән, яҡшы маҡсаттан сығып эш иткәндә генә һүҙ иркенең ыңғай ҡөҙрәте тыуа. «Йәшлек» үҙенең йәшлегендә лә һүҙ ирке дауылдарына бирешмәне. Дөйөм алғанда, баҫманың һүҙе үткер ҙә, фәһемле лә ине. Хеҙмәткәрҙәр алышынып торған хәлдә лә, гәзит ошо төп ҡиммәттәрен быуындан – быуынға, күңелдәр­ҙән күңелгә тапшыра килә.

Артур Иҙелбаев, «Йәшлек»тең 1991 – 1994 йылдарҙағы баш мөхәррире:
Дөрөҫ курс буйынса бара


Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
Илдәге 1991 йылдағы путчтан һуң мине “Йәшлек” гәзитенә мөхәррир итеп саҡырҙылар. Ул ваҡытта 22 йәшлек тарих факультеты студенты инем. Халыҡ араһында абруй яулаған “Оран” гәзитен сығарыусы булараҡ, ошондай яуаплы вазифаны ышанып тапшырғандарҙыр, тип уйлайым. Был осорҙа үҙемде киләсәктә фән эшмәкәре тип күрә инем, маҡсатым аспирантураға уҡырға инеү булды. Тик “Йәшлек” гәзите тормошомда хәл иткес роль уйнаны, артабанғы яҙмышымда журналистикаға этәргес көс булды.
“Йәшлек”тә эшләгән йылдарҙы әле лә һағынып иҫкә алам. Коллектив үтә йылы ҡаршы алды, тәүҙәрәк редакция “кухня”һын тулыһынса аңлап бөтмәһәм дә, ситкә типмәне. Фекерҙәрен ипле итеп аңлата, кәңәштәрен дипломаттарса еткерә белеүсе Рәшиҙә Мәһәҙиева, Тамара Искәндәрова, Нияз Сәлимов кеүек тәжрибәле журналистар менән эшләү бәхете тейҙе.
Республикалағы бик күп саралар­ҙың башында ла “Йәшлек” гәзите торҙо. “Һылыуҡай”, “Йәшлек”-шоу” бәйгеләре, Башҡорт йәштәре көндәре, “Наза” дискотекаһы, телевидение менән берлектә “Өлөшөмә төшкән көмөшөм” телеуйынын һ.б. тап ошо баҫма ойошторҙо. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре бөгөн инде уҙғарылмаһа ла, заманында был саралар бик популяр һәм ҡыҙыҡлы ине.
“Йәшлек”тең һәр һанын тиерлек уҡып барам. Сөнки һаман да был баҫмаға ҡарата йылы яҡынлыҡ тойғоһо күңелемдә һаҡлана. Мөхәррир Артур Хәсән улы Дәүләтбәков студент сағынан уҡ үҙенең әүҙемлеге, сағыу мәҡәләләре, ныҡлы граждан позицияһы менән башҡалар­ҙан бер башҡа айырылып торҙо. Бөгөн ул карабын да ошо курс буйынса дөрөҫ алып бара. Мин уны шәхес булараҡ бик хөрмәт итәм. Гәзиттең ошо уҡ темпта, артабан да йөкмәткеле, уҡымлы булып сығыуын теләйем. Юбилей ҡотло булһын!

Мөнир ҡУНАФИН, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире:
Илаһилыҡтан мәғәнә табып

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
Илаһи мәлдәр була. Алмағастың шау сәскәгә төрөнгән, еләктең бармаҡ тейеү менән усҡа ятыр бешкән, сағандың сағыу япраҡтарын сәскән, ерҙең аҡҡа төрөнгән сағы…
Һағышлы мәлдәр ҙә бар фанилыҡта. Алмағастың шау сәскәгә төрөнгән, еләктең бармаҡ тейеү менән усҡа ятыр бешкән, сағандың сағыу япраҡтарын сәскән, ерҙең аҡҡа төрөнгән сағы ла ул…
Һағышлы мәлдәрҙән илаһилыҡ, камиллыҡ, илаһилыҡтан уйландырғыс мәғәнә табып, халыҡҡа еткерә белде, белә “Йәшлек”. Замандың күңел торошон аңланы ла, аңламаны ла, үҙенсә ҡорҙо, үҙенсә күрҙе ул үҙ заманаһы балалары тормошон. Киләсәкте киң күҙаллауы, әүлиәлеге шулай шаталаҡланырға ла, башбаштаҡланырға ла, ҡайсаҡ баҫалҡыраҡ булырға ла са­ҡыр­ғандыр. Нисек кенә булмаһын, алмағас сәскәгә ҡойон­ғанда, еләк бешкәндә лә, көҙгө һағышта, ҡышҡы сатнамала ла ил һөйөнгәндә һөйөндө, көйөнгәндә кешесә һағышҡа ла батты. Шулай булыр ҙа!
Теләк теләр алдынан, ил, тел яҙмышы, заман хаҡында уйланғанда, атаҡлы Мостайыбыҙҙың шиғри юлдары иҫкә төшә:
Дуҫтар, дуҫтар! Таралышмай,
Тарҡауландыҡ,
Балҡып түгел, быҫҡып яныр
Көнгә ҡалдыҡ.
Хатта ағас, хатта утын –
Күрсе, ана –
Өйөбөрәк бергә яҡҡас,
Дөрләп яна.
Бер нигә лә ишара түгел был. Шулай ҙа… Берҙәм һәм бергә булайыҡ!
Шоңҡар иңләр киңлектәр, шоңҡар етер бейеклектәр һеҙгә, “Йәш­лек”тәр.

Салауат КӘРИМОВ, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире:
Уҡыусыларына тоғро

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
«Йәшлек» республикабыҙҙа иң таралған, иң яратып уҡыл­ған гәзит урынын ныҡлы тотоп тора. Бер быуатҡа яҡын тарихы менән ғорурлана алған йәштәр гәзите бөгөн дә тормошто объектив яҡтырта алыуы менән ҡиммәтле. «Йәшлек»те барыһы ла ярата – мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр ҙә, ололар ҙа. Гәзит менән уҡыусылар араһында ныҡлы күпер һалынған – «Йәшлек»кә яҙыусылар, конкурстарында ҡатнашыусылар һәм башҡалар бик күп булыуын һәр номерҙа күрергә була.
Гәзиттең исеме замандарға күрә үҙгәреп тора инде ул. «Йәшлек» тап «Йәшлек» булып сыға башлаған ваҡытта уның тәүге яуаплы сәркәтибе булыуым өсөн ғорурланам да, ҡыуанам да. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында «Йәшлек»тең тиражы тәүҙә 20 мең тирәһе, күп тә тормай, 30 – 40 мең данаға еткән ваҡыттарҙа эшләнек бит! Гәзит һуңынан да, ниндәй генә ваҡиғалар булһа ла, үҙ йөҙөн юғалтманы, абруйын һаҡлап ҡала алды. Тәүге һандарында билдәләнгән мөһим рубрикаларға һаман да тоғро ул.
«Йәшлек»тә әле һәм башҡа йылдарҙа эшләгән коллективты, гәзит уҡыусыларҙы 90 йыллыҡ матур юбилей менән ҡотлайым. Был – барыбыҙҙың да оло байрамы!

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, «Салауат» редакция-нәшриәт комплексы директоры, «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире:
«Йәшлек» – минең бөтә тормошом

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл
«Йәшлек» гәзитендә эшләү дәүере минең өсөн иң ҡәҙерле ваҡыт. Беренсенән, ул мине ҡәләм тоторға өйрәтте, журналистикаға аяҡ баҫтырҙы. Икенсенән, шул мәлдә республиканың бөтөн райондарында һәм Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә булып, күп шәхестәр, төрлө яҙмыштар менән аралашырға тура килде. Ошо кешеләр бер ни кимәлдә минең тормошомда ла роль уйнаны.
«Йәшлек»тең коллективы берҙәм, татыу, һәр береһе һинең хәлеңде белергә, ҡайғыңды ла, шатлығыңды ла уртаҡлашырға әҙер. 2004 йылдың декабрендә аварияға эләккәс, «Йәшлек»тәрҙең хәстәрен айырыуса ныҡ тойҙом. Улар Өфөнән Ишембайға көн аралаш килеп торҙо, операция сығымын да үҙ өҫтөнә алды. Тыуған көнөмдө дауаханала үткәрергә тура килде. «Йәшлек»тәр бүләк-күстәнәстәрен тейәп килеп тә етте һәм тыуған көнөмдө бергәләшеп матур итеп билдәләгәйнек.
«Йәшлек»тә ярайһы уҡ тәжрибә туплағас, уның фатихаһын алып, Күмертау ҡалаһында башҡорт телендә гәзит асырға йөрьәт иттем. Унан һуң Мәләүез районының «Көнгәк» гәзитендә баш мөхәррир булдым, әле «Салауат» гәзитендә эшләйем. Бөгөн дә «Йәшлек» менән бәйләнеш өҙөлмәй. Ғөмүмән, был баҫма – минең бөтә тормошом ул.
Гәзиттең олпат юбилейы менән бөтә коллективты һәм уҡыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайым. «Йәшлек»те уҡығыҙ һәм һәр саҡ йәш булып ҡалығыҙ!

Гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуына – 90 йыл







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға