«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йөҙөң аҡ, һүҙең хаҡ!



11.01.2013 Йөҙөң аҡ, һүҙең хаҡ!

Бер аҡһаҡал йылға буйында илап ултырған ҡыҙ балаға тап була.
− Балаҡай, ниңә илайһың? − тип һорай ҡарт.
− Мин... − тип йәш аралаш яуаплай ҡыҙ. − Мин йәмһеҙмен, шуға илайым!
Аҡһаҡал ҡыҙҙың эйәгенә һаҡ ҡына ҡағылып башын күтәрә һәм ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылған ҡаштар аҫтында йәшкә төйөлгән нурлы һоро күҙҙәрҙе, илауҙан дерелдәп торған рауза сәскәһеләй ирендәрҙе күрә.
− Мин ҡарт кеше һәм күпте беләм, − ти аҡһаҡал. − Һин үҙеңдең йәшлегең менән әкиәттәге хан ҡыҙҙарылай гүзәлһең! Бөтә шиктәреңде ситкә ташла ла йәшлек матурлығыңдың ҡәҙерен белеп йәшә. Йылдар үткәс, көҙгөгә ҡарап, минең әйткәндәремә ҡолаҡ һалмаған өсөн үкенерлек булмаһын!
Бына шулай, аҡһаҡалдың аҡыллы кәңәшенә ҡолаҡ һалыу арҡаһында был ҡыҙ бәхетле һәм оҙон ғүмер кисерә.
ҡәҙерле "Йәшлек"! Һинең йөҙөң аҡ, әйткән һүҙең хаҡ. Йөрәгеңдән йәшлек дәрте, йәшлек рухы бөркөлә һәм ошо аҫыл сифаттарҙы кешеләргә таратаһың, сөнки уларҙы ихлас яратаһың. Мөхәббәткә тик мөхәббәт менән яуап бирәләр: һәр йортта ла һин көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ, таңда ҡалҡҡан нурлы ҡояш һымаҡ!
Бик күп йылдар үтер, көҙгөгә түгел, кешеләр­ҙең күҙенә баҡҡанда, уларҙан «Йәшлек» рухы бөркөлөүен күреп, үкенмәҫһең. Киреһенсә, тағы ла йәшәреп, тағы ла матурайып, 100-ҙә лә егеттәрсә турайып, мәңге «Йәшлек» булып ҡалырһың!
Амин.
Аҡһаҡал «Башҡортостан».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға